Бөтә яңылыҡтар
Иман
28 Май 2021, 09:32

“Ҡорбан байрамын яңы мәсеттә үткәрергә ниәтләйбеҙ”

Изге эшкә бөтәһе лә ҡушылды.

Ғибәҙәтхана – Аллаһ йорто, уны матур тотоу, тәрбиәләп тороу – мосолмандарҙың дөйөм бурысы. Изге Ҡөрьәндә “Мәсет төҙөгән кешегә Аллаһ Тәғәлә йәннәттә йорт һалып ҡуйыр” тиелгән икән, тимәк, был ғәмәлдең сауабы, бәрәкәте икһеҙ-сикһеҙ.


Ошо йәһәттән Яңауыл районы үҙәгендә барған эш оло баһаға лайыҡ. Унда ике ай элек “Ислам” мәсетенә ҙур ремонт яһау кәрәклеге хаҡында иғлан ителгәс, халыҡ дәррәү ярҙам күрһәтергә тотонған. Яңауыл һәм Ҡалтасы районда­рының имам-ахуны Ибраһим хажи хәҙрәт Абзалетдин әйтеүенсә, эш өсөн ниҙәр кәрәк – барыһын да үҙҙәре килтереп биреп тора. “РемСтройМонтаж” йәмғиәте, “Кровля-Дар” магазины, “Урал” сауҙа йорто, башҡа эшҡыуарҙар, төрлө ойошма-предприятие вәкилдәре, айырым кешеләр...
– Шулай берҙәм көс менән ремонт эше тиҙ арала ырап китте, – ти Ибраһим хәҙрәт. – Әлегә бинаның түбәһен яңырттыҡ, тәҙрәләрҙе, йылытыу системаһын алмаштырыу бара, иҙән һалыу өсөн дә барыһы ла әҙер. Төҙөлөш материалдары һатылған магазиндарҙың хужалары үҙҙәре шылтыратып хәлде белешеп тора. “РемСтройМонтаж” эшселәре ремонт менән мәшғүл.
Әлбиттә, мәсетте яңыртыу кәрәклеге хаҡында иң тәүҙә район хакимиәте башлығы Илшат Әғзәм улы Вәзиғәтов менән һөйләштек, шулай уҡ Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт хәҙрәт Тажетдиндың фатихаһын алдыҡ. Уларҙың ризалығынан башланған изге ғәмәлде күмәкләп еренә еткереп атҡарып сығырбыҙ, тип ышанам.
Ибраһим хәҙрәт һүҙҙәренсә, Яңауылдың үҙәгендәге был иман йорто 26 йыл элек төҙөлгән, иҫкереп барған. “Ҡалабыҙ – заманса үҫеш юлында. Мәсет тә уның менән бергә яңырырға тейеш”, – ти имам-ахун.
Ә ҡалала дингә килгәндәр йылдан-йыл күбәйә. Рамаҙан айында улар ҡатнашлығындағы йәмәғәт намаҙҙары, ифтарҙар мәсеттең төкәтмәһендә үткәрелгән. Ауыҙ асыуға бергәләшеп райондың башҡа ауылдарына ла йөрөгәндәр. Мәҫәлән, ифтар бер нисә рәт Истәктә уҙғарылған – уларҙың күптән түгел төҙөлгән ҙур, матур мәсете бар.
“Дөйөм алғанда, ике районда 25 иман йорто иҫәпләнә. Ҡатнашып, бергә йәшәйбеҙ, эшләйбеҙ, ярҙам итешәбеҙ. Аллаһ юлында шулай уртаҡ маҡсатлы, берҙәм булыу зарур. “Әҙәм балаһы миңә табан атлап килһә, уның ҡаршыһына йүгереп барырмын”, – тиелгән изге Ҡөрьән­дә, тимәк, Аллаһҡа яҡынайған һайын тормошобоҙҙа бәрәкәт артыр. Әле “Ислам” мәсетен ремонтлауға ла күмәкләп тотонғанбыҙ икән, иншаллаһ, Раббыбыҙ рәхмәтендә атҡарып сығырбыҙ”.
Ибраһим хажи хәҙрәт үҙе тамырҙары менән – Яңауылдан. Ата-бабалары дини ғилем таратыу­сылар булған. Әсәһе ошо райондың Һандуғас ауылында тыуып үҫкән, унан Ҡалтасыға кейәүгә сыҡҡан. Балалар ике яҡтан туғандары араһында хәстәрлектә буй еткергән. “Хәҙер ҙә ошо ике аралағы юлға саң ҡундырмайым. Әле бигерәк тә мәсеттә ремонт барғас, йәшәгән урыным Ҡалтасынан Яңауылға көн дә йөрөйөм, – ти имам-ахун. – Бындағы ярҙамсым Камил Миҙхәт улына ҙур рәхмәт – ойоштороу мәшәҡәттәренең күбеһе уның иңенә төшә. Икебеҙ ҙә элекке хәрби, хаҡлы ялға сыҡҡас, дин юлына ныҡлап баҫҡан кешеләр булараҡ, аңлашып, бурыстарыбыҙҙы теүәл үтәргә күнеккәнбеҙ”.
Мәсеттең ошо төкәтмә яғында дин ғилеменә уҡытыу ҙа алып барыла икән. Ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егеттәр өсөн айырым остаздар һабаҡ бирә. Өҫтәүенә Ибраһим хәҙрәт йәш быуынға асыҡ дәрестәр ҙә үткәрә. “Балаларға дингә бәйле тормош һабаҡтары бирергә тырышам, – ти ул. – Белеүегеҙсә, беҙҙең районда мосолмандар ғына йәшәмәй, башҡа милләт вәкилдәре лә күп. Әммә һәр береһе дингә бәйле тормош һабаҡтарын шул ҡәҙәр ҡыҙыҡһынып, бирелеп китеп тыңлай. Шулай уҡ уҡытыусылар ҙа. Эйе, әҙәм балаһына – йәшме ул, өлкәнме – Аллаһ һүҙе кәрәк, һәм уны беҙ, диндарҙар, ваҡытында еткереп торорға тейешбеҙ. Үҙем, дүрт бала атаһы һәм дүрт ейән-ейәнсәргә олатай булараҡ, ғаиләлә лә ошондай тәрбиә алып барыу зарурлы­ғына ныҡлы инанғанмын”.
Әлеге ремонтҡа әйләнеп ҡайт­ҡан­да иһә, эш күп әле. Барыһы ла заманса итеп яңыртыла. Манараны ла алмаштырыу ҡаралған. Ниәтләү­ҙәренсә, яңыртылған бина Ҡорбан байрамына әҙер булырға тейеш. Яңауылдар был ваҡиғаны шатлыҡ ҡатыш тулҡынланыу менән көтә.


Яңауыл районы.
Читайте нас: