Бөтә яңылыҡтар
Иман
13 Июнь 2021, 08:30

Тәүгә аҙан тауышы яңғыраны

Ауылда "Фазылйән" мәсете үҙ ишектәрен асты.

Ниһайәт, Йылайыр районының Сәләх ауылында тәүге аҙан тауышы яңғыраны. Былтыр республикала "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашып, сәләмәт тормошто үҙ иткән сәләхтәр тиҙ арала күмәк көс менән иман йорто төҙөнө. "Фазылйән" мәсете үҙ ишектәрен асты.
Мосолмандарҙың изге байрамы - Ҡорбан ғәйете алдынан ауылда Аллаһ йортоноң асылыуы икеләтә ҡыуаныслы. Киләсәктә бында дини байрамдар үтер, балаға исем ҡушыу, никах уҡытыу, әруахтарға доға ҡылыныр, тигән ниәттә ауыл халҡы.
Фото: Йылайыр район хакимиәте сайтынан.
Читайте нас: