Бөтә яңылыҡтар
Иман
25 Сентябрь 2021, 10:00

Бирәсәк һәм аласаҡ хаҡында хикәйәт

"Бала сағымда, бер ниндәй эшкә ярамағанымда, мине атай-әсәйем ашатып-эсереп, кейендереп үҫтерҙе. Улар алдында бурысым ҙурҙыр, солтаным..."

Бирәсәк һәм аласаҡ хаҡында хикәйәт
Бирәсәк һәм аласаҡ хаҡында хикәйәт

Көндәрҙән бер көндө батша һунарға сыҡҡан да, урман-ҡырҙарҙы гиҙеп йөрөп, кемдеңдер игенлеге ситенә барып туҡтаған. Унда хужа кеше ер һөрә икән.

Эргәһенә килеп, сәләм биргәс, батша унан:

– Нимә менән мәшғүлһең? – тип һораған.

– Аллаһҡа доға ҡылып, ер эшкәртеп, ашлыҡ үҫтерәмен, – тигән игенсе.

– Йылына ни ҡәҙәрем файҙа алаһың инде?

– Ҡайһы бер йылдарҙа – йөҙ, бәғзеләрендә, иген бик уңһа, биш йөҙ тәңкәлек.

– Ә ул аҡсаны ниндәй маҡсаттарҙа тотонаһың?

– Аллаһҡа шөкөр итеп, бер ни тиклемен үҙемдең кәрәк-ярағыма ҡалдырам, икенсе өлөшө менән бурыстарымды түләйем, өсөнсөһөн үрсемгә һалып барам.

– Кемдән һәм ни өсөн бурысҡа алырға тура килгәйне һуң?

– Бала сағымда, бер ниндәй эшкә ярамағанымда, мине атай-әсәйем ашатып-эсереп, кейендереп үҫтерҙе. Улар алдында бурысым ҙурҙыр, солтаным. Хәҙер инде атай-әсәйем ҡарт, үҙҙәре эшкә яраҡһыҙ, тимәк, ашатып-эсереп, хаҡтарын үтәргә форсат тыуҙы миңә.

– Яҡшы. Аҡсамдың бер өлөшөн үрсемгә һалам, тиһең. Рибә алыу менән шөғөлләнмәйһеңдер? Ул бит харам...

– Береһенән-береһе бәләкәйерәк биш балам бар. Уларҙы ла ашатып-эсереп торам, солтаным. Олоғайғас, балаларым күмәкләшеп мине ҡарар. Үрсемгә һалам, тигәнем шулдыр.

– Бәрәкәллаһ! – тип, ҡыуанысынан ҡысҡырып ебәргән батша һәм, янсығынан сығарып, игенсегә йөҙ алтын тәңкә бүләк итеп киткән.

 

Фото: Михаил Клодттың "Баҫыуҙа" картинаһы (yandex.ru)

Автор:Даян Мазитов
Читайте нас: