Бөтә яңылыҡтар
Иман
27 Декабрь 2019, 16:07

Арағыҙҙа дуҫлыҡ, һөйөү артыр

Байрамдарҙа бер-беребеҙҙе матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырышабыҙ. Исламда быға ниндәй ҡараш?

Байрамдарҙа бер-беребеҙҙе матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырышабыҙ. Исламда быға ниндәй ҡараш?


Динебеҙҙә бер-береңә иғтибар, ихтирам күрһәтеү ҙур урынға ҡуйылған. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: “Бүләктәр бирешегеҙ – арағыҙҙа дуҫлыҡ, һөйөү, ихтирам артыр”, – тигән. Быны тәҡдим рәүешендә түгел, ә бойороҡ һөйкәлешендәге ҡылым ҡулланып әйткән.


Ҡөрьәндең “Ән-Нәмл” сүрәһендә бүләк биреү хаҡында аят-кәлимә бар, изге ғәмәл халҡыбыҙҙың йолаларында, ғөрөф-ғәҙәтендә лә урын алған. Һис һүҙһеҙ, был дини, милли өҫтөнлөгөбөҙҙө һаҡларға тейешбеҙ.


Бүләк ниндәйҙер әйбер биреү менән генә сикләнеп ҡалмай, ул – бер-береңә ҡарата йылы мөнәсәбәт, ихтирам, хөрмәт, хәстәрлек, һөйөү, йылмайыу... Бер-беребеҙгә байрамдарҙа ғына түгел, һәр көн ошондай бәхет бүләк итеп йәшәйек!


Фото: artfile.me
Читайте нас