Иман
30 Октябрь 2020, 04:30

Хәйерле иртә!

Изге йома менән, төркөмдәштәр! Көндө тик яҡты уй-ниәттәрҙә, яҡшылыҡтар ғына ҡылып, бер-беребеҙҙе ауыр һүҙҙәр әйтеп рәнйетмәй генә үткәрәйек. Түбәндәге хикмәтле яҙма ошо хаҡта:

Изге йома менән, төркөмдәштәр! Көндө тик яҡты уй-ниәттәрҙә, яҡшылыҡтар ғына ҡылып, бер-беребеҙҙе ауыр һүҙҙәр әйтеп рәнйетмәй генә үткәрәйек. Түбәндәге хикмәтле яҙма ошо хаҡта.
Бер хәҙрәт өҫтөнән туҡтауһыҙ ялыу яҙалар икән. Шунан уны төрмәгә ултырталар. Күпмелер ваҡыт уҙғас, ялыу яҙған кеше ауырый башлай. Ниндәй генә табипҡа мөрәжәғәт итмәһен, дауалай алмайҙар. "Нахаҡҡа ошаҡлашҡан өсөн язалыр был", – тип уйлай ҙа хәҙрәттән ғәфү үтенергә бара ул.
"Ғәфү итәм һине, – ти хәҙрәт, – тик бер шартым бар. Өйөңдәге иң ҙур мендәрҙе алып сыҡ та шуның мамығын урам буйлап тарат".
Шикәйәтсе әлеге үтенесте тиҙ генә башҡара ла хәҙрәт янына килә. "Тиҙ эшләгәнһең, ауыр булмағандыр. Хәҙер таратҡан мамығыңды йыйып ал. Йыйып бөтөрә алһаң, ғәфү итәм", – ти.
"Уны нисек йыйып бөтөрәйем?" – тип шаҡ ҡата теге әҙәм. "Һүҙҙе лә сәсеүе генә еңел..." – ти хәҙрәт.
Читайте нас