Бөтә яңылыҡтар
Иман
11 Сентябрь 2021, 18:30

Мәсет яҡтылыҡҡа әйҙәй

Ҡолбай ауылында тарихи ваҡиға – бында буласаҡ мәсеткә нигеҙ ташы һалынды.

Мәсет яҡтылыҡҡа әйҙәй
Мәсет яҡтылыҡҡа әйҙәй

Йәрмәкәй районының Ҡолбай ауылында тарихи ваҡиға теркәлде – бында буласаҡ мәсеткә нигеҙ ташы һалынды. Әйткәндәй, мәсет “Атайсал” проекты нигеҙендә төҙөлә.

Мәсет асыу уйы Ҡолбайҙа халыҡ менән осрашыуҙан һуң барлыҡҡа килгән. Ауыл Ҡыҙыл Яр ауыл биләмәһенә ҡарай. Ул 18-се быуаттың беренсе яртыһында Ҡыр-ялан улысы башҡорттары тарафынан нигеҙләнгән.

1906 йылда бында көслө янғын сыҡҡан. Ғәжәп, бөтә өйҙәрҙең дә көлө күккә осҡан, ә мәсеткә бер ни ҙә булмаған. Аҙаҡтан Юныс бай үҙенең аҡсаһына яңы мәсетт һалдыртҡан. 1933-1934 йылдарҙа иман йортоноң манараһы бысылып, ергә ҡолатылған, ә уның бинаһы 80-се йылдарға хәтлем ауыл клубы ролен үтәгән. Өр-яңы ауыл клубы төҙөлгәс, иҫкеһен һүтеп ташлағандар.

Әлеге яңы мәсетте Вәзих Ситдиҡов менән Рәшиҙә Шәйҙуллина үҙҙәренең аҡсаһына төҙөтә, яҡынса 200 мең һум тотонасаҡтар.

Ҡолбайҙарҙың шатлығын уртаҡлашырға Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин, Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы Илшат Райманов, Сыуаш Республикаһынан имам-ахун Наил Ғәләүетдинов килде.

– Бөгөн беҙҙең йәмғиәттә ышаныс тергеҙелә, Һеҙ Алла ярҙамында мәсет төҙөргә ниәт иттегеҙ, уйлауымса, ул бик матур һәм ыҡсым буласаҡ, унан кеше өҙөлмәйәск, – тине Тәлғәт Тажетдин.

Фото: Ынйы Шафиҡова.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: