Бөтә яңылыҡтар
Иман
6 Август 2021, 13:47

Юҡҡа маҡтап, кешенең тормошон боҙма

– Ыңғай ғына башланған ғаиләбеҙ тормошо һуңғы йылда кирегә китте, ике арала аңлашылмаусанлыҡтар башланды. Быға иремде эшендә саманан тыш маҡтауҙары (ә ысынында етешһеҙлектәре байтаҡ) сәбәпсе тип күрәм. Холҡон боҙҙолар, тип аңлайым. Диндә ошондай осраҡтар хаҡында ниндәйҙер һабаҡ бармы икән?

 – Йәйғорҙоң ете төҫө булған кеүек, кешеләр ҙә бер төрлө генә түгел. Бәғзе әҙәм балалары маҡталыуҙы ныҡ ярата. Ундайҙар үҙенә ҡағылышлы йылы һүҙ ишетеү менән “иреп” китә, әлегәсә көсө етмәгән эштәрҙе лә башҡарып ҡуя. Һөҙөмтәлә, ошоноң менән файҙаланып, был кешене урынһыҙға маҡтау осрағы ла йышая. Халыҡ әйтмешләй, “йүкә шына ҡағыуға” юл асыла. Ошо урында пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәттең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): “Әгәр һеҙҙе кемдер ялған рәүештә маҡтай икән, уның йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ”, – тигән һүҙҙәрен килтереү зарур. Эйе, башҡаның күңелен бушҡа осондороу, ялғанлыҡ – ҙур гонаһ. Юҡҡа маҡтап, кешенең тормошон боҙоу ул.

Әлбиттә, әҙәм балаһының күңелен күтәреп тороу мөһим. Ләкин был эш тейешле кимәлдә, үҙ миҡдарында, урынлы башҡарылырға тейеш. Айырыуса ҙур коллективтарҙа иғтибарлы булыу зарур. Юғиһә кемдер йыш маҡтала башланы икән, бәғзеләр тарафынан әлеге хеҙмәткәргә ҡарата кире ҡараш тыуыуы ихтимал. Ошоно күҙ уңында тотоп, һаҡ булыу, сама белеү кәрәк. “Кешегә ғилем бирегеҙ, уны рухландырығыҙ, дәртләндерегеҙ, күңелен ҡайтармағыҙ”, – тигән Мөхәммәт пәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Әгәр ҙә ки шулай икән, әҙәм балаһының күңеле үҫер. Сама белеп, хикмәт менән әйтелгән күркәм һүҙ уны үҫтерер, яңы үрҙәргә күтәрер.

Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаһын был донъяға һынау өсөн яратҡан. Шуның өсөн дә һәр кемдең тормош, хеҙмәт баҫҡыстарынан юғарыға күтәрелеүе лә, ҡайһы саҡта төшөп китеүе лә ихтимал. Тәбиғәт тә бер төрлө генә түгел бит: бөгөн болотлап торһа, иртәгә ҡояш йылмайып килеп сығыр, ҡар ҡатыш ямғыры ла, бураны ла көттөрмәҫ. Тормошобоҙ ҙа шулай үҙгәреүсән. Был, бәлки, Аллаһ Тәғәләнең бер хикмәтелер. Ни өсөн тигәндә, әгәр ҙә ки әҙәм балаһы һис ниндәй ауырлыҡһыҙ гел генә юғары күтәрелеп килһә, уға ҡапыл түбән төшөүҙе кисереү бик ауыр буласаҡ. Тимәк, тормошобоҙҙағы һәр һынауҙы лайыҡлы үтергә өйрәнергә, ниндәй генә хәлгә осраһаҡ та, үҙебеҙ булып ҡалырға, артабан да үҫешкә ынтылырға тейешбеҙ. Әгәр ҙә ки кемдер эштә вазифа буйынса түбәнерәк төштө икән, ул быны тормош талабы, имтихан тип ҡабул итһен. Хаталар булған икән, уларҙы төҙәтеү, башҡаса ҡабатламау зарур.

Ниндәй генә вазифа үтәһәк тә, маҡтау көтмәйенсә, эшебеҙҙе лайыҡлы башҡарайыҡ, илебеҙгә, милләтебеҙгә, телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә, иҡтисадыбыҙға, башҡа ҡиммәттәребеҙгә тоғро хеҙмәт итәйек. Ниндәйҙер юғарылыҡҡа күтәрелдек икән, Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итеп торорға онотмайыҡ. Ғәмәлдәребеҙ ихлас булһын.

Шулай икән, ин шәә Аллаһ, тормошобоҙ алға барыр, шашып маҡтауһыҙ ҙа нурға күмелер.

Читайте нас: