Төбәгебеҙҙә иман йорттары артыуын дауам итә, әл-хәмдү лил-ләһ. Хәҙер ҡайһы бер ҙур булмаған төйәктәрҙә лә икешәр мәсет бар.
Мәҫәлән, күптән түгел Стәрлетамаҡ районының Наумовка ауылында тағы бер иман йорто асылды. Изге эште ағалы-ҡустылы Рөстәм менән Радик Фәхретдиновтар башлаған һәм барлыҡ сығымдарҙы ҡаплаған. Мәсет уларҙың әсәләре исемен йөрөтә: “Бибинур”.
Ғибәҙәтхананы асыу тантанаһында Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Айнур хәҙрәт Бирғәлин, Стәрлетамаҡ районы хакимиәте вәкилдәре, Наумовка ауыл биләмәһе башлығы Денис Чиликин һәм башҡалар ҡатнашты. Тантаналы саранан һуң сабыйға исем ҡушыу йолаһы ла үткәрелде.
“Ауылдаштарыбыҙ ғибәҙәтхана юлына саң ҡундырмаҫ, йәмәғәт намаҙҙарына күпләп килерҙәр, дини байрамдар күмәк халыҡты бергә туплар тигән ышаныстабыҙ. “Бибинур” төйәгебеҙҙе тағы ла нурландырыр, күңелдәрҙә иманды нығытыр”, – тине сығышында ағалы-ҡустылы Фәхретдиновтар.
Күптән түгел Ҡалтасы районы үҙәгендә иһә “Иман нуры” мәсетенең егерме йыллығы билдәләнде һәм ошо уҡ көндә ғибәҙәтхана ҡарамағында уҡыу үҙәге асылды. Сарала Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт хәҙрәт Тажетдинов та ҡатнашты.
“Мәсеттәребеҙ ҡарамағында уҡыу үҙәктәре булдырыу дини йәһәттән үҫештең артабанғы баҫҡысына күтәрелә барыуыбыҙ, йәш быуынды хәстәрләү тураһында һөйләй. Бер изге ғәмәл дә туҡтап ҡалмаҫҡа, артабан камиллашырға, нығынырға тейеш. Уҡыу үҙәктәрендә эш традицион дин нигеҙендә тейешле кимәлдә алып барылыр, тарҡалыуға, фекер айырмалыҡтарына юл ҡуйылмаҫ тигән ышаныстабыҙ”, – тине Юғары мөфтөй.
Төбәгебеҙҙә дини үҫешкә йүнәлтелгән һәр ғәмәл үҙ емештәрен бирер, иншаллаһ. “Аллаһ юлында ярҙам күрһәтеү, изгелек ҡылыу, гүйә ки, орлоҡ кеүек. Ул үҫеп етеп, ете башаҡҡа әйләнер. Һәр береһендә йөҙ орлоҡ булыр...” – тиелә “Әл-Бәҡара” сүрәһендә. Ихлас күңелдән башҡарылған изге ғәмәлгә Раббыбыҙ сауабын арттырып бирә. Шул уҡ ваҡытта мәсет төҙөү менән генә эш бөтмәй әле. Унда дини ғәмәлдәр тейешенсә алып барылһын өсөн берҙәм булыу, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, кәңәшләшеп, фекер алышып эш итеү зарур.
“Бөтөн эш ниәткә бәйле”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: изге юлдағы изге теләктәребеҙ тормошҡа ашһын, иншаллаһ.
Стәрлетамаҡ, Ҡалтасы райондары.