Бөтә яңылыҡтар
Иман
12 Ноябрь 2021, 12:30

Тамырҙарыбыҙҙы доға менән һуғарайыҡ!

Төпкөл аҡыл бирелгәндәргә Юғарынан рухи һәм матди байлыҡ та ҡушып тапшырыла.

Беҙҙең эраға тиклем йәшәп киткән, тарихта “аҡыллыларҙың да аҡыллыһы” тигән даны тороп ҡалған Сөләймән солтан (Соломон) бала сағынан уҡ ерҙе, һыуҙы, күкте, һауаны, айҙы, ҡояшты бар иткән бөйөк зат тураһында уйланған, ғаләмдең хужаһы барлығына үҙ аңы менән төшөнгән.

Хәҡиҡәттең асылын белгәс, Илаһи көстөң икһеҙ-сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе булыуына хайран ҡалған, бик ныҡ һоҡланған. Малай үҫә төшкәс, ғаләмде бар итеүсене Раббил Ғаләмин тип атаған. Йыш ҡына яңғыҙы ҡалып, уның хаҡында уйланған, торған һайын илаһи ҡөҙрәт эйәһен нығыраҡ яратҡан. Баҡһаң, Йыһандар хужаһы Сөләймәндең барлыҡ уйҙарын, кисерештәрен белеп, күреп торған икән.

Үҫеп еткәс, сер ғилеменә эйә аңлы егетте үҙенең киң ҡөҙрәте менән илгә батша итеп тәғәйен­ләгән. Бер саҡ Йыһандар хужаһы һөйгән бәндәһенә: “Йә, Сөләймән, ни теләйһең, шуны һора, барыһын үтәйем, теләгәнең алдыңа килер”, – тигән. Тыумыштан зирәк аң, төпкөл аҡыл менән донъяға килгән әһел Раббиенән оҙон ғүмер ҙә, байлыҡ та, дәрәжә лә һорамаған:

– Йә, Раббым, яман менән яҡшыны айыра белерлек зирәк аң, халҡымды хаҡ юлдан етәкләрлек аҡыл, ғаләм серенә төшөнөрлөк ғилем бир, – тигән ул ни бары. Йәнә бәндәләрҙең уйын белеп торорлоҡ һиҙгер күңел, мәрхәмәтле йөрәк биреүен дә ялбарған.

Аллаһ ҡолоноң һорай белеп һорауына хайран ҡалған. “Төпкөл аҡыл эйәһе һиҙгер ҙә, мәрхәмәтле лә була, ғаләм серенә лә төшөнә”, – тигән дә, ҡолоноң теләген ҡабул итеп, уға мул итеп аҡыл биргән, ти. Шулай итеп, Сөләймән Аллаһ ҡөҙрәте менән ер йөҙөндәге иң аҡыллы кешеләрҙең береһенә, үҙе йәшәгән заманда ғына түгел, меңәр йылдар үткәс тә, әйткән һүҙҙәре мә­ҡәл, әйтемдәргә әйләнеп, халыҡ хәтерендә ҡалыр бөйөк шәхескә әйләнгән. Унан ҡалған “Аллаһ бирҙе – Аллаһ алды”, “барыһы ла үтә, быныһы ла үтер”, “аҡты – ҡа­ранан, яҡшыны ямандан айыра бел”, “ҡылған изгелегең дә, ҡылған яуызлығың да үҙеңә ҡайта”, “яҡшы ниәт – бәрәкәт, яман ниәт – һәлә­кәт”, “табылғанға ҡыуанмағыҙ, юғал­ғанға ҡайғырмағыҙ”, “көнсөл­лөк – гонаһ йыйылмаһы, ул кеше­нән һәр төрлө яуызлыҡ эшләтә”, “ке­ше – һауыт, кешене белгең кил­һә, һин уның менән һөйләш, эсен­дә нимә бар, теленән шул түгелер” һымағыраҡ Сөләймәндең фәһемле фекерҙәре бөгөн дә халыҡ араһында йәшәп килә. Мәҫәлән, Сөләймән солтандан: “Бәхетле булыу нимә ул?” – тип һорағандар.

– Яратҡандар, тормошонан ҡәнәғәттәр, Аллаһы Тәғәләнең барлығын, берлеген таныусылар бәхетле, йәнә кешеләргә шатлыҡ бүләк итеүселәр, үҙҙәренә бирелгән бүләкте ҡыуанып ҡабул итә белеү­селәр бәхетле, – тигән аҡыл эйәһе. – Үҙенең Аллаһтан тәғәйен­ләне­шен аңлаған, шул тәғәйенләнеште башҡарыу юлында бар көсөн һалғандар, Аллаһтан төпкөл аҡыл бирелгәндәр, ғәфү итеүселәр, үҙҙәре теләгәнсә йәшәй алғандар, йәшәү йәмен, тормош матурлығын тоя белеп, уны данлаусылар бәхетле.

Халҡыбыҙҙың изге заттары үҙ ваҡытында Сөләймән батшаның быуаттар төпкөлөнән йәшәп килгән ғилемен бик яҡшы үҙләштерә. Улар йыш ҡына вәғәздәрендә Сөләй­мәндең ошо фәһемле хикмәттәрен ҡуллана. Шуларҙың береһен иҫкә төшөрөп китеү кәрәк булыр.

– Тамырҙарығыҙ ҡоромаһын, тамырҙарығыҙҙы һуғарып, туйындырып тороғоҙ, – тип әйтергә ярат­ҡан ул. Кешеләр кинәйәле һүҙҙе аңламай, ҡабатлап һорар булған.

– Тамырыбыҙ тип ата-баба­ларҙы әйтәбеҙ, тик уны нисек һуғарырға һуң? – тигәндәр. Аҡыл эйәһе уны ошолай тип аңлатҡан:

– Үҫеп ултырған ағас ҡоро­маһын, үҫһен, емеш бирһен өсөн ни эшләйбеҙ – тамырын һыу менән һуғарабыҙ. Беләбеҙ, дымһыҙ ағас үҫеүенән туҡтай, яҙын япраҡ ярмай, сәскә атмай, емеш бирмәй, ҡыуара, бер саҡ килеп ҡорой. Ағастың тамыры булған кеүек, әҙәм балаһы­ның да тамыры бар. Ер йөҙөнә килеп киткән ата-бабаларыбыҙ – беҙ­ҙең тамырыбыҙ. Ана шул атай-олатайҙар тамыры ҡоромаһын өсөн, һәр даим уларға бағышлап, доға уҡып тороу кәрәк. Рухтарға тереләрҙән доға барып торһа, нәҫел тамыры ҡоромаҫ, ти аҡыл эйәһе. Киреһенсә булһа, йәғни, доға бармаһа, был нәҫелдән тыуған балалар Аллаһы Сөбхәнә Тәғә­ләнең барлығын, берлеген таны­маҫ, иманһыҙ, тәүфиҡһыҙ булып үҫер һәм тора-бара был ҡәүем ер йөҙөнән бөтөнләйе менән юҡҡа сығыр. Нәҫелебеҙ, милләтебеҙ, өммәтебеҙ ҡеүәтле, ҡөҙрәтле, нурлы булһын өсөн һәр даим пәйғәм­бәрҙәребеҙгә, изгеләребеҙгә, ата-бабаларыбыҙға “Ҡөрьән” бағышлап тороу мөһим.

Тамырыбыҙҙы һуғарыу кәрәклеген Сөләймән солтан халҡына бына шулай тип аңлатҡан.

Аҡыл – кешелек донъяһын алға әйҙәүсе көс. Аҡыллы кеше иманлы ла була, сөнки Аллаһ бәндәһенә аҡыл биреү менән бергә уны иман байлығы менән дә бүләкләй. Аллаһы Сөбхәнә Тәғәлә быуат һайын ергә ислам динен ҡеүәтләп йәшәрҙәй, халҡын алға әйҙәрҙәй бер бөйөк аҡыл эйәһен ебәрә килә, ти ғилем эйәләре.

Кемгә төпкөл аҡыл бирелә, уға Юғарынан күңел матурлығы, дәрә­жә, рухи һәм матди байлыҡ та ҡушып тапшырыла. Ундай­ҙарҙың исемдәре, китаптары быуаттар төпкөлөнән беҙҙең көндәргә килеп еткән. Мәҫәлән, Мөхәммәт пәйғәм­бәр, Сөләймән батша, Лоҡман Хәким, Хужәхмәт Йәссәүи, Әл-Ғазали, Ибн-Араби, Зәйнулла ишан Рәсүли – улар барыһы ла Аллаһы Сөбхәнә Тәғәләнең барлығын, берлеген таныған, Уның ҡушҡандарын тайпылышһыҙ үтәгән хаҡ мосолмандар булған.

Был аҡыл эйәләре барыһы ла иң башта кешегә яман менән яҡшы­ны айыра белергә өйрәткән. Яҡшы менән яманды айыра белмәгән кешеләр мутлыҡты – аҡыллылыҡ билдәһе, уҫаллыҡты – рухи көс, йыуашлыҡты булдыҡһыҙлыҡ менән бутай. Ямандарға Аллаһы Тәғәлә­нең барлығын, берлеген таныған мәрхәмәтле, изгелекле, баҫалҡы, ғәҙел, тоғро кешеләр ҡулынан эш килмәгән булдыҡһыҙҙар булып тойола; үҙен генә ҡайғыртҡан, кешеләрҙе оҫта алдаған, яла яҡҡан, нәфсе ҡолона әйләнеп, аҡса өсөн динен, илен һатҡан иманһыҙҙар шәпле булып күренә. Яҡшы менән яман араһы – динле менән динһеҙ, иманлы менән иманһыҙ, ер менән күк араһы кеүек тәрән мәғәнәле төшөнсә. Бына ни өсөн аҡыл эйәләре иң тәүҙә яҡшы менән яманды айыра белергә өйрәткән.

Аллаһы Сөбхәнә Тәғәлә үҙе яратып бар иткән Ер шарын кешелек донъ­яһына ҡәҙерләргә, ундағы ниғмәттәрҙе оҙаҡ йылдарға етһен өсөн һаҡлап тотонорға ҡушҡан. Хатта Ер шарының өстән ике өлө­шөн биләп ятҡан һыуҙы ла, аслан исраф итмәгеҙ, тигән. Ерҙә эсер һыу­ҙар ҡороһа, әле “алтын” тип, ал­тынға табыныусылар ялтырап ятҡан урынды күреп, шунда ашығырҙар.

Сарсауҙан әлһерәгән кеше­ләрҙең һыу тигәне алтын булып сыҡҡас, алтынға әйләнеп тә ҡара­маҫтан, эсер һыу эҙләп, артабан китерҙәр, ти. Яҡшылар, иманлылар, аңлылар бер ҡасан да нәфсе ҡоло булмаҫ. Аллаһ биргән ниғмәт­тәргә ҡәнәғәт булыр, тәбиғәт бай­лыҡтарын самалап тотонор, үҙенә кәрәгенән артығын алмаҫ. Раббы­быҙ үҙе һөйгән бәндәһенә зиһен зирәклеге, ике донъя серен аңлар­лыҡ төпкөл аҡыл, ғилем, илаһи ҡөҙрәт бирә, кемгә ошо ниғмәттәр бирелгән, шул затҡа бәрәкәтен ебәрә, уны китмәҫ дәүләт, киң ризыҡ менән бүләкләй. Ҡылған ғәмәлен бөтә кешелек донъяһы файҙаһына йүнәлткәндәргә мәңге­лек донъяла ожмах вәғәҙә ителә.

Аҡыллыға – ишара, тип әйтергә ярата ул. Кешеләр яҡшылыҡ менән яманлыҡты, дуҫ менән дошманды, изгелек менән яуызлыҡты айыра белһен, аңлы булһын өсөн Сөләй­мән төпкөл аҡыл һалынған ғибрәт­ле хикәйәттәрҙе йыш ҡуллана, фекерен кинәйәле йә ғибрәтле берәй хикәйә йәки мәҫәл аша еткерә. Ул йыш ҡына кешеләргә ғәмһеҙ ҡарт хаҡында ошо кинәйәле, ғибрәтле хикәйәне һөйләй.

... Юл буйлап бошмаҫ бер ҡарт китеп бара икән. Ҡаршыһына саға торған ҡара йылан килеп сыға ла ялбара башлай:

– Зинһар, мине ҡотҡар. Артымдан баҫтырып киләләр, улар мине үлтерергә итә.

Оҙон еңле бишмәт кейгән ғәмһеҙ ҡарт, күп уйлап тормай, ҡулын һуҙа:

– Ин еңемә, урал ҡулыма.

Ул арала йыланды баҫтырып килгән кешеләр ҙә ҡарттың ҡаршыһына килеп етә:

– Бабай, ошонда йылан күрмә­неңме? – тип һорай улар. Вайым­һыҙ ҡарт:

– Күрҙем, анау яҡҡа китте, – ти ҙә үҙе һорап ҡуя, – ни эшләгәйне һуң ул мәхлүк?

– Беҙҙең балабыҙҙы сағып үлтерҙе.

Кешеләр ҡарт күрһәткән яҡҡа табан йүгереп китә. Йыланды баҫтырыусылар күҙҙән юғалғас, бабай һөйрәлеүсе затҡа:

– Төш инде, һине эҙәрләүселәр китте, – ти.

Хаслыҡлы йылан ергә төшөр алдынан үҙен үлемдән ҡотҡарыу­сының тәненә ағыулы тешен батыра. Ҡылған яуызлығынан ҡәнә­ғәтлек хисе кисергән һөйрәлеүсе ергә төшә лә шыуышып китә башлай. Йыландың ағыуынан хәлһеҙ­ләнеп ҡолаған ҡарт уға барлыҡ көсөн йыйып өндәшә:

– Ниңә мине саҡтың? Мин бит һине үлемдән ҡотҡарҙым.

– Ниңә минең йылан икәнле­гемде оноттоң? – ти ҙә яҡшылыҡҡа шаҡшылыҡ менән яуап биргән ҡара йылан үҙ юлынан китә. Изгелек менән яуызлыҡты, яҡшылыҡ менән яманлыҡты айыра алмаған бер ҡатлы бабай, йыландан сағылып, саңлы юлда тәгәрәп ятып ҡала.

Аллаһты таныу – ул аҡылы камилдарға бирелер бәрәкәт, тип ҡабатларға ярата Сөләймән солтан. Эйе, йыһан киңлектәре, Ер шарының, айҙың, йондоҙҙарҙың бар булыуы, әҙәм балаһы мул тормошта рәхәт йәшәһен өсөн Ер шарының ентекле ҡулайлаш­ты­рылыуы хаҡында уйланған кешеләр бының нәҡ шулай булыуына тулыһынса инаныр.

Беҙ ҙә, бөгөн йәшәгәндәр, бөйөк аҡыл эйәһе Сөләймән солтан өйрәткәнсә, тамырҙарыбыҙҙы доға менән һуғарып, нәҫел тамырын һутландырып йәшәйек.

 

Лира ЯҠШЫБАЕВА, яҙыусы.

Читайте нас: