Мәшһүр шағирыбыҙ Шәйехзада Бабич үҙенең бер шиғырында: “Һөй, мосолман, байрамыңды!” – тип өндәшкән. Өммәтебеҙҙә оло ғәйеттәр, динебеҙ тарафынан билдәләгән көндәр шулай ҙур әһәмиәткә эйә. Улар быйыл (Ай календары буйынса – 1443-1443 йылдар) ҡайһы көндәргә тура килә?
u Рәғәиб кисе. Быйыл 3-өнән 4 февралгә ҡарай кистә билдәләнә. Мәғлүм ки, ул пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең ата-әсәһе никахлашҡан көн. Рәғәиб кисендә Аллаһ Тәғәләнән гонаһтарҙы ғәфү итеүен һорап доға ҡылырға, теләктәр әйтергә кәрәк. Хаҡ мосолмандар уны нәфел намаҙҙары уҡып үткәрә.
u Миғраж кисе. Ул 28 февраль ҡояш байыу менән башлана. Ошо изге кистә Аллаһ Тәғәлә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмде үҙенә саҡырып, бик күп хикмәтте, йәннәт менән йәһәннәмде күрһәткән. Мосолмандар өсөн ҡиәмәт көнөнә тиклем бүләк, динебеҙҙең ныҡлы терәге булған биш ваҡыт намаҙ ҙа Миғраж мәлендә фарыз ҡылынған.
Риүәйәттә бәйән ителеүенсә, төндә Пәйғәмбәребеҙгә Ябраил фәрештә килә һәм Ҡотдосҡа сәйәхәт ҡылырға тәҡдим итә. Ҡаланың “Әл-Аҡса” мәсетендә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм Ибраһим, Муса, Ғайса пәйғәмбәрҙәр менән осраша, унан Ябраил фәрештә менән күккә күтәрелә.
Беренсе ҡатта уға Әҙәм күк ҡапҡаларын аса, икенселә – Яхъя һәм Ғайса, өсөнсөлә – Йософ, дүртенселә – Иҙрис, бишенселә – Һарун, алтынсыла – Муса, етенселә Ибраһим пәйғәмбәрҙәр осрай. Күктең бар ҡаттарын үтеп, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм Аллаһ Тәғәлә менән осраша, һөйләшә. Был юлда Пәйғәмбәребеҙгә, алда әйтелгәнсә, ожмахты, тамуҡты күрһәтәләр, шулай уҡ Раббыбыҙҙан, мосолмандар биш тапҡыр намаҙ уҡырға тейеш, тигән әмер алына.
Мәккәгә кире ҡайтҡас, сәйәхәттең бик аҙ ваҡытта, бер генә мәлдә үткәне асыҡлана. Пәйғәмбәрҙең юлға сығыр алдынан ҡолатҡан һауытынан һыу ҙа ағып бөтмәгән була.
Миғражға тиклем мосолмандар көн дауамында, ҡояш байығанға тиклем, ураҙа тота. Изге кисте иһә доға ҡылып, Аллаһ Тәғәләнән гонаһтарын ғәфү итеүҙе һорап үткәрәләр, ғибәҙәттә булалар. Миғраж һүҙе “күккә күтәрелеү” тигәнде аңлата.
u Бәрәат кисе. Ул быйыл 17 мартта ҡояш байығас инә. Пәйғәмбәребеҙ үҙенең хәҙисендә был мәлде ғибәҙәт ҡылып үткәрергә, көндөҙ иһә ураҙа тоторға нәсихәт бирә. “Әлеге кистә, төндә Аллаһ Тәғәлә ҡояш сыҡҡансы кешелек донъяһына рәхмәтлелек менән ҡарар, “Тәүбә итеп, гонаһтарын ғәфү итеүемде үтенгәндәрҙең яңылышлыҡтарын кисерәм. Ризыҡ һорағандарға теләгәнен бирәм. Ҡайғы-хәсрәткә тарып, һаулығы юғалып яфа сиккәндәрҙең тәненә – шифа, йәненә тынғылыҡ юллайым. Әҙәм балалары, ниндәй генә теләктәре булһа ла, һораһын – барыһын да үтәйем”, – тиер. Аллаһ Тәғәләгә мөрәжәғәт итеү таңға тиклем барыр”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ.
Шәғбан айының 14-енән 15-енә ҡарай был кистә әҙәм балаларының артабанғы яҙмышы, ашар ризығы, байлыҡ йә ярлылыҡ хәле, тормоштағы дәрәжәһе һ.б. билдәләнеп ҡуйыла, тиелә дини китаптарҙа. Был мосолман байрамының ғәрәпсә атамаһы – “Ләйләтүл-бәрәат”. Беҙҙең телгә тәржемә иткәндә, аҡланыу, ҡотолоу тигән мәғәнәне бирә. Мәғлүм ки, халҡыбыҙҙа Ләйлә тигән исем бар. Ул төн тигәнде аңлата. Тимәк, тәүлектең ошо мәлендә тыуған ҡыҙға бирелә был исем.
Дини китаптарҙа әйтелгәнсә, кемдеңдер фани донъяла көнө бөтөүе лә ошо кистә билдәләнә. Шуға күрә был мәлдә Раббыбыҙҙан атай-әсәйебеҙгә, балаларыбыҙға, туғандарыбыҙға, яҡындарыбыҙға, үҙебеҙгә хәйерле ғүмер, бәхет һорап мөрәжәғәт итәбеҙ, һәммәбеҙҙең дә ике донъя рәхәтен күреүен үтенәбеҙ.
Бәрәат кисендә Аллаһ Тәғәләнән мәрхүмдәрҙең дә гонаһтарын ярлыҡауын ялбарабыҙ, ихлас күңелдән күп итеп доғалар уҡыйбыҙ. Шулай уҡ, дини китаптарҙа әйтелгәнсә, был кистә, уны ҡаршыларға әҙерләнгәндә лә изге ғәмәлдәр ҡылыу зарур. Мохтаждарға, сирлеләргә, ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә хәйер-саҙаҡа биреү айырыуса сауаплы. Мосолмандар элек-электән был кисте бергә үткәрергә тырыша, ҡунаҡҡа саҡырыша.
u Рамаҙан. Мосолман халҡының иң бөйөк, ураҙа тотоп, һәр яҡлап ҙур һынау үтеп уҙғарған изге айы быйыл 2 апрелдә башлана. Уны диндарҙар еләкле аҡланға тиңләй – фарыз ғәмәлдәрҙе үтәгән кеше мул сауап алыр.
uҠәҙер кисе. Ул Рамаҙан айының һуңғы ун төнөнөң таҡ һанлыларының береһендә (21-се, 23-сө, 25-се, 27-се, 29-сы) инә. Уларҙың ҡайһыһындыр айырып әйтеү дөрөҫ түгел, сөнки Аллаһ Тәғәләнән был турала бер ниндәй ҙә күрһәтмә килмәгән. Бында, әлбиттә, ҙур хикмәт ята. Ни өсөн тигәндә, әгәр әҙәм балаһы Ҡәҙер төнөнөң ҡасан икәнен белһә, тап унда ғына ғибәҙәт ҡылып, башҡаларын иғтибарһыҙ ҡалдырыр, һөҙөмтәлә бихисап әжер-сауаптан мәхрүм ителер ине.
“Был кистә фәрештәләр ергә төшөп, фарыз ғәмәл-ғибәҙәттәрҙе үтәгән – намаҙҙа, зекерҙә булған, ата-әсәһенә ихтирам-хөрмәт күрһәткән иманлыларға доға ҡыла. Изге мәлде ғибәҙәткә бағышлаған әҙәм балаларына әжер-сауап мул яҙыла. Фәрештәләр менән бергә ергә изгелек, бәрәкәт һәм мәрхәмәт төшә”, – тиелә динебеҙҙә. “Ҡөрьән Кәрим”дә был кис хаҡында айырым сүрә бар. Уның изге китапҡа индерелеү тарихын йәнә бер ҡат иҫкә алып үтәйек. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең янына һикһән йылдан ашыу хаҡ юлда йөрөгән аҡһаҡал килгәнен күргәс, сәхәбәләр уйға ҡала. “Әгәр ғүмеребеҙ уныҡы кеүек үк оҙон булмаһа, шундай дәрәжәгә өлгәшә алырбыҙмы һуң?” – тип һорай улар Пәйғәмбәребеҙҙән. Һөҙөмтәлә яуап рәүешендә Ҡөрьәндә Ҡәҙер кисе тураһында айырым сүрә барлыҡҡа килә. Мәғәнәһе шулай: әгәр ошо төндә әҙәм балаһы фарыз ғәмәл-ғибәҙәт ҡылһа, иншаллаһ, Аллаһ Тәғәлә юлында һикһән йылдан ашыу хеҙмәт иткән кешенекенән дә ҙурыраҡ сауапҡа өлгәшәсәк.
u Ураҙа байрамы. Изге Рамаҙан айы тамамланыу уңайынан үткәрелгән оло ғәйет быйыл 2 майға тура килә.
u Ғәрәфә көнө. Зөлхизә айының 9-сы – иртәгәһенә Ҡорбан байрамы ҡаршыланасаҡ изге көн. Унда хаж ғәмәле үтәлә. Мосолмандар таҙарынып, пакланып, оло ғәйеткә әҙерләнә. Был көн быйыл 8 июлгә тура килә.
uҠорбан ғәйете. Мосолмандарҙың иң бөйөк байрамы быйыл 9 июлдә башлана. Ул, иншаллаһ, өс көн дауам итәсәк.
u Ғәшүрә көнө. Ул быйыл 8 августа билдәләнә. Мөхәррәм айының был унынсы көнөндә ураҙа тотһаң, бер йыллыҡ гонаһтарың юйылыр, тиелә дини китаптарҙа. Ошо көндән алда һәм унан һуң да ураҙа тоторға кәңәш ителә.
Дини байрамдарыбыҙ өммәтебеҙҙең үҫешенә ҡеүәт бирә, бер-беребеҙгә тағы ла нығыраҡ яҡынайта, Исламдың ниғмәттәренә тәрәнерәк төшөндөрә, әхлаҡ, тәртип, хаҡ юлдан барыу мөһимлегенә тағы ла бер мәртәбә инандыра, тормошобоҙҙа ырыҫ-бәрәкәтте арттыра, күңелдәргә иман өҫтәй. Ошондай изге көндәребеҙ булып торһон, уларҙы һәр саҡ лайыҡлы ҡаршыларға һәм үткәрергә яҙһын!
Дилбәр ИШМОРАТОВА