Бөтә яңылыҡтар
Иман
28 Апрель 2021, 16:50

Был бөжәктән 500-гә яҡын кеше зыян күргән

Һаҡланғандың - һағы ятыр, тигән боронғолар. Ябай ғына ҡағиҙәләрҙе тотоу оло бәләнән йолоп ҡалыр.

Яҙғы йәмле көндәр етеү менән, талпандар ҙа үҙҙәренең һунарын башланы. Апрель башынан, йәғни 20 көн эсендә, талпандан тешләнеп 485 кеше белгестәргә мөрәжәғәт иткән. Шуларҙың 227-һе балалар, тип белдерә республика Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең бүлек мөдире Вероника Голованова.
Беренсе мөрәжәғәт 8 апрелдә булды, ти ул. Ошо арауыҡ эсендә 412 талпан энцефалитҡа тикшерелгән, шуларҙың икәүһендә был сир асыҡланған. Ә бына боррелиозға 326 талпанды тикшергәндәр, шулай уҡ 52 бөжәк сирле булып сыҡҡан.
Алда оҙайлы май байрамдары тора. Һауа торошо ыңғай булып, көндәр матур булһа, халыҡ тәбиғәт ҡосағына ашыға. Әммә был мәлдә уяулыҡты юғалтмау мөһим.

Тәбиғәткә сыҡҡанда асыҡ төҫтәге кейем һайлау, еңдәрендә манжеттары булған спорт костюмы, салбар балаҡтарын ойоҡҡа ҡыҫтырып кейеү фарыз. Шулай уҡ футболка йәки күлдәкте лә салбарға ҡыҫтырып ҡуйығыҙ. Башҡа яулыҡ бәйләп йә башлыҡ кейеп йөрөгөҙ.
Урман-ҡырҙа ике сәғәт һайын, бөжәк йәбешмәнеме икән тип, өҫтөгөҙҙө тикшереп, ҡаҡҡылап тороғоҙ. Шулай уҡ талпандарҙы ҡурҡыта торған махсус саралар ҡулланығыҙ, тип кәңәш итә белгестәр. Халыҡ ҡулланған сараларҙан эвкалипт майының талпандарҙы ҡурҡытыуы билдәле.
Һаҡланғандың - һағы ятыр, тигән боронғолар. Ябай ғына ҡағиҙәләрҙе тотоу оло бәләнән йолоп ҡалыр. Сәләмәт булайыҡ, дуҫтар!
Фото pixabay.com
Читайте нас: