Бөтә яңылыҡтар
Иман
16 Июль 2021, 17:17

Килер көндәргә – бәрәкәт

Изге Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!

Быйыл Ҡорбан байрамы 20 июлгә тура килә. Ул өс көн дауам итә. Ошо хәйерле осорҙо һәммәбеҙгә лә лайыҡлы үткәрергә яҙһын, сауаптарын насип итһен!

 “Әгәр Аллаһ Тәғәлә миңә малай бүләк итһә...”

 “Ҡорбан” һүҙе яҡын булыу тигәнде аңлата, йәғни Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенән алыҫ тормау, уға өлгәшергә ынтылыу. Ҡорбан салыуҙың тарихы бик тәрәндә ята. Мәғлүм ки, был ғәмәлде иң беренсе атабыҙ Әҙәм ғәләйһис-сәләмдең улдары Ҡабил менән Һабил атҡара. Тәүгеһе эште бар күңелен биреп, тырышып башҡарғанлыҡтан, ҡорбаны ҡабул була. Ихласлыҡ һалмаған Һабилдыҡы иһә киреһенсә килеп сыға.

Ҡорбан салыу Ибраһим ғәләй­һис-сәләм йәшәгән осорға ла килеп тоташа. “Әгәр ҙә ки Аллаһ Тәғәлә миңә малай бүләк итһә, был баламды ҡорбан итеп салырмын”, – тип нәҙер әйтә пәйғәмбәр. Йылдар үткәс, улы Исмәғил донъяға килә. Ир бала атаһы менән бергә йөрөрлөк йәшкә еткәс, Аллаһ Тәғәлә Ибраһим ғәләйһис-сәләмдең төшөнә инеп, өс мәртәбә нәҙерен иҫенә төшөрә. Пәйғәмбәр улын ҡорбан итеп салыу өсөн әле халыҡ хаж ҡылған яҡтарға алып бара. “Эй, улым, – ти. – Мин Аллаһ Тәғәләнең бойороғон үтәйем, һине ҡорбан итеп салырға тейешмен”. Исмәғил атаһына ҡаршы килмәй. “Аллаһтың бойороғон үтә”, – ти. Ләкин уны ҡорбан итеп салам тигәндә, бысаҡ үтмәй ҙә ҡуя. Шул саҡ Аллаһ Тәғәлә күктән ҡуй тәкәһен ебәрә. Ошо мал ҡорбан итеп салына. Һәм был ғибәҙәт дауам итә.

 Ҡорбанлыҡты салыу, таратыу ҡағиҙәләре

 Ҡорбанды байрамдың өс көнөндә лә салырға мөмкин. Ул важиб була, йәғни мотлаҡ. Бынан тыш, “Шул эште йырып сыҡһам, ҡорбан саласаҡмын” тип әйткәндәрҙе йыш ишетәбеҙ. Аллаһ Тәғәлә алдында ошолай һүҙ биргәс, вәғәҙә үтәлергә тейеш. Был “нәҙер ҡорбаны” тип атала. Өҫтәүенә, “шөкөр ҡорбаны” була. Тимәк, Аллаһ Тәғәләнең биргән ниғмәттәренә рәхмәт белдереү ғәмәле.

Ҡорбанлыҡҡа килгәндә, айырым ҡағиҙәләр бар. Мәҫәлән, кәзә малы бер йәшлек булырға тейеш. Әгәр һимеҙ икән, алты айлыҡ һарыҡты ла салырға рөхсәт ителә. Шулай ҙа уның да бер йәшлек булыуы хәйерлерәк. Һыйыр малының иһә өс-биш йәшлеге һайланырға тейеш. Тағы ла шуныһы бар: кәзә-һарыҡ бер кеше өсөн салынһа, һыйыр менән дөйә – етәүгә.

Малды ҡайҙан алырға? Борон, һәр кем үҙе күпләп мал тәрбиәләгән саҡта, бындай мәсьәлә бөтөнләй булмаған. Ә яңы быуат башында, мәғлүм ки, ҡорбанлыҡ өсөн һарыҡ табыу шул ҡәҙәр ҙур проблемаға әйләнде. Һуңғы йылдарҙа иһә, әлхәмдүлилләһ, хәл яйға һалына башланы. Ҡорбанлыҡ өсөн мал аҫраған фермерҙар ҙа күбәйә бара хәҙер. Һарыҡ-кәзәне уларҙан да, ҡуй көткән бүтән кешеләрҙән дә һатып алырға мөмкин. Тик ҡорбанлыҡ уртаса һимеҙлектә, етешһеҙлек­тәрҙән азат, ағзалары теүәл булырға тейеш.

Ғәмәл алдынан доға ҡылына, ҡуйҙы аҙапламаҫ өсөн бысаҡ яҡшы итеп үткерләнә. Мал салынғас, ите һәйбәт итеп һуйыла. Тиреһен хәйер итеп бирергә кәрәк. Ә инде ит, өс өлөшкә бүленеп, тәүгеһе – үҙең һәм ғаиләң өсөн, икенсеһе туғандар, ҡәрҙәштәр менән ризыҡланыуға ҡалдырыла, өсөнсөһө ҡорбан сала алма­ғандарға, өлкән йәштәгеләргә, мохтаждарға таратыла. Шул саҡта ҡылынған ғәмәл хәйерле була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы саҡ ҡорбанлыҡтың бирел­гән өлөшө менән риза булмаған кешеләр ҙә осрап ҡуя. Иттең ҡайһы ғына ере эләкһә лә, бер генә ҡабымы насип булған хәлдә лә, шөкөр итергә тейешбеҙ. Олуғ Аҡмулла ла бит “Нәси­хәттәр”ендә:

“Дүртенсе ҡиммәт нәмә –

шөкөр, тигән,

Ниғмәткә шөкөрһөҙлөк –

көфөр, тигән”, –

тип белдергән.

Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгән һәр ниғмәтте риза булып ҡабул итеү зарур. Ә уларҙы һанап китһәк, осона сығыу мөмкин түгел. Ҡорбан итенән ауыҙ итеү ҙә – ошо иҫәптә. Әгәр ҙә ки был йәһәттән шөкөр итмәй башлаһаҡ, өлөштәрҙе бүлешһәк, Аллаһҡа ризаһыҙлыҡ белдереү тигән һүҙ була. Борон ҡорбанлыҡтың бөтөн өлөштәре лә эшкәртелгән. Бөгөн иһә ҡайһы саҡта әрәм-шәрәм итеү осраҡтары бар: мәҫәлән, малдың башын, тиреһен, эс-ҡарынын ташлайҙар. Исраф ҡылыуға юл ҡуйырға ярамай. Булғанды әрәм итеү – гонаһ.

 Күңелдә иман, ышаныс артһын!

 “Раббыңдың ризалығы өсөн намаҙ уҡы һәм ҡорбан сал!” – тип бойоролған изге “Ҡөрьән Кә­рим”дә. Әлхәмдүлилләһ, һуңғы йылдарҙа изге ғәмәлде үтәгәндәр күбәйҙе. Был, әлбиттә, йәмғиәте­беҙҙең дингә яҡынайыуы, күркәм сифаттарҙың өҫтөнлөк ала барыуы хаҡында һөйләй. Хаҡ Тәғә­ләнең барлығына һәм берлегенә инаныуҙы, йомартлыҡты сағыл­дырған изге ғәмәлде башҡарған кеше Аллаһ алдында ҙур сауапҡа өлгәшә. Ҡорбан салыуҙың, ошо уңайҙан ҡунаҡ саҡырыуҙың, Ҡөрьән уҡыуҙың ғаилә өсөн бәрәкәте икһеҙ-сикһеҙ. Йортобоҙ, күңелебеҙ нурға күмелә, бала­ларыбыҙ, туғандарыбыҙ дингә яҡынлай, доға мәрхүмдәрҙең рухын яҡтыр­та... Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең ҡорбан салыу хаҡында хәҙистәре бихисап. Уларҙы уҡыу, өйрәнеү, бел­мәгән­дәргә еткереү дөйөм үҫешкә ҙур бәрәкәт бирер.

Изге ғәйет көндәрендә игелек­тәребеҙ ишәйә, иманыбыҙ яңыра, күңелдә мәрхәмәт, килер көндәргә ышаныс арта. Мосолмандар мәжлестәр уҙғара, бүләктәр бирешә. Туғандар, яҡындар менән күрешеү үҙ сиратында тормошҡа ҙур бәрәкәт бирә.

Мәғлүм ки, әлеге мөбәрәк зөл­хизә айы – хаж ҡылыу мәле лә. Был ғәмәл – Исламдың бишенсе терәге. Аллаһ Тәғәлә уны үтәргә бойорған икән, тимәк, нигеҙендә бөйөк хикмәт ята. Изге сәфәр әҙәм балаһын һәр яҡлап тәр­биәләй.

Раббыбыҙҙың рәхмәтен өмөт итеп, хаж ғибәҙәтен үтәгән кеше, гүйә ки, яңы тыуған шикелле гонаһтан паклана, уның күңеле, рухы яҡтыра. Элек был ғәмәлде атҡарып ҡайтҡандарҙың күбеһе халыҡтың яҡын кәңәшсеһенә, фекер биреүсеһенә, рухи етәксеһенә әйләнгән, ғилем бирә башлаған, иман йорттары төҙөгән. Хәҙерге хажиҙарыбыҙҙың да ата-бабабыҙҙың изге юлын дауам итеүен, халҡыбыҙ, милләтебеҙ, телебеҙ мәнфәғәтендә хеҙмәт күрһәтеүен теләйек.

“Мосолман башҡа ҡәрҙәшенә тел менән дә, ҡул көсө аша ла зыян килтермәҫ”, – тип өйрәтә динебеҙ. Ул мәрхәмәтлелеге, шәфҡәтлелеге менән айырылып тора, ризығынан фәҡирҙәргә өлөш сығара, яҡшы кәңәш-фекере аша эргә-тирәһендәгеләрҙең күңелен үҫтереп йәшәй. Иншал­лаһ, ошо күркәм сифаттар Ҡор­бан ғәйетендә тағы ла артһын, йөҙҙәрҙәге иман нуры сағыуыраҡ балҡыһын. Аллаһ Тәғәлә бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, күркәм һүҙ-теләк аша йөрәктәргә дәрт, ышаныс өҫтәп йәшәргә насип ҡылһын. Донъябыҙ имен, аралағы мөнәсәбәттәребеҙ татыу, көндә­ребеҙ тыныс торһон. Етеп килгән Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!

Дилбәр ИШМОРАТОВА әҙерләне.

Читайте нас: