Бер атай балаһын эйәртеп баҫыуға урлашырға бара. Малай кеше әйберенә тейергә ярамағанын аңлай, әммә атаһына ҡаршылаша алмай, шуға һүҙһеҙ генә эйәрә.
Күрәһең, атай ҙа ҡурҡа, гелән алан-йолан ҡарана, уңға ла, һулға ла туҡтауһыҙ күҙ ташлай.
– Атай, тағы бер яҡҡа ҡарарға оноттоң, – ти.
– Ҡайҙа? – тип аптырай атаһы.
– Унда Аллаһ Тәғәлә. Ул бит барыһын да күрә...
Ир, хатаһын аңлап, оялып, балаһын эйәртеп өйөнә ҡайтып китә.
Фото: rajathathablog.blogspotcom