Бөтә яңылыҡтар
Иман
6 Август 2021, 13:44

Нух пәйғәмбәр һабағы

zen.yandex.ru
Фото:zen.yandex.ru

Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаларын хаҡ юлдан алып барһын өсөн пәйғәмбәрҙәрен ебәреп торған. Араларында иң мәшһүрҙәрҙең береһе – Нух (ғәләйһис-сәләм).

Уның заманында халыҡ Аллаһ Тәғәләне онотоп, һындарға ғибәҙәт ҡыла башлаған була. Нух пәйғәмбәр (ғәләйһис-сәләм) кешеләрҙе төрлөсә өгөтләй, әлеге ғәмәлдәренең сикһеҙ ҙур гонаһ икәнен аңлатырға тырыша. Халыҡты бөтөн ғаләмде бар иткән Аллаһ Тәғәләне танырға, Уға ғына ғибәҙәт ҡылырға әйҙәй. Ләкин барыһы ла һөҙөмтәһеҙ була. Халыҡ Нухты тыңламай, әйткәндәрен ҡолағына элмәй, хатта ки көлә, мыҫҡыл итә.

Оҙаҡ йылдар хаҡ юлға әйҙәп тә, кешеләрҙе үҙ артынан эйәртә алмай пәйғәмбәр. Шуға ла Аллаһ Тәғәлә халыҡты һыу менән һынарға була. Нух пәйғәмбәргә ифрат ҙур кәмә яһарға, һыу таша башлағас, шунда ғаиләһен индерергә, үҙ янына ҡоштарҙан, януарҙарҙан берәр пар алырға ҡуша. Пәйғәмбәр эшкә тотона. Үткән-һүткән кеше уға аптырап, хатта мыҫҡыллап ҡарай.

Бына кәмә әҙер. Ҡоштарҙан һәм януарҙарҙан берәр пар ҙа туплана. Шул саҡ күк йөҙө ҡара болоттар менән ҡапланып, көслө ямғыр ҡойорға тотона. Ерҙән шишмәләр атылып сыға. Таш­ҡын башлана. Нух пәйғәмбәр ғаиләһен, януар-ҡоштарҙы алып кәмәгә ултыра. Быға тиклем уға ышанмаған, мыҫҡыллы көлгән кешеләр шаҡ ҡатып ҡарап тора. Әммә һаман да өмөтөн өҙмәй әле улар: һыуҙан тауҙарға менеп ҡотолорбоҙ, тип уйлайҙар. Ләкин ташҡын иң юғары ҡалҡыу­лыҡтарҙы, таш-ҡаяларҙы ла ҡаплап ала.

Бына шул ваҡытта ер йөҙөндәге барлыҡ халыҡ һәләк була. Нух пәйғәмбәрҙең кәмәһе тауҙар бейеклегендәге тулҡындар өҫтөндә сайҡала-сайҡала йөрөй. Бер аҙҙан Аллаһ Тәғәләнең әмере буйынса ямғыр туҡтап, һыу тарала башлай. Кәмә Джуди тигән тау башына килеп туҡтай. Пәйғәмбәр ергә төшөп, ҡош-януарҙарҙы ебәрә, үҙе ғаиләһе менән әүәлгесә көн итергә тотона.

Был ҡурҡыныс туфандан һуң әҙәм балалары тағы үрсей башлай. Нухтың өс улынан тарала улар.

Раббыбыҙҙың берлегенә саҡырғанда Нух (ғәләйһис-сәләм): “Аллаһ Тәғәләгә иман килтерегеҙ, гонаһтарығыҙҙы ярлыҡаһын өсөн Уға тәүбә ҡылығыҙ, – тиер булған. – Шул ваҡытта Хаҡ Тәғәлә күктән ямғыр ебәрер, һеҙҙе бала, баҡса, мал менән байытыр”.

Аллаһ Тәғәлә бөтөн тереклекте, йәшеллекте, шифалы ямғырҙарын ебәреп тергеҙгән. “Беҙ һеҙгә һыуҙы күктән индер­ҙек, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. – Бер өлөшөн ерҙә һаҡлап ҡалдыҡ. Ямғырҙы туҡтатырға ла көсөбөҙҙән килә”.

Йыл ҡоро килгән осраҡтарҙа пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (са­ллал­лаһу ғәләйһи үә сәлләм) ямғыр теләү намаҙы уҡырға ҡушҡан. Был ғибәҙәткә әҙәм балалары түбәнселек, Раббыһы­ның ярҙамына өмөт менән барырға тейеш. Бергәләп намаҙ уҡыла, ямғыр һорала. Аллаһ Тәғәләгә теләген еткергән әҙәм балаларының күңелендә насар хис-тойғо, үпкә булмаҫҡа тейеш.

Пәйғәмбәребеҙ яуын мәлендә: “Эй, Раббым, был ямғырҙы хәйерлегә, шифаға, бәрәкәткә генә бир”, – тип айырым доға ҡылыр булған. Шул уҡ ваҡытта, әлбиттә ки, һәр нәмәнең самаһы булырға тейеш. Ямғыр үҙ миҡдарында яуһа ғына ергә шифа, бәрәкәт килә.

Читайте нас: