Иман
5 Марта 2021, 15:42

“Ҡатын-ҡыҙҙың хаҡын үтәгеҙ!”

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан донъялағы иң изге кешеләребеҙ, йә­шәйештә ололарҙан-оло бурыс атҡарған әсәйҙә­ре­беҙҙең баһаһын, абруйын йәнә бер ҡат тәҡрарлап, бөйөкләп үтәйек. Әлбиттә, был ғәмәлдең байрам уңайынан ғына түгел, ә көн һайын башҡарылырға, ғә­зиздәребеҙгә йылы һүҙҙәр­ҙе йыш еткереп торорға тейешлегебеҙҙе лә онот­майыҡ. Әсәйҙәребеҙ алдында беҙ мәңге бурыслы.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан донъялағы иң изге кешеләребеҙ, йә­шәйештә ололарҙан-оло бурыс атҡарған әсәйҙә­ре­беҙҙең баһаһын, абруйын йәнә бер ҡат тәҡрарлап, бөйөкләп үтәйек. Әлбиттә, был ғәмәлдең байрам уңайынан ғына түгел, ә көн һайын башҡарылырға, ғә­зиздәребеҙгә йылы һүҙҙәр­ҙе йыш еткереп торорға тейешлегебеҙҙе лә онот­майыҡ. Әсәйҙәребеҙ алдында беҙ мәңге бурыслы.


Иң башта бер ғалимдың тормошона бәйле киң таралған хикәйәтте иҫкә төшөрөп үтәйек. Малай мәктәптән ҡайта ла әсә­һенә хат тоттора. Ғәзиз кеше­һе яҙманы асып ҡа­ра­ғас, ниңә­лер күҙҙәре йәшләнә. Унан улына ҡысҡырып уҡып бирә: “Һеҙ­ҙең малайығыҙ – даһи. Мәктә­бебеҙ бәләкәй булған­лыҡтан, ундай аҡыллы балаға белем бирерлек уҡытыусы юҡ. Шуға улығыҙҙы өйҙә генә уҡытһағыҙ ине...” Әсә балаһы менән үҙе шөғөлләнә башлай. Һөҙөмтәлә бер нисә йылдан улы өйҙөң баҙында үҙ ла­бора­торияһын асып ебәрә. Артабан үҫешә барып, ҙур ғалимға әүерелә. Бер мәл ҡәҙерле әсәһе баҡыйлыҡҡа күсә. Улы йорттағы элекке әй­бер­ҙәрҙе ҡарап, бала сағын иҫкә төшөрөп ултырғанда һар­ғайған ҡағыҙ бите килеп сыға. Ә унда – шундай һүҙҙәр: “Һеҙҙең улығыҙ аҡыл яғынан үҫеш­мәгән. Уны башҡа балалар менән бер­гә уҡы­та алмайбыҙ. Мәктәпкә башҡаса килмәһен...”


Әсә кешенең ни ҡәҙәр оло йөрәкле булыуы, бөйөклөгө хаҡындағы иҫәпһеҙ-һанһыҙ хикәйәттәрҙең береһе генә был. Балаһы өсөн барыһын да эшләр, уны һәр яҡлап камил итеп үҫтереүгә бөтөн көсөн һалыр, ә урынына һис ни талап итмәҫ изге йән эйәләренә Аллаһ Тәғәлә ни ҡәҙәр көс, аҡыл, фиҙакәрлек биргән! Исламда әсә, ҡатын-ҡыҙ иң юғары урында. Пәйғәм­бә­ребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә үҙенең мөбә­рәк хәҙистәрендә бөйөк затты дан­лауға, уның баһаһын аңла­тыуға, күтәреүгә ҙур иғтибар бүл­гән. “Йәннәт әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында” тигән һүҙҙәр генә лә бар бурыстарыбыҙҙы асып һала.


Йәнә бер билдәле хәҙисте һис ҡасан хәтеребеҙҙән сығар­майыҡ. Ир кеше оло йәшкә еткән әсәһен хаж ғибәҙәтен үтәһен өсөн күтәреп алып килә. Арыған, йонсоған, ти был Хоҙай бәндәһе. Юлында ул Пәйғәмбәребеҙгә тап була. “Йә Рәсүлуллаһ, – тип мөрәжәғәт итә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә. – Әсәйемдең бөтөн әйткәндәрен үтәп торам. Үҙен хатта ки хаж ҡылырға алып килдем, күтәреп йөрөтәм. Әсәйемдең хаҡын үтәй алдыммы?” Пәйғәмбәребеҙҙең яуабы иһә – һәр беребеҙ өсөн оло һабаҡ. “Әсәйҙәрҙең беҙҙе донъяға килтергән ваҡытта тотҡан бер тулғағының да хаҡын үтәү мөмкин түгел”, – тигән ул.


Мәғлүм ки, “Ҡөрьән Кәрим”дә гүзәл заттың хоҡуҡтары, бурыстары билдәләнгән айырым сүрә – “Ән-Ниса” – бар. Унда ғаилә ҡороу, тормош көтөү, мираҫ, башҡалар менән мөнәсәбәт ҡороу һәм башҡа мәсьәләләр аныҡ зекер ителгән. Был – Исламда әсәнең, ҡатын-ҡыҙҙың дәрәжәһе юғарылығына ныҡлы дәлил. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең һуңғы тапҡыр хаж ҡылғанда һөйләгән хушлашыу вәғәзендә “Ҡатын-ҡыҙҙың хаҡын үтәгеҙ!” тип бер нисә тапҡыр ҡабатлауы ла – оло аманат. Йәшәйеште дауам иткән, халыҡ һанын арттырған, милләткә, дингә, нәҫеленә көс-ҡеүәт өҫтәгән, ғаилә усағын һүндермәй һаҡлаған, телһөйәр, илһөйәр, әҙәпле, әхлаҡлы балалар үҫтергән, уларҙың киләсәген ҡайғыртҡан, күркәм тәрбиә ҡанундарын дауам иттергән, иренә терәк-таяныс булған һәм башҡа бихисап бурыстарҙы иңенә йөкмәгән әсәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар гелән ҡәҙер-хөрмәттә йәшәүгә хаҡлы.
Читайте нас