Бөтә яңылыҡтар
Иман
20 Июль 2021, 20:00

"Ҡорбан байрамы барыбыҙ өсөн дә яҡын"

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин бөгөн Стәрлетамаҡта иман йорттары төҙөлөшөн ҡараны.

"Ҡорбан байрамы барыбыҙ өсөн дә яҡын"
"Ҡорбан байрамы барыбыҙ өсөн дә яҡын"

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин бөгөн Стәрлетамаҡта “Мөхәмәтсәлим” мәсете төҙөлөшөн ҡараны. Сәфәрендә уны ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов оҙатып йөрөнө.

Бөгөн бында Ҡорбан байрамы айҡанлы тантана уҙғарылды. Объектта әле биҙәкләү эштәре бара, никах бүлмәһе әҙер тип әйтерлек, үҙәк майҙанда таш йәйеү тамамлана. Мәсетте төҙөүгә Стәрлетамаҡ эшҡыуарҙары һәм битараф булмаған граждандар ярҙам итә.

Александр Сидякин ҡала халҡын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм үҙе исеменән Ҡорбан ғәйете менән ҡотланы.

“Был байрам, ниндәй дингә ҡараһаҡ та, барыбыҙ өсөн дә яҡын, – тине Александр Сидякин. – Бөтәгеҙгә лә тыныслыҡ, шәфҡәтлелек, изгелек теләйем. Ҡорбан байрамы – тәрән әхлаҡи йөкмәткегә, ышанысты, рухты нығытыу шатлығына, кешенең иң яҡшы сифаттарын тергеҙеүгә булышлыҡ иткән изге байрам”.

Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе шулай уҡ Иоанн Предтеча сиркәүендә булды. Унда бөгөн Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон төҙөлөп ятҡан Богородица-Ҡазан соборы өсөн көмбәҙгә, тәреләргә фатиха бирҙе. Төҙөүселәр уларҙы бөгөн үк урынлаштыра башлаясаҡ.

 Фото: bashinform.ru

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: