Иман
16 Декабрь 2021, 07:30

Донъя мосолмандары Өфөгә йыйылды

Өфө ҡалаһының “Hilton” ҡунаҡханаһында “Ислам һәм мәғариф” халыҡ-ара форумы асылды

Донъя мосолмандары Өфөгә йыйылдыДонъя мосолмандары Өфөгә йыйылды
Донъя мосолмандары Өфөгә йыйылды

Өфө ҡалаһының “Hilton” ҡунаҡханаһында “Ислам һәм мәғариф” халыҡ-ара форумы асылды. Уның сиктәрендә “XXI быуаттың мәғариф киңлегендә исламдың идеалдары һәм ҡиммәттәре” тигән XIII халыҡ-ара ғилми-ғәмәли форумы ойошторолдо. Форум ике көн һуҙымында бара.

“Ислам һәм мәғариф” форумы изге Ҡөрьән уҡыуҙан башланды. Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты Рәсәй ислам университетының ректоры, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының мәғариф буйынса координацион советы рәйесе Артур Сөләймәнов белдереүенсә, фекер алышыу майҙаны булған ошондай  саралар кәрәк, әле форсат табып, форумды үткәреүгә булышлыҡ итеүселәргә рәхмәт. Бынан тыш йыйынға онлайн форматында ҡушылыусылар ҙа бихисап.

– 2021 йылда ислам һәм мәғариф менән бәйле конференцияны ҙурлап уҙғарыуҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур, улай ғына ла түгел, йәш ғалимдарға арналған икенсе Камалов уҡыуҙарын үткәреү менән дә йыл бик үҙенсәлекле булды, – тине Сөләймән Артур хәҙрәт. – Был ике сараны бер-береһен тулыландырып тора, икеһе лә изге маҡсаттарҙы күҙ уңында тота.

Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин форумда Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһенән, Рәсәйҙән ҡатнашҡандарҙың барыһын да сәләмләне, сараның йыл да үткәрелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды, уның ислам белем биреү тармағына йәш кадрҙар әҙерләү йәһәтенән файҙаһы ҙур икәнлегенә баҫым яһаны.

– Ислам һәм белем биреү – бик мөһим мәсьәлә, әхлаҡҡа өйрәтеү,  йәштәрҙе тәрбиәләү – мөҡәддәс бурыстарыбыҙҙың береһе, – тине Тәлғәт Тажетдин.

Форум Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университеты, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт-конфессия ара мөнәсәбәттәр буйынса совет, Ислам мәҙәниәтенә, фәненә һәм мәғарифына булышлыҡ итеү фонды менән берлектә ойошторола.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас