Бөтә яңылыҡтар
Иман
3 Июнь 2021, 22:09

Балаларға таныҡлыҡ тапшырылды

Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжы (мәҙрәсә) ҡарамағындағы балалар өсөн йәкшәмбе мәктәбендә быйылғы сығарылыш тантанаһы үтте.

Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжы (мәҙрәсә) ҡарамағындағы балалар өсөн йәкшәмбе мәктәбендә быйылғы сығарылыш тантанаһы үтте.


Ун йылдан ашыу эшләгән был мәктәпкә мәҙрәсәнең элекке директоры, Башҡорт­остан мосолмандары Диниә назараты рәйесе урынбаҫары булған, быйыл баҡыйлыҡҡа күскән Илдар хәҙрәт Малахов нигеҙ һалған. Унда балаларҙы традицион дин ҡанундарына, Ҡөрьән уҡырға өйрәтәләр. Бәләкәй шәкерттәр менән ныҡлы белемле мәҙрәсә уҡытыусылары шөғөлләнә. Уҡыу йылы аҙағында балалар имтихан тапшыра.


Быйыл, пандемия шарттарындағы сикләүҙәргә бәйле, дәрестәр онлайн тәртибендә үтте. Сығарылыш кисәһе иһә һәр кем өсөн осрашыу шатлығы ла бүләк итте. Таныҡлыҡҡа ҡушып, балаларға бүләктәр тапшырылды, байрам табыны ойошторолдо.


Фото: namazniyaz.com
Читайте нас: