Көндәрҙең бер көндө падишаһ һунарға сыҡҡан. Ау артынан ҡырҙан-ҡырға йөрөгәндә, иген иккән бер әҙәмгә осраған. Эргәһенә килеп сәләм биргән, тегенеһе сәләмен алып, тынып ҡалған.
Падишаһ теге әҙәмдән һораша башлаған:
- Ғүмерегеҙгә доға әйтеп, иген игәмен, солтаным.
- Йылына ни тиклем ашлыҡ алаһың?
- Ҡайһы йыл - йөҙ, бәғзе йыл биш йөҙ аҡсалыҡ.
- Ул аҡсаны ни урындарға тотонаһың?
- Хоҙайға шөкөр, һеҙгә доға ҡылып, бер өлөшөн үҙ кәрәктәремә тотонам: бурыстарымды түләйем, бурысҡа бирәм, солтаным.
- Ни ваҡыт бурыслыһың? Бурыс алыу ни өсөн кәрәк булды?
- Бала сағымда, һис бер эшкә ярамаһам да, атай-әсәйем мине кейендерҙе, туҡландырҙы. Уларға бурысландым, солтаным. Инде улар ҡартайҙы, бер эшкә лә ярамайҙар. Ашатып-эсереп бурысымды түләйем.
- Шулай булһын. Бурысҡа бирәм тигәнеңде нисек аңларға? Бурысҡа аҡса биреп файҙаланыуҙың хәрәм икәнлеген белмәйһеңме ни?!
- Биш йән ваҡ балаларым бар. Уларҙы ашатып, эсереп торам, солтаным. Мин ҡартайғас, улар мине ҡарар. “Бурысҡа бирәм”, тигәнем шул.