Иман
29 Ноября 2019, 07:45

“Мин!” тиһәң...

Аллаһ Тәғәлә ҡөҙрәт бирмәһә, эргә-тирәңдәгеләр, яҡындарың бәләкәй генә булһа ла булышлыҡ күрһәтмәһә, бер нигә өлгәшеү мөмкин түгел. Шуның өсөн дә “Мин!” тиеүҙән һаҡланырға кәрәк.

Аллаһ Тәғәлә ҡөҙрәт бирмәһә, эргә-тирәңдәгеләр, яҡындарың бәләкәй генә булһа ла булышлыҡ күрһәтмәһә, бер нигә өлгәшеү мөмкин түгел. Шуның өсөн дә “Мин!” тиеүҙән һаҡланырға кәрәк.


Был һүҙҙе тәүгеләрҙән булып Иблис әйткән. Ул, Аллаһ Тәғәлә фәрештәләренә Әҙәмгә сәждә ҡылырға ҡушҡас, бойо­роҡто үтә­мәгән. “Мин кешенән яҡшыраҡ, – тип тәкәбберләнгән шайтан. – Һин мине – уттан, ә уны балсыҡтан яралттың”.


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙеңдән алда башҡаларҙы уйлап йәшәргә саҡырған. “Тәкәбберлеккә бирел­мәгеҙ. Был һыҙат – шайтан фиғеле”, – тип өйрәткән ул. Ошоға бәйле бер хикәйәтте лә иҫкә төшөрөп үтәйек. Муса ғәләйһис-сәләм заманында Ҡарун исемле бик белемле, ифрат бай кеше булған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, зәҡәт хаҡында аят төшкәс, ул мөлкәтенән өлөш сығарыуға ҡырҡа ҡаршылығын белдергән. Иртәнсәк уянып баҡһа, Аллаһ Тәғәләнең хикмәте менән бар байлығын ер йотҡан...


Әҙәм балаһы һис кемдең булышлығынан тыш донъяға килә, тормош көтә аламы? Шуның өсөн дә кеше бәләкәй генә уңышы өсөн дә иң тәүҙә туғандарына, яҡындарына рәхмәт белдерергә, эшендә ярҙамы тейгәндәрҙе хәтеренән сығармаҫҡа, Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итергә тейеш.
Читайте нас