Бөтә яңылыҡтар
Иман
20 Июль 2021, 19:00

"Халҡыбыҙ асылына ҡайта"

Ҡорбан ғәйете уңайынан Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Айнур хәҙрәт Бирғәлингә бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

"Халҡыбыҙ асылына ҡайта"
"Халҡыбыҙ асылына ҡайта"

Ҡорбан ғәйетенә бәйле Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Айнур хәҙрәт Бирғәлингә бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Ҡорбан ғәйетенең төп асылы ниҙә?

Ҡорбан ғәрәп телендәге «ҡураба» – «яҡынайыу» тигән һүҙҙән килә. Хәҙерге ваҡытта ул Ҡорбан ғәйете көнөндә салына торған малға (һыйыр, һарыҡ, кәзә, дөйә) ҡарата ҡулланыла. Кеше был хайуандарҙы Аллаһ ризалығы өсөн салһа, ул Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылған булып сыға, Уның рәхмәтенә, ризалығына яҡыная.

Динебеҙҙә Ҡорбан иң бөйөк байрам һанала – Ғәйд әл Адха тип тә атала. Был ғәйет ҙур әһәмиәткә эйә. Ҡорбан малын салғанда беҙ оло ғәмәлдең тарихын, Ибраһим пәйғәмбәрҙең улы Исмәғил менән бергә үткән һынауҙы гел иҫебеҙҙә тотабыҙ. Был көн – Аллаһтың ҡушҡандарын үтәргә әҙер булыу, тыйғандарынан тыйылып, хәләл ҡылғандарын тотоноу көнө.

– Кемдәр ҡорбан салырға тейешле (кемгә ваджиб – мотлаҡ)?

– Әбү Хәнифә мәзхәбендә — ҡорбанлыҡ һатып алырға аҡсаһы еткән, байрам көндәрендә сәфәрҙә булмаған, бәлиғ йәштәге мосолман кешегә ваджиб.

– Ниндәй малдарҙы салырға була?

Һарыҡ, кәзә, һыйыр, дөйә. Башҡа хайуандар Ҡорбан ғәйетендә ҡорбанлыҡҡа тура килмәй. Һарыҡ һәм кәзәләр – бер, һыйыр/үгеҙ ике йәшлек булырға тейеш.

Ҡорбан салыусылар, әл-хәмдү лил-ләһ, йылдан-йыл күбәйә бара. Бының нигеҙе ниҙә тип билдәләйһегеҙ? Диниә назараты тарафынан ошо йәһәттән ниндәй эштәр алып барыла?

– Ҡорбан салыусыларҙың күбәйеүен, әлбиттә, халҡыбыҙҙың үҙ асылына ҡайтыуына бәйләргә кәрәк. Күптәр, айырыуса урта йәштәгеләр, динебеҙ менән ҡыҙыҡһына, белем алырға тырыша. Диниә назараты тарафынан был ынтылышты күтәреп алыу, үҫтереү маҡсатында мәсеттәребеҙҙә лә курстар үткәрелә, баҫмалар сығарыла, радио һәм телевидениелағы ижтимағи тапшырыуҙарҙа төрлө көндәлек һорауҙарға яуап бирәбеҙ, тәрәнерәк мәсьәләләр “Диәнәт” журналы биттәрендә асыҡлана.

Иншаллаһ, ошо көҙ киң йәмәғәтселеккә яңы видеокурс тәҡдим итергә ниәтләйбеҙ. Ул «Ислам диненең нигеҙҙәре» тип аталып, башҡорт һәм рус телдәрендә булыр. Видеокурсты әҙерләгәндә билдәле имамдарыбыҙ Ризаитдин Фәхретдин, Мөхәммәд-Ғәли Соҡорой әҫәрҙәре нигеҙ итеп алынды. Мәҫәлән, Ризаитдин хәҙрәт пәйғәмбәребеҙҙең хәҙис-шәрифтәрен тап беҙҙең мөхиткә бәйләп аңлата, улар нигеҙендә үҙенә мөрәжәғәт иткән кешеләрҙең һорауҙары ята.

– Һуңғы ике йылда оло ғәйеттәр пандемия мәленә тура килеп, уларҙы тейешле үк кимәлдә уҙғарып булманы. Ошондай сирҙәргә бәйле ауыр мәлдәрҙе мосолмандар нисек үткәрергә бурыслы, вакцинацияны нисек ҡабул итергә тейешбеҙ, динебеҙ тарихында быға миҫалдар бармы? Әле аңлатыу эштәре нисек алып барыла?

Әл-хәмдү лилләһ, Башҡортостан “хәүефле зоналар” иҫәбендә түгел, һәм беҙ быйыл байрамды үткәрә алабыҙ.
Бының һымаҡ ауырыуҙар электән дә булған һәм был турала мосолман тарихында бар. Әле бөтөн донъя коронавирустан ыҙалай. Мосолман илдәрендә лә уға ҡаршы төрлө саралар ҡабул ителә. Мәҫәлән, Ҡәғбәбеҙ быйыл бөтөн донъя мосолмандары өсөн ябыҡ. Сәғүд Ғәрәбстаны быйыл сит илдәрҙән бер кемде лә хаж ҡылырға индермәй, үҙ граждандарына ла прививка яһаттыра.

Беҙ ҙә был ауырыуҙан һаҡланыу, уны таратмау маҡсатында тәдбирҙәр күрергә тейешбеҙ. Мәғлүм булыуынса, «Спутник-V” вакцинаһы март-апрель айҙарында билдәле фиҡых ғалимдары тарафынан тикшерелеп, һөҙөмтәлә хәләл булыуы тураһында фәтүә сығарылды.

Һаҡланғанды һаҡлармын”, тиелгән. Һис шикһеҙ, һаҡланырға кәрәк. Башҡа урындарҙағы кеүек, беҙҙә лә тейешле саралар үтәлә: ирекмәндәр ғәйет намаҙына килгәндәрҙең температураһын үлсәй, мәсеттәргә ингәндә шулай уҡ битлектәр таратыла, ҡулдәр антисептик менән эшкәртелә. Ә 65 йәштән өлкәндәргә иман йорттарына йөрөмәй тороу, ғибәҙәтте өйҙә ҡылыу хәйерлерәк. Бындай ҡағиҙәләр ғәйет мәлендә лә ныҡлы тотолор, халҡыбыҙ бер-береһен уйлап эш итер тип ышанабыҙ.

Барлыҡ мосолмандарҙы байрам менән тәбрик итәм. Ғәйет мөбәрәк булһын!

(Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының матбуғат хеҙмәте әҙерләне).

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: