Иман
22 Май 2020, 06:47

Ғаилә ҡиммәттәрен нығытты

Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Айнур хәҙрәт БИРҒӘЛИН:– Мөхтәрәм мосолман дин ҡәрҙәш­тәр һәм ватандаштар! Иншал­лаһ, 24 майҙа бөтә мосолман донъяһы Ислам динендәге иң оло байрамдарҙың береһе булған Ураҙа ғәйетен үткәрә. Мәғлүм ки, ул Рамаҙан айы тамамланғандан һуң билдәләнә.

Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Айнур хәҙрәт БИРҒӘЛИН:

– Мөхтәрәм мосолман дин ҡәрҙәш­тәр һәм ватандаштар! Иншал­лаһ, 24 майҙа бөтә мосолман донъяһы Ислам динендәге иң оло байрамдарҙың береһе булған Ураҙа ғәйетен үткәрә. Мәғлүм ки, ул Рамаҙан айы тамамланғандан һуң билдәләнә.


Изге айҙы мосолмандар тейешле ҡа­нундарҙы үтәп, изге ғәмәлдәр баш­ҡарып үткәрә. Ураҙа тотоу кешеләрҙә мәрхә­мәтлелек, миһырбанлыҡ сифаттарын арттыра, уларҙың күңелен йомшарта, фәҡир вә мохтаж ҡәрҙәш­тәребеҙгә иғти­барлы, бер-береңә ихтирамлы булырға өйрәтә. Остазыбыҙ, мәрхүм Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмә­туллин әйткәнсә, ураҙа – ул сабырлыҡ һәм тәрбиә мәҙрәсәһе.


Быйыл Рамаҙан айы үҙ-үҙеңде изоляциялау осорона тура килде: йәмәғәт менән ауыҙ асыу, тәрәүих намаҙҙары уҡыу мөмкинлеге булманы. Әммә ғаилә ураҙаһы насип ителде: бала­ларҙың ата-әсәһе менән бергә тейешле дини ғәмәл­дәрҙе башҡарыуы, тәрәүих намаҙҙарын уҡыуы – быларҙың барыһы ла ғаиләлә татыулыҡты нығытыу, йәш быуынды рухи яҡтан тәрбиәләү өсөн Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгән оло мөмкинлек ул.


Быйылғы Рамаҙан тулыһынса яҙ миҙгеленә тура килде. Көндәрҙең ҡыҫҡалығы һәм һалҡыныраҡ тороуы ураҙа тотоуҙы еңеләйтте, был бигерәк тә изге ғәмәлде тәү башлап үтәгәндәр өсөн ҡулай булды. Сафыбыҙ киләсәктә тағы ла киңәйһен, хаҡ юлға баҫҡандар йылдан-йыл арта барһын, иншаллаһ!


Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр! Мәғлүм ки, быйылғы Ураҙа ғәйетен һәр ҡайһыбыҙ үҙ ғаиләһе менән үткәрәсәк. Был көндә яҡындарыбыҙға, туған­дарыбыҙға айырыуса иғтибарлы буып, йортобоҙҙа ысын мәғәнәһендә байрам ойошторайыҡ. Балаларыбыҙ изге ғәйетте йылдағы иң күркәм байрам булараҡ ҡабул итһен!


Мөхтәрәм йәмәғәт! Ураҙа байрамы һәр йортҡа именлек, ырыҫ-бәрәкәт, күңел тыныслығы алып килһен, яңы көс-дәрт өҫтәһен. Аллаһ Тәғәлә бары­ғыҙға ла бәхет, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, иман насип итһен, иншаллаһ. Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!
Читайте нас