Хәйерле иртә! Изге йома көнө менән! Ил-йортҡа һиллек-тыныслыҡ, ғаиләләргә именлек, ҡот-бәрәкәт, бәхет-сәғәҙәт алып килһен ул.
Бәхет үә сәғәҙәтнамә доғаһы: "Бисмилләәһир-рахмәәниир-рахиим. Әлхәмдулилләһи Раббил ғәләмин үәссәләтү үәссәләмү ғәлә рәсүлиһи Мөхәммәдин үә ғәләә әлиһи үә әсхәбиһи әждмәғин".
"Әгәр ҙә берәй кемдең бәхет үә дәүләте теүәл булмаһа, был доғаны йома көн, кис менән, шөкөр намаҙынан һуң камил тәһәрәтле булып, Аллаһ Тәғәләнән һорап, ихлас күңелдән уҡыһа, бәхет үә дәүләте йәнә ҡайтыр.
Берәйһе был бәхетнамәне үҙе менән һаҡлаһа, башлыҡ үә хөкөм йөрөтөүселәр ҡаршыһында хөрмәтле булыр. Кемдер "Доға'и бәхетнамә"не үҙе менән йөрөтһә: халыҡ уны ҡәҙер һәм ихтирам итер, һәм берәй кеше был доғаны үҙе менән һуғыш ҡырына алып инһә, уҡ үә ҡылыс, башҡа һуғыш ҡоралы уға тәьҫир итмәҫ. Аллаһ Тәғәлә үә иманына тоғро ҡалыр.
Ләкин был "Доға'и бәхетнамә" тән үә күңел менән ихластан ышанған ваҡытта ғына ҡабул була. Шулай уҡ берәйһе был уны үҙе уҡып, башҡаларға өйрәтһә һәм үҙе менән һаҡлаһа, был доғаның беҙ белмәгән бынан башҡа ғәйре хасийәттәре бик күптер", - ти Нәзир Сабитов.