Бөтә яңылыҡтар
Иман
3 Июнь 2021, 22:05

“Бер-беребеҙгә рәхмәт әйтеп йәшәйек!”

Иҫәкәй ауылы мәсетенә билдәле диндарҙар килде.

Күптән түгел Ишембай районының Яр-Бишҡаҙаҡ, Ғүмәр, Маҡар, Иҫәкәй һәм Һарғай ауылдары халҡына билдәле диндарҙар менән осрашып аралашыу насип булды.


Телевидение һәм радиола дини тап­шырыуҙар алып барып, халыҡтың күңелен яулаған Морат хажи Лоҡманов, Ишембай районы мөхтәсибе Радик Мира­ҫов, социаль селтәрҙә “Фатиха“ төркөмө ойоштороп, уны уңыш­лы алып барған хажиә Зөлфиә Ғүмәрованың Иҫәкәйгә йома намаҙына килеүе халыҡтың аралашыуға һыуһаған күңеленә дауа булды. Мәсетебеҙҙә ул көндә халыҡ айырыуса күп ине.
Радик Мираҫов аҙан ҡыс­ҡырғас, ауылыбыҙ имам-хатибы Фәнил Сәлимгәрәев вәғәз һөй­ләне. Хәҙрәттең һүҙҙәрен хатта бәләкәй балалар ҙа иғтибар менән тыңлап, фәһем алып ултырҙы. Артабан Морат хажи Лоҡмановты тыңланыҡ. Уның шул ҡәҙәр ихлас, бар йөрәктән әйтелгән һүҙҙәре берәүҙе лә битараф ҡалдырманы, һәр кем үҙен борсоған, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға тулы, ҡәнәғәт­ләнерлек яуап алды.
Телевизор аша ғына күреп өйрәнгән хажи менән яҡындан һөйләшеү оло инәйҙәр өсөн айырыуса ҙур шатлыҡ булды.

“Фатиха“ төркөмө етәксеһе хажиә Зөлфиә Ғүмәрованың да донъяуи кәңәштәре, тормошсан тәҡдимдәре беҙҙең күңел түре­нән урын алды. Уға ауыл ағинәй­ҙәре Миңнифа Әҙелгәрәева, Фәниә Кәлимуллина ла ҡушы­лып, яҙмыштарындағы төрлө хәл-ваҡиғаларҙы бәйән итеп, йәштәргә һабаҡ бирҙе.
Осрашыуҙа Розалиә менән Рәсим Мәһәҙиевтәрҙең 2-се класты тамамлаған Рамаҙан исемле улдары, аҙан ҡысҡырып күрһә­теп, халыҡты таң ҡалдырҙы. Ошо мәлдә шатлыҡтан күптәр­ҙең күҙе йәшләнде: эйе, динебеҙ юлын дауам итәсәк тәрбиәле, иманлы балалар үҫеп килә, әл хәмдү лил-ләһ! Рамаҙандың ете йәшлек ҡустыһы Рәсүл дә аят-сүрәләр уҡып ишеттереп, халыҡ­тың күңелен яуланы. Был йома намаҙы ошо малайҙарға дине­беҙҙе тағы ла нығыраҡ өйрәнергә этәргес биргәндер. “Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә ҙур билдәлелек яула­ған, төбәге­беҙҙең данын арт­тыр­ған йырсы Риза Мәһәҙиевтең нәҫеленән бит улар!“ – тип ғо­рурлыҡ белдерҙе Ибрай ауылы мөслимәләре Әлфиә Хөббөт­ди­нова менән Мөрсәлимә Ғәзизова.
“Бер-беребеҙгә рәхмәт әйтеп йәшәйек. Аллаһ Тәғәлә шул саҡта ғына беҙгә бәрәкәт ишек­тәрен нығыраҡ асасаҡ!“ – тине Морат хажи Лоҡманов үҙенең сығышында. Ошо һүҙҙәрҙе тормошобоҙ ҡануны итеп алһаҡ, һәр саҡ үҫеш юлында булырбыҙ. Әлеге осра­шыуҙан да бер-беребеҙгә рәхмәт белдереп, тағы ла күрешергә өмөт-ышаныс менән таралыштыҡ. Уны матур итеп ойош­торған хәҙрәтебеҙ Фәнил Сәлимгәрәевкә, Рәзилә Вәлитова-Солтанбаеваға, уларға ярҙам иткән Иҫәкәй, Ибрай ауылдары мөслимәләренә, тәмле аш-һыу әҙерләгән Фәнзилә Солтанбаева, Әлфирә Дауытова, Әлфи­рә Ибраһимова, Зөлхизә Ғима­лет­динова, Фәриҙә Алтынбаева һәм башҡа­ларға, күстәнәстәрен биреп ебәргән инәй-апайҙарға, һыйҙарын тотоп килгән һеңле-килендәргә ҙур рәхмәт! Ҡылған изгелегегеҙ үҙегеҙгә, нәҫел-нәсәбегеҙгә йөҙләтә әйләнеп ҡайтып һөйөндөрһөн, иншаллаһ!


Ишембай районы.
Читайте нас: