Республикала дәүләт кимәлендә юл буйы сервисын үҫтереү мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүленә башланы. Был тәү сиратта төбәктә йәшәү шарттарын яҡшыртыу, уға туристарҙы күберәк йәлеп итеү маҡсатында башҡарыла. Шул уҡ ваҡытта “барыһы ла имандан башлана” тигән хәҡиҡәтте онотмаҫҡа саҡыра дини остаздарыбыҙ.
Билдәле булыуынса, быйыл республика етәксеһе дини ойошмалар вәкилдәре менән осрашып, юл буйы сервисын үҫтереү мәсьәләһе буйынса кәңәшмә уҙғарҙы. Асыҡланыуынса, төбәгебеҙҙә был йәһәттән хәл итәһе проблемалар бихисап. Бергәләп тотонғанда ғына уларҙы яйға һалыу мөмкин буласаҡ.
Кавказ яғына, күрше Татарстанға барған кешеләр шуға иғтибар итмәй ҡалмайҙыр: уларҙың яғыулыҡ ҡойоу станцияларында, юл буйы ашханаларында мосолмандар өсөн намаҙ уҡыу урындары булдырылған, йәнә хәләл ризыҡ тәҡдим ителә. “Бик уңайлы, үҙеңде ситтә йөрөгән кеүек тә тоймайһың”, – ти был йәһәттән яҡташтарыбыҙ.
Ә беҙҙең республикаға килгәндә, һәр кемгә мәғлүм: проблема бихисап. Дөрөҫөн әйткәндә, юл буйында урынлашҡан яғыулыҡ ҡойоу станциялары, ашханалар янындағы бәҙрәфтәр ҙә хатта бысраҡ, ҡаралмай тиерлек. Әгәр киреһенсә булһа – юлсылар өсөн барлыҡ уңайлы шарттар тыуҙырылһа, шул иҫәптән намаҙ уҡыу бүлмәләре, тәһәрәтханалар асылһа, туҡтарға теләгән кешеләр ҙә, һис шикһеҙ, артыр ине.
Ошо йәһәттән Белорет районының Инйәр ауылындағы “Урал” ашханаһын өлгө итеп күрһәтергә мөмкин. Унда туҡтаған һәр кемгә мәғлүм: был урындан халыҡ өҙөлмәй. Сәбәбе билдәле: ашханала хәләл ризыҡ тәҡдим ителә, өҫтәүенә эргәһендә был нисә йыл элек тәһәрәтхана, намаҙ уҡыу бүлмәһе асылды. Һөҙөмтәлә “Урал” күптәрҙең яратҡан, таныштарҙы осраштырған, артабанғы юлға изге фатиха биргән урынға әйләнде тип әйтергә мөмкин. Шулай уҡ Стәрлетамаҡтағы “Нурлы” комплексын да ошо йәһәттән өлгө итеп күрһәтергә була. Бындай урындарҙа, алда әйтелгәнсә, халыҡ күберәк туҡтай, тимәк, эштәре лә уң, бәрәкәтле, әл-хәмдү лил-ләһ.
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Айнур хәҙрәт Бирғәлин әйтеүенсә, әле республиканың юл буйҙарында намаҙ уҡыу урындары булдырыу йәһәтенән концепция эшләнә. Төбәгебеҙҙе яҡшы яҡтан күрһәтеү, туризмды үҫтереү бурыстары тәү сиратта тора икән, иң беренселәр рәтендә ошо эште башҡарыу мөһимлеге асыҡ, ти ул.
“Диниә назараты бындай маҡсаттағы ғәмәлдәргә электән иғтибар бирә килде, – ти Айнур хәҙрәт. – Мәҫәлән, мин мөфтөй урынбаҫары булған саҡта Нурмөхәмәт хәҙрәт, Мәсетле районы мөхтәсибе менән бергә күркәм эш тормошҡа ашырылғайны. Мәғлүм ки, был район – республикабыҙ “тупһалары”ның береһе. Уға ингән ерҙәге бер бинаны һатып алып, мәсет итеп йыһазландырҙыҡ. Бик күркәм ғәмәл булды: Башҡортостанға кергән ерҙә – Мәсетлелә – мәсет ҡаршылай! Тимәк, төбәгебеҙгә юл иман йортонан башлана тигән һүҙ. Ә бит республикаға ингән һәр яҡта шулай эшләргә мөмкин. Татарстан, Ырымбур һ.б. сиктәрендә лә юлсыларҙы, туристарҙы мәсет ҡаршылаһа, ҡайһылай һәйбәт булыр ине. Ошо йәһәттән эшҡыуарҙар, яғыулыҡ ҡойоу станциялары етәкселәре лә уйланһын ине. Бергәләп хәл итеүҙе талап иткән мәсьәлә был. Иншаллаһ, уны тормошҡа ашыра алырбыҙ”.
Исламда әйтелеүенсә, юлсыға ярҙам итеү – ҙур сауап. Әгәр юл буйҙарында мосолмандар өсөн яҙмала әйтелгән шарттар тыуҙырылһа, ошо мөмкинлекте булдырған ойошмаларҙың үҙҙәренә лә уҡылған намаҙҙар, ҡылынған доғалар аша сикһеҙ бәрәкәт, сауап килер, иншаллаһ.