Исламда ғаилә – иң юғары ҡиммәт. Уның өҫтөнлөгөн, ҡеүәтен һаҡлау, нигеҙен даими нығытыу мосолмандың иң ҙур бурыстарының береһе булып тора.
Өммәтебеҙ – үҙе оло ғаилә. Уның ниндәй көскә эйәлеге изге Рамаҙан айында айырыуса асыҡ күренә. Быйыл иһә ураҙаның донъялағы ауыр эпидемиологик хәл мәленә тура килеп, мосолмандарҙың тейешле ғәмәлдәрҙе ғәҙәттәгесә йәмәғәт менән түгел, ә үҙ өйөндә ғаиләһе менән атҡарыуын Аллаһ Тәғәләнең бер хикмәте тип ҡабул иттек. Рамаҙан ғибәҙәттәренең йортта үтәлеүе олатай-өләсәй, атай-әсәй һәм балалар араһындағы бәйләнеште тағы ла нығытып, күңелдәргә – иман, динебеҙгә ҡеүәт өҫтәне.
Ғаилә менән ураҙа тотҡандар бихисап булды быйыл. Улар араһында йәштәрҙең күплеге айырыуса һөйөнөслө. Мәҫәлән, Өфөнән Зөбәржәт һәм Тимерйән Утарбаевтар (фотола) әйтеүенсә, улар ураҙаны йыл да бергәләп тота. Күркәм тәрбиәлә үҫкән улдары Бәхтийәр менән ҡыҙҙары Мәрйәм дә киләсәктә ошо юлды дауам итеп, динебеҙ “баҫыуы”н киңәйтеүгә үҙ өлөшөн индерер. “Ата-әсәнең сабыйына биргән иң ҙур бүләге – әхлаҡ һәм матур тәрбиә”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Изге Рамаҙан айы килер көндәребеҙгә нур өҫтәһен, Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын, хөрмәтле ҡәрҙәштәр!