Бөтә яңылыҡтар
Иман
29 Октябрь 2021, 14:58

Ҡөрьәндә телгә алынғас...

Улар әҙәм балаһының тән һәм йән сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһай.

Көҙгө һауа торошо күптәргә насар тәьҫир итеүсән. Ошондай ваҡытта организм төрлө витаминдарға айырыуса мохтаж. Был йәһәттән Ҡөрьәндә иҫкә алынған барлыҡ емештәр әҙәм балаһының тән һәм йән сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһай. Күптәре сирҙәрҙе иҫкәртә, дауалай. Өҫтәүенә Аллаһ Тәғәлә емештәрҙең төҫөн дә матур, әҙәм балаһының күңеленә ял бирерлек итеп яралтҡан.

Банан. Ожмахтың матур­лығы һүрәтләнгән аяттарҙа шундай һүҙҙәр әйтелгән: “Банан пальмалары ботаҡтары рәткә теҙел­гән һутлы емештәрҙән бөгөлә...” (“Әл-Вәкиә” сүрәһе­нән). Был туҡлыҡлы емештең 75 процентын һыу, ҡалған өлө­шөн аҡһым, май, калий, углеводтар тәшкил итә. Банан – күп ауырыуҙан дауа, айырыуса тән темпера­тураһы күтәрел­гәндә, ашҡаҙан эшмәкәрлеге боҙол­ғанда ярҙам итә. Шулай уҡ ҡан баҫымын төшөрөү, аллергиянан арыныу өсөн ҡулланыла. Емештә В6 витамины күп.

Йөҙөм. “...Һеҙҙең өсөн финик пальмалары һәм виноград үҫтерҙек, уларҙың һутлы емешен ҡыуанып ашарһығыҙ” (“Әл-Мөьминун” сүрәһенән). Йөҙөм витаминға, минераль матдә­ләргә бай. Уның 20 – 25 проценты глюкозанан тора, шун­лыҡ­тан виноград ауыр физик һәм аҡыл көсөргәнеше кисергән кешеләр өсөн айырыуса фай­ҙалы. Йөҙөмдә шулай уҡ тимер күп. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, составындағы ҡайһы бер химик бәйләнештәр яман шеш бар­лыҡҡа килеү хәүефен кәметә.

Инжир. “Инжир һәм зәйтүн ағасы менән ант итәм” (“Әт-Тин” сүрәһенән). Был емеш физик һәм аҡыл эшенә күп көс һалған кешегә тиҙ арала яңы ҡеүәт өҫтәй. Шул уҡ ваҡытта инжир мускулдарға, нервы система­һына ыңғай йоғонто яһай. Ул минералдарға ифрат бай. Емеште даими ҡулланған кеше бер ваҡытта ла йөрәк-ҡан тамыр­ҙары ауырыуына зарланмаҫ.

Инжир емешен табиптар сабыйҙарға шәкәргә алмаш сифатында бирергә, ҡартайыу йәки ауырыу сәбәпле хәлһеҙ­ләнгән кешеләрҙең аҙығында ҡулланырға тәҡдим итә. Хикмәт эйәләренән Әфләтун уны ныҡ яратҡан, Сократ тәндәге зарарлы матдәләрҙе ситкә этәреп, файҙалыларын үҙенә тартып торған емеш тип белгән, табип Гален унан атлеттар өсөн туҡланыу диетаһы әҙерләгән.

Төрлө ауырыуҙарҙы, айырыу­са ашҡаҙан шешен дауа­лағанда инжир йыш ҡулланыл­ған. “Ул йәннәттәге емештәргә нығыраҡ оҡшап тора”, – тигән имам Риза.

Финик. “Ерҙә бер-береһенә тоташып ятҡан, бер үк һыу менән һуғарылған виноград яландары, баҫыуҙар, пальма урмандары бар. Улар араһынан бер емешкә айырым үҙенсәлек, тәм бирҙек” (“Әр-Раад” сүрәһенән). Был сүрәлә финик хаҡында әйтелгән. Уның ярты­һын глюкоза тәшкил итә. Аллаһ емеше мейе эшмәкәрлеге өсөн айырыуса файҙалы, сөнки ул аҡһымға, А, В1, В2 витаминдарына бай. Ошо өҫтөнлөгө арҡаһында финик иммунитетты, һөйәкте, тештәрҙе, күҙ мускулдарын нығыта, организмдың күҙәнәктәрен яңырта.

Зәйтүн емеше һәм майы. Уларҙың шифаһы тураһында динебеҙҙә күп тапҡыр тәҡрар­лана. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә улар менән туҡланған. “Ризы­ғығыҙҙа зәйтүн майы ҡулла­нығыҙ, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. – Тәнегеҙгә лә һөртөп тороғоҙ. Ағастың изгеһе бирә ул майҙы”.

- Дилбәр ИШМОРАТОВА.

Читайте нас: