

Донъяла бер нисә календарь бар, уларҙа йыл төрлө ваҡытта башлана. Мосолман календары буйынса — Мөхәррәм айында. Ул Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең Мәккәнән Мәҙинәгә күскән йылынан башлап иҫәпләнә, ҡояш фазаһынан 11-12 көнгә ҡыҫҡараҡ.
Илебеҙҙә йәшәгән күпселек халыҡ тарафынан билдәләнгән Яңы йыл иһә Ғайса ғәләйһис-сәләмдең донъяға килгән көнөнә тура килә. “Ваҡыты-ваҡыты менән күңелегеҙгә лә ял биреп тороғоҙ, сөнки ул арыһа, талсыҡһа, күп нәмәне күрмәй”, — тигән Пәйғәмбәребеҙ. Тимәк, ҡояш календары буйынса йыл башының бер нисә көнө ял итеү өсөн бирелгән икән, уларҙы матур итеп файҙаланырға тейешбеҙ. Туғандарҙың хәлен белешеү, балаларыбыҙ, ғаиләбеҙ менән аралашыу күңелебеҙгә айырыуса ҙур кинәнес бирер. Эш мәлендә бындай күрешеүҙәргә, һөйләшеүгә күп ваҡыт та бүлә алмайбыҙ, шунлыҡтан ял көндәрендә ошо бушлыҡты ҡаплай алһаҡ, Аллаһ Тәғәлә алдағы көндәргә рухи көс, бәрәкәт насип итер.
Мосолман һәр ғәмәлдең айырыуса ваҡыттың, ҡәҙерен белергә тейеш — шуны онотмайыҡ. Йылды һәр әҙәм балаһы изге уй-теләк, яңы маҡсаттар менән башларға тейеш. “Кем дә кем алдына яҡшы ниәт ҡуя, уға өлгәшергә Аллаһ Тәғәлә ярҙам бирер”, — тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Изге маҡсаттар иһә — тормошобоҙҙоң алға барыуының төп нигеҙе. Был йәһәттән әҙәм балаһы фекер ҡеүәһен үҫтереү, ғилем алыу юлында туҡталып ҡалырға тейеш түгел.
Хоҙай Тәғәлә ғилем юлындағыларға — файҙалы, илгә кәрәкле белем, ғаилә ҡорған йәштәргә — тигеҙ мөхәббәт, һау-сәләмәт сабыйҙар, ауыл эшсәндәренә — хәйерле хеҙмәт, бәрәкәтле уңыш, һәммәбеҙгә, һәр ғаиләгә иман, бәхет-сәғәҙәт, һаулыҡ, ҡыуаныс-шатлыҡ насип итһен, иншаллаһ.
Бындай оҙайлы ял көндәре мәжлес үткәреү өсөн дә ҡулайлы. Мәғлүм ки, динебеҙҙә ҡунаҡ йыйыуға ҙур урын бүленә. “Ризыҡтың бәрәкәте – табаҡтағы ҡулдарҙың күплегендә”, – тигән мөбәрәк хәҙисендә Пәйғәмбәребеҙ. Ҡунаҡтың йортҡа ҡот-бәрәкәт алып килеүе тураһында әйтемдәр ҙә байтаҡ. Табын янында йыйылышып һөйләшеү, фекер алышыу, хәл белешеү, уртаҡ маҡсаттар ҡороу ҙа алдағы көндәрҙе яҡты, һөҙөмтәле итер.
Йылды Ҡөрьән мәжлестәре менән башлау айырыуса мөһим. Был ғәмәлдең бәрәкәте иҫәпһеҙ-хисапһыҙ. Беренсенән, яҡын кешеләр менән осрашабыҙ. Был уңайҙан Пәйғәмбәребеҙ үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: “Туғандар илә күрешеү ғүмергә ҙур бәрәкәт бирә”, – тигән. Икенсенән, йортобоҙға Ҡөрьән инә, уны нурға күмә. Өсөнсөнән, был мәжлес йомарт булыу зарурлығын аңғарта. Өҫтәүенә Ҡөрьән күңелебеҙгә инә, балаларыбыҙ, туғандарыбыҙ дингә яҡынлай, доға мәрхүмдәрҙең рухын яҡтырта... Әйткәнемсә, изге ниәттә ҡылынған ғәмәлдең бәрәкәте икһеҙ-сикһеҙ.
“Ашағыҙ, эсегеҙ, саҙаҡа өләшегеҙ, ләкин исраф һәм тәкәбберлек ҡушылмаһын”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Оҙайлы ял көндәрендә лә ошоно онотмаһаҡсы, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Һәр нәмәнең самаһын, ваҡыттың ҡәҙерен беләйек.
Дилбәр ИШМОРАТОВА