“Бәхетле ир бәхетһеҙенән нимә менән айырыла?” – тип һорай бер мәл пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм йыйылған халыҡтан. Яуаптар төрлө була. Шулай ҙа күптәр ирҙең бәхетен байлыҡта, яратҡан эшендә тип һанауын белдерә. “Юҡ, – ти Аллаһ рәсүле. – Ҡатыны яҡшы булған ир – иң бәхетлеһе”.
Ғөмүмән, Исламда гүзәл заттың дәрәжәһе юғары. Хатта ки Ҡөрьәндә уларҙың тормош-көнкүрешенә, хоҡуҡтарына ҡағылышлы айырым сүрә – “Ән-Ниса” – бар. Ҡатын-ҡыҙ – тормош ҡото, ғаилә усағын һүндермәй һаҡлаусы, милләт киләсәген тыуҙырыусы һәм тәрбиәләүсе.
“Гүзәл зат вәкиленә байлығы, ырыҫлы нәҫел-нәсәбе, һылыулығы өсөн өйләнәләр, — тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. — Ә һин, мосолман ҡәрҙәшем, иманлыны, динлене һайла — ҡулың тупраҡҡа буялыр, йәғни тормош көтөрһөң”. Пәйғәмбәребеҙ ҡатын-ҡыҙҙың һәр изге ғәмәлен юғарыға күтәргән. “Улар Аллаһ бойорғанды үтәп, иренә хеҙмәт итә белһә, тәсбих тартҡанға оҡшатып, ҡулында орсоҡ әйләндереп торһа, был Хоҙай Тәғәләне ололау була, башҡалар менән бергәләп йома намаҙы уҡыуға тиңләшә. Әгәр ҙә ки балалары өсөн аш-һыу әҙерләргә ғәҙәтләнһә, ағастан ҡойолорға торған япраҡтарҙай, ваҡ-төйәк гонаһтары юйылып ҡына торор. Ә сәғәттәр буйы еп иләүе ирҙәрҙең күпер һалыуына тиңләшер”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.