Бөтә яңылыҡтар
Иман
25 Июнь 2021, 12:00

"Атайымдың яҡты хыялы ине"

Күренекле сәсән Шафиҡ Әминев Тамьяниҙың вариҫтары ауылдаштарына Ҡорбан байрамы алдынан ҙур бүләк яһаны.

Ошо көндәрҙә Әбйәлил районының Әбделғәзе ауылында иман йорто асылды.
Эшҡыуар Ишморат Әминев мәсет төҙөтөп, уға аталарының исемен биргән. "Шамил" ғибәҙәтханаһын асыу тантанаһында район Советынан вәкилдәр, ауылдаштары ҡатнашты. Күренекле сәсән Шафиҡ Әминев Тамьяниҙың вариҫтары булған Әминевтәр аталарының хыялын тормошҡа ашырып, ауылдаштарына Ҡорбан байрамы алдынан ҙур бүләк яһаны.
"Атайыбыҙ оло хөрмәткә, ихтирамға лайыҡ кеше булды. Көслө спортсы ине, шулай уҡ сәсән Шафиҡ Әминевтең ижадын өйрәнеүгә күп көс түкте. Ғүмеренең һуңғы йылдарында ауылыбыҙҙа мәсет төҙөү теләге менән янды, әммә хыялын тормошҡа ашырырға өлгөрмәне. Был теләген ихлас үтәнек. Иман йорто буш тормаҫ, халыҡ күпләп йөрөр тигән өмөттәбеҙ", - ти Ишморат Әминев.
Мәсет асыу тантанаһы Ҡорбан ашы менән тамамланды.
Фото: "Абзелил" гәзите сайты.
Читайте нас: