“Хөрмәтле ватандаштар, мосолман ҡәрҙәштәр!
23 апрелдә ҡояш байыу менән изге Рамаҙан айы башлана. Хаҡ мосолмандар ураҙаға инәләр. Был ғәмәл ашау-эсеүҙән генә тыйылыу түгел, беҙҙең өсөн тәрбиә мәктәбе, әхлаҡи камиллыҡҡа ынтылыу, күңелдәребеҙҙе сафландырыу ҙа.
Карантин көндәрендә шуға инанабыҙ: айыҡ аҡыл һәм тормош тәртибе беҙгә өйҙә ҡалырға ҡуша. Алла бирһә, был эпидемиялар ҙа үтер, барыһы ла үҙ яйына ҡайтыр.
Эйе, беҙ бөгөн мәсеттәрҙә күмәкләп намаҙ уҡыу, йома намаҙҙарын уҙғарыу мөмкинлегенән мәхрүмбеҙ. Әммә хәҙер бер-беребеҙ менән аралашыу, белемдәребеҙ менән бүлешеү өсөн иҫ киткес коммуникация саралары бар.
Ошо изге айҙы изгелек эшләүгә, ололарға һәм мохтаждарға ярҙам итеүгә бағышлағыҙ. Һис шикһеҙ Рамаҙан байрамын рәхмәт, Аллаһы Тәғәләнең әжер-сауабын алып, өмөт менән ошо һәм мәңгелек донъя бәхетенә ышаныс менән ҡаршы алырбыҙ”, - тип әйтелә ҡотлау һүҙендә.