Бөтә яңылыҡтар
Иман
4 Декабрь 2021, 15:42

Өммәттең көсө – берҙәмлектә

“Фурҡан” мәсетендә тәүге йома намаҙы ойошторолдо.

“Таң” гәзите.
Фото:“Таң” гәзите.

Бөрйән районы үҙәге Иҫке Собханғолда 2014 йылда “Фурҡан” мәсете төҙөлә башлағайны. Махсус бүленгән аҡсаға түгел, ә йәмәғәт көсө менән. Райондың элекке имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт Мөхәмәтйәнов беҙҙең гәзиткә 2018 йылда биргән интервьюһында әйтеүенсә, изге эшкә өлөш индерергә ынтылғандар тәүге көндән үк бихисап булған.

Ә ошо көндәрҙә, әл-хәмдү лил-ләһ, “Фурҡан”да йәмәғәт менән тәүге йома намаҙы ойошторолдо. Унда Башҡорт­остан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Айнур хәҙрәт Бирғәлин, Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов, элекке имам-мөхтәсиб Рәсүл хәҙрәт Мөхәмәтйәнов та ҡатнашты.

Мөфтөйҙөң халыҡҡа һөйләгән хөтбәһе бер-береңде хәстәрлектән айырмай, берҙәм йәшәү, үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәт өлгөһөндә дингә саҡырыу мөһимлегенә арналды. Был бөгөн, вирус хәүефе янаған ауыр осорҙа, айырыуса мөһим. Төрлө төр­көмдәргә бүленмәй, традицион дин ҡағиҙәләренән ситкә китмәй, Пәйғәм­бәребеҙ ҡушҡан дөрөҫ юлдан барыу, һис шикһеҙ, тормош һынауҙарын еңеүҙә төп көс булып торасаҡ.

– Иҫке Собханғолда алты мең самаһы халыҡ йәшәһә, әлеге йомала ҡырҡлап ҡына кеше ҡатнаша. Был, әлбиттә, аҙ. Киләсәктә дин юлына баҫыусылар, йома намаҙҙарына йөрөүселәр арта барыр тигән өмөттәбеҙ. Өммәтемдең көсө – берҙәмлектә, тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәм­мәт ғәләйһис-сәләм. Район етәксеһе Ғәзиз Миңләхмәт улы үҙе йомала ҡатнаша, ха­кимиәт дин эштәрен һәр саҡ йөпләп, күтәрмәләп тора – был үҫеш өсөн бик мөһим, – тине Айнур хәҙрәт Бирғәлин.

–  Мәсетте берҙәм көс менән ошондай кимәлгә еткерешкән барса райондаштарға рәхмәт. Артабанғы эштәрен дә күмәкләп атҡарайыҡ. Имамдарға, хәҙрәттәргә терәк булайыҡ. Сауаплы, изге эштәрҙә яры­шайыҡ! – тине район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов.

“Фурҡан”ды төҙөүгә башланғыс биргән Рәсүл хәҙрәт Мөхәмәтйәнов та Иман йортон йома намаҙҙары үткәрерлек хәлгә еткереүгә өлөш индергән һәр кемгә рәхмәт әйтте, киләсәктә лә берҙәм булырға саҡырҙы.

Ошо уңайҙан билдәле хикәйәтте иҫкә алып үтәйек. Бер батша, һис кемдән ярҙам алмайынса, фәҡәт үҙ аҡсаһына мәсет төҙөтөргә ниәтләй. Шуны яҡшы белә: Иман йорто һалған кешегә Аллаһ Тәғәлә ожмахта һарай әҙерләп ҡуясаҡ.

Мәсет төҙөлөп бөтә. Батша шул мәлдә төш күрә. Был Иман йорто өсөн һауаптың күберәк өлөшө бер ҡарсыҡҡа тәғәйен икән... Аптырап ҡала батша: төҙөлөшкә унан башҡа кемдер аҡса һалғанмы, ярҙам күрһәткәнме? Асыҡлай башлағас, шул мәғлүм була: эш барған мәлдә алты бөртөк кирбес күтәреп бер ҡарсыҡ килә. “Уландарым, зинһар өсөн, мине мәсет төҙөү кеүек оло һәм һауаплы эштән мәхрүм итмәгеҙ”, – тип инәлә.

Өлкән кешенең һүҙен йыға алмай ир-ат: әбейҙең кирбестәрен ҡушып һала. Ә һуңғы һөҙөмтә, билдәле, Аллаһ ихтыярында: мәсет төҙөүҙең күберәк һауабы шул ҡарсыҡҡа яҙыла. Ниәте ихлас, изге эшкә өлөш индереүгә ынтылышы ҙур булған өсөн.

Йылдар үтә. Батша үлеп китә, исеме лә онотола. Ә теге әбей тарихта ҡала – Иман йорто “Алты кирбес мәсете” тип йөрөтөлә. Эш аҡсала ла, башҡала ла түгел шул, ә ихласлыҡта, ысын күңелдән ярҙам итергә теләүҙә. “Фурҡан”ды артабан төҙөгәндә лә, иншаллаһ, гел изге ниәт менән булышлыҡ күрһәтелһен. Мәсет күңелдәргә – иман нуры, тормошҡа бәрәкәт өҫтәһен!

Дилбәр ИШМОРАТОВА 

Читайте нас: