Бөтә яңылыҡтар
Иман
7 Май 2021, 11:50

Модулле мәсеттәр асылды

Быйылғы яҙ республиканың дини йәһәттән үҫешенә өлөш индергән ваҡиғаларға бай булды. Мәҫәлән, «Юлсы» проекты нигеҙендә Дәүләкән ҡалаһы эргәһендә модулле ғибәҙәт бүлмәһе асылды. Тантаналы сарала Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин, яҡындағы райондарҙың имам-мөхтәсибтәре, урындағы халыҡ, имамдар ҡатнашты.

Быйылғы яҙ республиканың дини йәһәттән үҫешенә өлөш индергән ваҡиғаларға бай булды. Мәҫәлән, «Юлсы» проекты нигеҙендә Дәүләкән ҡалаһы эргәһендә модулле ғибәҙәт бүлмәһе асылды. Тантаналы сарала Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин, яҡындағы райондарҙың имам-мөхтәсибтәре, урындағы халыҡ, имамдар ҡатнашты.


Был – республикалағы өсөнсө модулле мәсет. Тәүге икәүһе Октябрьский ҡалаһы янына, М5 трассаһы буйына ҡуйылғайны. Өсөнсөһө иһә заманса дизайнда эшләнгән, йылы иҙән, эске һәм тышҡы яҡтылыҡ менән йыһазландырылған. Ҙурлығы – 4х 2,4 метр, тимәк, бер нисә кеше бер юлы иркенлектә намаҙ уҡый ала.


Благовещен районының Удельно-Дыуанай ауылы янындағы юл буйында ла модулле мәсет асылды. Был эш тә “Юлсы” проектына (етәксеһе – Алмас Вәлиев) ярашлы тормошҡа ашырылды. Мәсетте асыу тантанаһында ошо яҡтағы райондар халҡы, имам-мөхтәсибтәр, имамдар һ.б. ҡатнашты. Был – уларҙың берҙәм хеҙмәт емеше. Ҡалтасы районы имам-мөхтәсибе Фәнил хәҙрәт Бағманов үҙ сығышында билдәләүенсә, күптәр тап ошо юл аша Өфөгә йөрөй. “Мин үҙем дә йыш үтәм. Быға тиклем юл буйында шарттар булмағас, намаҙҙы төрлө урынға инеп уҡырға мәжбүр инек. Хәҙер, әл хәмдү лил-ләһ, тыныс ҡына ғибәҙәт ҡылырлыҡ урыныбыҙ бар”, – тине ул.


Был модулле мәсеттең спонсорҙары – Ҡалтасы районынан бер ғаилә, улар үҙҙәренең исем-шәрифен әйтмәүҙе теләгән.


Өфөнөң “Башҡортостан” сауҙа үҙәгендә намаҙ уҡыу бүлмәһе асылыуы ла һөйөнөслө ваҡиға булды. Тантанала “Юлсы” проекты етәксеһе белдереүенсә, был изге эш Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты менән Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының берлектәге тырышлығы арҡаһында тормошҡа ашырылған. “Хәҙер ошондай уҡ бүлмәләрҙе тимер юл станцияларында ла асыу хаҡында һөйләшеүҙәр алып барыла”, – тине Алмас Вәлиев.


Был сарала ҡатнашҡан мосолмандар сауҙа үҙәктәрендә намаҙ уҡыу бүлмәһе булдырыу башланғысын юғары баһалаған. “Ғибәҙәтте ваҡытында ҡылыу, динебеҙҙе үҫтереү өсөн бик яҡшы мөмкинлек”, – тип белдергән улар.


Фото: dumrb.ru
Читайте нас: