Бөтә яңылыҡтар
Иман
22 Июль 2021, 08:00

Әбдрәхмән ауылында яңы иман йорто асылды

Мосолмандарҙың изге байрамы - Ҡорбан ғәйете алдынан ауыл халҡының көсө менән мәсет үҙ ишектәрен асты.

Ш. Тимербулатовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Фото:Ш. Тимербулатовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Ҡыуаныслы яңылыҡ хаҡында Баймаҡ район Советы депутаты Шайморат Тимербулатов үҙенең сәхифәһендә хәбәр итте:

"Был иман йорто райондағы 63-сө мәсет булып иҫәпләнә. Мәсет 2016 йылда төҙөлә башлай. Билдәле фермерҙар Ришат Яхин һәм Миңлебай Буранбаев тарафынан бура һатып алына һәм ауыл халҡы берләшеп, эште тамамлап ҡуйҙы. Байрамда Татлыбай ауылы биләмәһе хакимиәте, район мөхтәсибәте вәкилдәре ҡатнашты. Ауылдың имам-хатибы Ғайсар хәҙрәт вәғәздәр һөйләп, аяттар уҡып мәсетте асты, Сибай эшҡыуары Илнур хәҙрәт ауыл халҡын яңы иман йорто менән ҡотланы.

Сараға килгән ауылдаштар, ҡунаҡтар иман йорто асылыу ҡыуанысы менән уртаҡлашып бүләктәр тапшырҙы".

Ҡыуаныслы байрам уртаҡ табында ҡорбан ашы ашау менән тамамланған. Ауыл халҡына ҡот һәм иман таратыусы Аллаһ йортоноң ишеге һәр саҡ асыҡ булһын, изге динебеҙ юлында булыусылар һаны артһын.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: