Кесаҙна кисендә ҡояш байығас та, йома көн башлана һәм киләһе көндөң ҡояшы байығансы дауам итә. Бына ни өсөн беҙҙең элекке ата-бабаларыбыҙ кесаҙна көнөн “кесе йома” тип атап йөрөткән.
Йомала саҙаҡа бирһәң, йәиһә изге эш ҡылһаң, башҡа көндәрҙәгенә ҡарағанда сауабы артығыраҡ. Һәм йома көнөндәге гонаһтың язаһы ла ҡатыраҡ. Шуға күрә уны тик изге теләктәр һәм ғәмәлдәр менән үткәрәйек. Ил-йорт тыныс булһын, йорттарыбыҙға ҡот-бәрәкәт инһен!
Пәйғәмбәребеҙ саллалаһу ғәләйһи үә сәлләмдең иң яратҡан доғаһы: «Раббанә атинә фитдунйә хәсәнәтән үә фил әәхирати хәсәнәтән үәкинә ғазәбәннәр». Мәғәнәһе: «Йә Раббым! Был доньъяла ла барлыҡ ниғмәт-хәсәнәттәреңде, бәхет-сәғәҙәттәреңде бир. Йә Раббым, тормошома бәрәкәт бир. Киләһе донъяла ла ниғмәт-хәсәнәттәреңде, йәғни йәннәтте бир һәм мине ут ғазабынан ҡотҡар».