Бөтә яңылыҡтар
Иман
3 Сентябрь 2021, 13:12

Ғаилә кәмәһе ҡомға килеп терәлһә...

Диниә назараты ғаиләне нығытыу сараларын тормошҡа ашырасаҡ.

dum-spb.ru
Фото:dum-spb.ru

Динебеҙҙә ғаиләгә ҙур иғтибар бүленә. “Никах – сөннәтем, унан ситкә киткәндәр беҙҙең өммәттән булмаҫ”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Дини йәмәғәтселек өсөн ошо мәсьәлә бөгөн дә – иң мөһим бурыстар рәтендә.

 Мәҫәлән, күптән түгел Баш­ҡортостан мосолмандары Диниә назараты ҡарамағында Ғаилә мәсьәләләрен тикшереү буйынса комитет, шулай уҡ республика мәсеттәрендә ғаилә консультацияһы бүлмәһе булдырыу мәсьәләләренә бәйле фекер алышыу булды. Айнур хәҙрәт Бирғәлин үткәргән һөйләшеүҙә төбәк мөхтәсибтәре һәм ахундары ҡатнашты.

– Йәмәғәт институттарын, шул иҫәптән мәсеттәрҙе йәлеп итмәйенсә, бөгөн ғаилә ҡиммәт­тәрен һаҡлау мөмкин түгел, – тине сығышында Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Айнур Бирғәлин. – Күреп торабыҙ, хәҙер күпселек йәштәр һуң өйләнешә, айырылышыу осраҡтары арта, ата-әсәлек, балалыҡ ҡиммәттәренең төшә. Бындай проблемаларға мосолмандар битараф ҡала алмай. Мәсьәләне хәл итеү юлда­рын эҙләргә кәрәк. Беҙ ошо йә­һәт­тән Диниә назараты ҡара­мағында кәңәшләшеү, фекер алышыу мөмкинлеге биргән орган булдырырға ҡарар иттек, ә мәсеттәрҙә ғаилә консульта­цияһы бүлмәһе асыу ҡарала.

Әлеге һөйләшеүҙә Баймаҡ районында ойошторолған ғаилә ҡороуға әҙерлек курстарының эш тәжрибәһе ҡаралды. Ошондай уҡ башланғыс Татарс­тан­дың Яр Саллы ҡалаһында ла тормошҡа ашырыла икән. Был курстар – ғаилә ҡорорға йы­йын­ған йәштәр өсөн. Уларҙа тәжри­бәле психологтар, Ислам хоҡуғы буйынса белгестәр дәрес бирә.

Шулай уҡ Ишембай ҡалаһы­ның Йәмиғ мәсете ҡарама­ғындағы консультация биреү бүлмәһе эше лә өйрәнелде.

– Беҙгә үҙ-ара сыҡҡан ығы-зығыны судҡа еткермәйенсә, ғаиләһен һаҡлап ҡалырға телә­гән күп кеше мөрәжәғәт итә, – тине Ишембай районы имам-мөх­тәсибе Радик хәҙрәт Мира­ҫов. – Мәғлүм ки, бөгөнгө йәм­ғиәт­тә ғаиләләге бындай проб­ле­маларға ҡыҫылып бармайҙар, һөҙөмтәлә күптәр мәсеткә имам менән һөйләшергә килә. Шуға ла мин, юрист булараҡ, тәүге ме­диация бүлмәһе астым. Яҡын арала сертификат алырға йыйы­набыҙ. Ул саҡта ошо бүлмәлә ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы ике яҡ та мотлаҡ үтәргә тейеш буласаҡ.

Әлбиттә, мәсеттәрҙә бындай белешмә үҙәктәре, медиация бүлмәләре асыу өсөн тәү сиратта имамдарҙы тейешле заман талаптарына ярашлы әҙер­ләргә кәрәк. Был бурысты үтәргә мөфтиәт менән Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының берлектә эшмә­кәрлек алып барыуы ярҙам итә­сәк. Ә урындарҙа яйға һалыу мөмкин булмаған ҡатмарлы хәл­дәр Диниә назараты ҡарама­ғындағы Ғаилә мәсьәләләрен тикшереү буйынса комитетта ҡараласаҡ.

Йәшәйештең төп сығанағы – ғаилә. “Өйләнегеҙ, балалар үҫ­те­регеҙ – ҡиәмәт көнөндә өммә­темдең ишлелеге менән ғорур­ланырмын”, – тигән пәйғәм­бәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ғаилә ҡороу – еңел-елпе башҡарыла торған эш түгел. Был йәһәттән борон өлкән­дәр­ҙең фекере өҫтөн торған. “Ат алһаң – ауыл, кәләш алһаң, ҡә­үем менән кәңәш ит”, “Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос, атаһына ҡарап улын һайла”, “Атанан күргән уҡ юныр, инәнән күргән тун бесер” – ата-бабаларыбыҙ тап ошондай аҡылдарға таянған. Шул уҡ ваҡытта эш йәштәрҙең ризалы­ғынан тыш башҡарылырға тейеш түгел. Мөнәсәбәттең мот­лаҡ рәсмиләштерелеүе мөһим.

Әлбиттә, тормош булғас, ғаилә кәмәһенең ҡомға терәлгән саҡтары ла бар. Элек бындай хәлдә, динебеҙ ҡанундарына ярашлы, ике яҡтан вәкилдәр килеп, ир менән ҡатынды яраштырырға ынтылған. Алда әйтелгән заманса саралар ҙа ғаиләне һаҡлауға ҙур өлөш индерер тигән ышаныстабыҙ.

- Дилбәр ИШМОРАТОВА.

Читайте нас: