Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡын Раштыуа байрамы менән тәбрикләне. Унда ошондай һүҙҙәр бар:
“Хөрмәтле Башҡортостан православныйҙары!
Һеҙҙе ысын күңелдән Раштыуа байрамы менән ҡотлайым!
Ике мең йылдан ашыу бөтә донъя был изге байрамды ҡаршылай, ул – инаныу, яҡшылыҡ һәм мәрхәмәтлек символы.
Раштыуаны байрам итеп беҙ христианлыҡтың бай йолаларына хөрмәтебеҙҙе күрһәтәбеҙ, мәңгелек ҡиммәттәр йөрөткән рухи сығанаҡтарға мөрәжәғәт итәбеҙ.
Башҡортостанда дини байрамдар төрлө дин тотоусыларға ла берҙәй яҡын, улар беҙҙең халыҡ өсөн дөйөмгә әйләнде. Традицион конфессияларҙың берләштереүсе роле һөҙөмтәһендә республикала тыныслыҡ, берҙәмлек нығына, беҙҙең халыҡтар мәҙәниәте берләшә, мәрхәмәтлек йолалары үҫешә.
Раштыуа байрамы һәр йортҡа бәхет һәм шатлыҡ килтерһен.
Ысын күңелдән Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға һаулыҡ, изгелек теләйем!”