Бөтә яңылыҡтар
Иман
13 Май 2021, 11:55

Изге байрам беҙҙе берләштерһен!

Радий Хәбиров Ураҙа байрамы уңайынан вәғәздә ҡатнашты.

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Ләлә-Тюльпан” мәсетендә булды. Бында, республиканың башҡа барлыҡ мәсеттәрендә кеүек үк изге Рамаҙан айы тамамланыуы һәм Ураҙа ғәйете уңайынан байрам вәғәзе үтә. Уны Юғары мөфтөй, Рәсәй Үҙәк Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин үткәрҙе.
Республика етәксеһе мосолмандарҙы байрам менән ҡотланы, дөйөм намаҙҙа ҡатнашты һәм инаныусылар менән аралашты.
“Хөрмәтле Юғары мөфтөй Тәлғәт-хәҙрәт Тажетдин! Хөрмәтле дуҫтар, туғандар! Һеҙҙе изге Рамаҙан айы тамамланыу һәм Ураҙа байрамы менән ихлас ҡотлайым!” – тип мөрәжәғәт итте ул йыйылған халыҡҡа.
– Әле мин иғтибар менән беҙҙең Юғары Мөфтөй вәғәзен тыңланым. Күп милләтле һәм күп конфессиялы республика Башлығы булараҡ, Ураҙа байрамы, Ҡорбан байрамы һәм башҡа дини байрамдарҙың беҙҙең рухи һәм мәҙәни тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшө икәнлеген яҡшы аңлайым. Быны һаҡларға тейешбеҙ. Беҙ йылдар дауамында бергә дуҫлыҡта һәм теләктәшлектә йәшәйбеҙ, – тине ул. – Ошо изге айҙа башҡарған изге эштәрегеҙ, изге уйҙарығыҙ, мохтаждарға ярҙам иткәнегеҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәтлемен. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ, ғаилә именлеге теләйем. Байрам менән! Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!
Байрам вәғәзенән һуң Радий Хәбиров тәьҫораттары менән социаль селтәрҙәр аша уртаҡлашты.
“Барлыҡ сикләүҙәрҙе теүәл үтәп, бөгөн беҙ мәсеттәрҙә йыйылдыҡ һәм мосолмандар өсөн мөһим ваҡиға – изге Рамаҙан айы тамамланыуын билдәләнек. Беҙҙең күп милләтле һәм күп конфессиялы республикала изге күңелле һәйбәт кешеләр йәшәй. Һәм Ураҙа, Ҡорбан байрамдары ла, Пасха менән Раштыуа ла – бөтә Башҡортостан кешеләре өсөн уртаҡ байрамдар. Был беҙҙең күп быуатлыҡ рухи байлығыбыҙҙы нығыта. Был ата-бабалар аманат итеп ҡалдырған туғандаш дуҫлыҡ, беҙ уны һаҡларға тейеш.
Ураҙа байрам беҙгә күңел тыныслығы, эштәребеҙгә ышаныс бирһен. Яҡшы эштәр, дөйөм йортобоҙ өсөн уртаҡ хеҙмәткә яңы көстәр насип итһен”, – тип яҙҙы ул.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас: