Бөтә яңылыҡтар
Иман
3 Июнь 2021, 22:10

Ахунға – башҡорт еләне

Борай районы үҙәгендә данлыҡлы Тарихи мәсет асылды. Унда, эргә-тирәләге бар халыҡтан тыш, Рәсәйҙең биш төбәгенән дини остаздар килде.

Борай районы үҙәгендә данлыҡлы Тарихи мәсет асылды. Унда, эргә-тирәләге бар халыҡтан тыш, Рәсәйҙең биш төбәгенән дини остаздар килде.


“Иман йортона нигеҙ ташы 1914 йылда һалынған. Ул ошо төбәктәге барлыҡ ра-йондар халҡына хеҙмәт иткән. Тарихи мәсеттең яңы һулыш алыуы тотош республика өсөн оло ҡыуаныс, – тине сығышында Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Айнур Бирғәлин. – Хәҙер мәсеттең икенсе ҡатында – уҡыу кластары. Шулай уҡ унда йәш әсәйҙәр балалары менән килеп шөғөлләнһен өсөн бүлмә лә бар”.


Мөфтөй Борай районы ахуны Рифат хәҙрәт Зариповҡа мәсетте заманса төҙөкләндереүгә күп көс һалғаны өсөн рәхмәт әйтеп, уға дини ойошманың бүләктәрен тапшырҙы, көнбайыш башҡорттары йолалары буйынса биҙәлгән елән кейҙерҙе.


Рифат хәҙрәт һөйләүенсә, яңы быуат башында боронғо мәсетте тергеҙеү тәҡдиме яңғырағас, уны бар халыҡ дәррәү күтәреп ала. Бинаны алып ташларға теләгәндәргә күмәкләп ныҡлы ҡаршылыҡ күрһәтәләр. “Беҙҙең төбәк халҡында элек-электән диндарлыҡ көслө булған, – тине ул. – Уҙған быуат башында Борайҙа дүрт мәҙрәсә лә эшләүе күп нәмә хаҡында һөйләй. Ата-бабабыҙҙың ошо юлын дауам итеүебеҙ менән бәхетлебеҙ”.


Рәсәй мосолмандары Диниә назараты рәйесе урынбаҫары Руслан Әббәсов, Татарстандың баш ҡазыйы Йәлил Фазлыев һәм башҡалар ҙа иман йортон яңыртыуға өлөш индергәндәргә бүләктәр тапшырҙы, мәсеттең халыҡҡа артабан да оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеүен теләне.

Читайте нас: