Аллаһ илсеһе Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм бер хәҙисендә: “Йома – Алла алдындағы иң төп һәм иң бөйөк көн, хатта Ҡорбан һәм Ураҙа байрамдарына ҡарағанда ла өҫтөнөрәк. Уның биш үҙенсәлеге бар: был көндө Әҙәм ғәләйһис-сәләм донъяға яратыла, йома көндә Аллаһ Тәғәлә уны йәшәргә ергә ебәрә. Әҙәмдең вафат булған көнө лә – йома.
Йоманың бер сәғәте бар: шул мәлдә Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаһы Унан ни һораһа ла бирә, әгәр кеше хәрәм (тыйылған) нәмә һорамаһа. Алла әмере менән Ахырызаман да йома көндө буласаҡ. Йома көндән ҡурҡмаған бер фәрештә лә, ер ҙә, елдәр, тауҙар һәм диңгеҙҙәр ҙә юҡ.
Көндәрҙең артығырағы — йома көнө. Йома — ике Ғәйет көнөнән, Ғәрәфә көнөнән һәм Ғәшүрә көнөнән, йәғни Мөхәррәмдең унынсы көнөнән артығыраҡтыр; йома көнөндә саҙаҡа бирһәң, йә иһә изге эш ҡылһаң, башҡа көндәрҙәгегә ҡарағанда сауабы артығыраҡтыр һәм йома көнөндә гонаһтың язаһы ла ҡатыраҡтыр", — тигән.
Бына шуның өсөн айырыуса йоманы әҙәм балаларының Аллаһ Тәғәләгә зикерҙәр әйтеп, доға ҡылып үткәреүе хәйерлерәк.