Бөтә яңылыҡтар
Иман
12 Апрель 2021, 20:00

Ураҙа мәлендә вакцинация үтергә яраймы?

Рамаҙан айына бәйле ошо һәм башҡа һорауҙарға Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур хәҙрәт Бирғәлин яуап бирҙе.

Рамаҙан айына бәйле ошо һәм башҡа һорауҙарға бөгөн Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур хәҙрәт Бирғәлин яуап бирҙе.
Бөгөн кис ҡояш байыуға, билдәле булыуынса, изге Рамаҙан айы башлана.
"Ураҙа кешенең тормош ағышын, холоҡ-ҡылығын үҙгәртә, ул үҙ ғүмеренә яңы күҙлектән ҡарай башлай, – тине Айнур хәҙрәт Бирғәлин журналистар өсөн уҙғарылған матбуғат конференцияһында. – Иртәгә, 13 апрелдә, уның тәүге көнө. Беренсе тапҡыр ураҙа тоторға ҡарар иткән кешеләр, ғәҙәттә, ҡыйынлыҡ кисерә, уларҙы нимәлер ярһытҡан, ҡамасаулаған кеүек була. Артабан, әлбиттә, Аллаһ ярҙамы менән барыһы ла яйға һалынасаҡ".
Әле бөтә ил буйынса коронавирус афәтенән вакцинациялау бара. Ураҙа мәлендә ҡояш ҡалҡҡандан алып байығансы ризыҡ ҡабырға ярамағас, прививка ҡаҙатыу гонаһ түгелме? Был һорауға ҡаршы Айнур хәҙрәт шулай тип яуап бирҙе: “Вакцина ризыҡ булып иҫәпләнмәй, кеше уны туҡланыу өсөн ҡабул итмәй, шуға күрә ковидҡа ҡаршы инъекция эшләткән кешенең ураҙаһы ла боҙолмай”.
Ураҙа бәлиғ йәштәге һәр мосолман өсөн фарыз. Уны бәлиғ булмағандарға, сирлеләргә, юлсыларға, ауырлы һәм сабыйын имеҙгән ҡатын-ҡыҙға тотмаҫҡа рөхсәт ителә.
Айнур хәҙрәт Бирғәлин журналистарҙы ифтарҙарға ла саҡырҙы.
Ураҙа 13 майға хәтлем дауам итәсәк.
Автор фотоһы.
Читайте нас: