Бөтә яңылыҡтар
Иман
23 Июнь 2021, 15:00

Ҡөрьән генә зыян күрмәгән...

Был осраҡ буйынса һеҙ ниндәй фекерҙә?

21 июндә Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында ҙур янғын булды. Һөҙөмтәлә дүрт йорт янды. Уны һүндереүҙә ауыл халҡы ҡатнашһа ла, бер нәмәне лә ҡотҡарып ҡала алмайҙар. Бәхетле осраҡ арҡаһында ғына һәләк булыусылар юҡ.
Янғындан һуң йорт урындарын таҙартҡан кешеләр мөғжизәле хәлдең шаһиты була – Ҡөрьән китабын таба. Иҫ китмәле хәл - ниндәйҙер тылсым менән изге китап зыян күрмәгән, бары тик ситтәре генә бер аҙ көйгән.
Был осраҡ буйынса һеҙ ниндәй фекерҙә?
Фото: “Таң” гәзитенең социаль селтәрҙәге диуарынан.
Читайте нас: