

Иң боронғо мәжүси замандарҙа уҡ, әле Ҡөрьән индерелгәнсе күп быуаттар алда, аҡыл эйәләре, әүлиәләр, фәйләсүфтәр Йыһан хужаһы – Аллаһтың барлығын, берлеген һәм мәңгелек икәнен таный. Ә инде Ислам динебеҙҙә был төшөнсә төп ҡанундарҙың береһе, диндең нигеҙ ташы булып тора:
Мәңге тере, мәңге бар (һәм мәңге буласаҡ) Алла,
Унан башҡа илаһ итеп тотор зат юҡ донъяла. (Әли Ғимран (Ғимран ғаиләһе) сүрәһе, 2-се аят).
Ерҙә кешеләрҙе тура юлға йүнәлтеү, уларҙың йәшәйешен еңел, матур, мәғәнәле итеү өсөн, Аллаһ Тәғәлә уларға пәйғәмбәрҙәр ебәрә, Китаптар төшөрә. Пәйғәмбәрҙәрҙең һуңғыһы – хаҡ Ислам динен таратыусы Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ, Аллаһ һүҙен инсандарға еткереүсе һуңғы китап – Ҡөрьән Кәрим.
Индерелгәндән алып, Ҡөрьән кешеләрҙе Аллаһ нуры менән рухландыра, иман юлына өндәй. Ҡөрьәндең тура юл күрһәтеү өсөн төшөрөлөүе сүрәләрҙә лә әйтелә:
Ысынлап та, Ҡөрьән Кәрим тура юлға күндерә, Хаҡ мөьмингә әжер күп, тип белдерә. (Әл-Исра (Төндә күсереү) сүрәһе, 9-сы аят).
Ата-бабаларыбыҙ, зыялы бер затмы ул йәки ер кешеһе – игенсе, малсымы – барлыҡта ла, юҡлыҡта ла Ҡөрьәнде ҡәҙерләп, уның тәғлимәте буйынса йәшәргә, тормошон ул ҡуйған ҡанундар буйынса ҡорорға тырышҡан. Ҡөрьәнде үҙләштерер өсөн хатта сит илдәргә йөрөп һабаҡ алғандар, белем туплағандар.
Әлбиттә, Аллаһ һүҙен ғәрәп телендә өйрәнеү һәр ваҡыт хупланған һәм хуплана. Шулай ҙа барыбер сит телде ни тиклем яҡшы белһә лә, кеше туған телендә фекерләй, уйҙарын әсә телендә кәүҙәләндерә. Ниндәйҙер тәғлимәтте камил үҙләштереү туған тел аша бара, әсә телендәге мәғлүмәт яҡшыраҡ аңлашыла, үҙ телеңдәге һүҙ зиһенгә генә түгел, бәғергә, йөрәккә үтеп инеп, мәңгелеккә уйылып ҡала.
Иңдерелгәненән алып, Ҡөрьән һүҙе инде ун дүрт быуат буйы бөтә Ер шары буйлап таралыуын дауам итә. Мосолман өммәтенең ишәйеүенә Ҡөрьәндең төрлө телдәргә тәфсирләнеүе – әсә телендә аңлатып бирелеүе лә ҙур йоғонто яһай. Ҡөрьән менән үҙ телендә танышҡандар, уның илаһи көсөнә инанып, ғәҙел һәм тормошсан йөкмәткеһенә хайран ҡалып, йыш ҡына Ислам тарафдары булып китә. Бындай миҫалдар күренекле шәхестәр араһында ла бихисап. Шулай, бөйөк рус шағиры Александр Пушкиндың Ҡөрьәнгә: “Ниндәй ғәййәр шиғриәт!” – тип һоҡланғаны, мәшһүр Лев Толстойҙың: “Аҡыллы кеше дин тотоуҙа икеләнмәҫ, берҙәм тәғлимәтте, берҙән-бер Аллаһты һәм Уның пәйғәмбәрен танып, мосолманлыҡты өҫтөн ҡуйыр”, – тигәне билдәле.
Шулай ҙа Ҡөрьәнде баҫма рәүештә таратыу ҙа, уны башҡа телдәргә тәфсирләү-тәржемәләү ҙә Шәреҡ илдәрендә оҙаҡ ваҡыттар ҡәтғи тыйылған ғәмәлдәрҙән хисаплана. Күп дин белгестәре, Ҡөрьәнде, ғөмүмән, тәржемә итеп булмай, тип иҫәпләй. Ысынлап та, был Китапты тәржемә итеүгә, шәрехләү-аңлатыуға алыныусылар үҙҙәре үк таныуынса, бер генә тәржемә лә Ҡөрьәнде теүәл ҡабатлай, уның бөйөк көсөн, илаһи аһәңен, мөғжизәле тәрәнлеген сағылдырып еткерә алмай. Ҡөрьәндең һәр сүрәһенә, һәр аятына, һәр һөйләменә, һәр һүҙенә, хатта һәр хәрефенә шул тиклем оло йөкмәтке һалынған, улар аша һәр дәүер, һәр уҡыған ҡәүем яңы асыштар яһай.
XII быуат уртаһында Ҡөрьән тәүге тапҡыр латин теленә ауҙарыла, унан итальян, немец, француз, инглиз телдәренә күсерелә. Шәреҡ донъяһында Ҡөрьән беренсе булып уйғыр телендә шәрехләнә, унан фарсы, урду, төрөк телдәрендә лә халыҡҡа барып етә.
Рәсәйҙә Ислам тураһында яҙма мәғлүмәттәр IX быуатта тарала башлай. Петр I батшалыҡ иткән дәүерҙә, Көнсығыш илдәре менән сауҙа һәм илселек мөнәсәбәттәрен нығытыу маҡсатында, мосолман Шәреғен эҙлекле өйрәнергә керешәләр. Күренекле ғалим Петр Постников, Ҡөрьәнде руссаға тәржемәләп, ул бынан өс быуат элек – 1716 йылда батша фарманы буйынса донъя күрә. Унан һуң изге Китап рус теленә күп тапҡыр ауыштырыла. Ҡөрьәнде ғүмере буйы өйрәнгән Шәреҡ белгесе, ғалим Игнат Крачковскийҙың тәржемәһе теүәллеге, аныҡлығы менән иң яҡшы, ғилми нигеҙләнгән хеҙмәттәрҙән һанала.
Беҙҙең заманда киң билдәлеләре – шиғри тәржемәләр. Илаһи Китаптың руссаға шиғри тәфсирен атҡарған телсе ғалим Теодор Шумовский: “Ҡөрьәнде сәсмә һүҙ менән аңлатыу уның матурлығын, сағыулығын юҡҡа сығара”, – тип иҫәпләй.
Валерия Порохованың “Перевод смыслов Корана” тип аталған хеҙмәте лә танылыу тапты. Ул да – шиғри тәфсир, Валерия Михайловна – мосолман өммәтендәге тәүге тәржемәсе. Бик тә хөрмәтле был ғалимә, Өфөлә лә бер нисә тапҡыр булып, “Ихлас” мәсетендә йәмәғәтселек менән аралашып, осрашыу кисәләре үткәрҙе.
Башҡорт телендәге тәүге, иң беренсе тәржемәне атҡарыусы – Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, заманында Һамар мәҙрәсәһендә белем алған Дан Кинельский (Абдулла Иҙрисов) Ҡөрьәнде башҡортсалаштырыу өҫтөндә егерме йылдан ашыу эшләй. Баҫманың ғилми һәм дөйөм мөхәррире Фәнил Байышев тәржемәне ҡайтанан эшкәртә, башҡортса текстар мөхәррире Дәүләткирәй Мәһәҙиев уны тағы ла камиллаштыра, Мөхәммәт Сөйәрғолов транскрипцияны эшләй. Ҡулъяҙма, Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә әҙерләнеп, 1993 йылда 50 мең дана тираж менән Мәскәүҙә донъя күрҙе. Ижади төркөмдөң фиҙакәр хеҙмәте Хөкүмәтебеҙ тарафынан да юғары баһаланды, улар республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһына лайыҡ булды.
Шулай халҡыбыҙ тәү тапҡыр Ҡөрьәнде үҙ телендә уҡыу, өйрәнеү, аңлау бәхетенә өлгәште. Изге Китап, етмеш йыллыҡ дәһрилек шаршауын йыртып, кешеләр күңеленә Аллаһ нуры булып килеп инде, рухи бушлыҡтан ғажизләнгәндәр Унда ышаныс, терәк тапты. Динебеҙ менән ҡыҙыҡһыныу бермә-бер артты, Ҡөрьән, һәр ғаиләгә ҡибла елеләй сафлыҡ килтереп, диндәштәребеҙҙе әсә телендә иманға саҡырҙы.
Дөрөҫ, бер ни тиклем ваҡыттан һуң Китапта аҙ-маҙ техник хата, тәржемәлә ҡайһы бер теүәлһеҙлектәр булыуы асыҡланды. Шулай ҙа, был Китап замандаштарыбыҙҙы Исламға йүнәлтеүҙә ҙур аҙым яһалды, ул – әле лә ҡәҙерле һәм ҡулланылышта.
Ҡөрьән иң зирәк аҡылдарҙы, иң һиҙгер йөрәктәрҙе үҙенә ылыҡтырыуын дауам итә. Шуны дәлилләп, 2015 йылда “Башҡорт энциклопедияһы” нәшриәтендә 500 дана тираж менән талантлы уҡытыусы, шағир, яҙыусы, тәржемәсе, йәмәғәтсе, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, күп премиялар лауреаты Мәүлит Ямалетдиндың “Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма” тигән китабы донъя күрҙе.
Күренекле ҡәләм эйәһе Ҡөрьәнде шиғри телдә башҡортсаға ауҙарыу өҫтөндә оҙаҡ йылдар эшләй. Изге сүрәләрҙең бөйөк рухын, тормошобоҙ кеүек, ғәйәт ҡатмарлы, тәрән эстәлекле, күп мәғәнәле йөкмәткеһен төшөндөргән шиғри яҙмалары матбуғат баҫмаларында байтаҡтан күренә килеп, шуларҙың күркәм Китапҡа тупланып донъяға сығыуы – Ислам ҡәҙриәттәрен аңлауға яңы бер этәргес булды.
Аллаһ тарафынан бәндәләренә инселәнгән Ҡөрьән 114 сүрәнән ғибәрәт, һәр сүрә аяттарға бүленгән. Сүрәләр Ҡөрьәндә күләменә ҡарап, йәғни иң оҙон сүрәләр башта, ҡыҫҡалары аҙаҡта урынлаштырылған. Мәүлит Ямалетдиндың шул тәүге китабында 114 сүрәнең 76-һына шиғри аңлатма бирелгәйне. Баҫма йәмәғәтселек, мосолман өммәте тарафынан шул тиклем йылы ҡаршыланып, уны тәҡдим итеү кисәләре Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында, “Ихлас” мәсетендә, республикабыҙҙың башҡа залдарында күмәк халыҡ ҡатнашлығында йәнле үткәйне.
Мәүлит Байгилде улы изге Ҡөрьән сүрәләре өҫтөндә эшләүҙе 2020 йылдың 8 ноябрендә 74-се йәшендә баҡыйлыҡҡа күскәнгә тиклем дауам итә. Шул йылдың аҙағында, шағирҙың вафатынан һуң, аңлатмаларҙың тулыландырылған, инде 100 сүрәне башҡорт телендә шиғри шәкелдә биргән, 704 битле яңы китабы 1000 дана тираж менән донъя күрҙе.
Әйтергә кәрәк, Магнитогорск ҡалаһында баҫылған Китап ифрат сифатлы, ентекләп эшләнгән: уҡырға ҡулайлы йыйнаҡ, ыҡсым форматта, күҙҙәрҙе иркәләрлек, мосолмандарҙа изге һаналған, тәбиғәтте һәм бер үк ваҡытта ожмах төшөнсәһен һынландырған күркәм йәшел төҫтәге тышлыҡта, Ислам ҡанундарына ярашлы зауыҡлы биҙәлештә. Нәшерләрҙән алда яҙмаларҙың Баш мөфтөй, Рәсәй Үҙәк диниә назараты рәйесе, шәйхел-ислам Тәлғәт Тажетдин тарафынан фатиха алыуы ла баҫманың бәҫен раҫлап тора.
Китап шиғри сүрәләргә асҡыс, уларҙы аңларға ныҡлы нигеҙ булған һүҙлек менән асыла. Һәр сүрә алдынан уның индерелеү ваҡиғаһы тураһында ҡыҫҡа, тарихи ерлекле белешмә бирелеп, ул уҡыусыны пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм йәшәгән Сәғәҙәт дәүеренә алып китә. Сүрәнең аталышын, ни сәбәпле төшөрөлөүен, ниндәй аныҡ ваҡиғаға ҡағылышлы булыуын, ниндәй һорауҙарҙы яҡтыртыуын белеү аяттарҙы яҡшыраҡ төшөнөргә алдан әҙерлек бирә.
Шундай әҙерлектән һуң, маһир һүҙ оҫтаһы тарафынан шиғри шәкелдә бирелгән аяттар ҙа зиһендә генә түгел, йөрәк ҡылдарында ҡабул ителә, теүәл үлсәмдәге, рифмалы юлдар аша Аллаһ һүҙҙәренең камиллығы, аһәңе көслөрәк, тәьҫирлерәк тойомлана.
Китаптың “Шәрехтәр һәм аңлатмалар” бүлеге лә бай мәғлүмәтле булыуы менән айырылып тора. Бында бик ҡыҙыҡлы тарихи сығанаҡтар килтерелә, сүрә-аяттарҙың йөкмәткеһенә яңы асыҡлауҙар өҫтәлә, ҡатмарлы ғәрәп һүҙҙәренең мәғәнәләре тәфсирләп аңлатыла.
Шулай итеп, Ҡөрьәнде мөмкин тиклем тулыраҡ, тәрәнерәк аңға һеңдереү мөмкинлеге тыуҙырыла – уҡы, өйрән, төшөн, Аллаһ тәғлимәтен ҡәлбеңә – күңелеңә һеңдер!
Ислам диненә ылығыусылар белә булыр: сүрәләрҙе ғәрәп телендә ни тиклем еренә еткереп уҡыһаң һәм ятлап алһаң да, Ҡөрьәнде үҙ телеңдә уҡыу – иң ләззәтлеһе! Тап әсә телендә уҡығанда Ҡөрьәндең серле йөкмәткеһе, тантаналы ла, һағышлы ла фекер ағышы йөрәк ярҙарына дәртлерәк ҡаға, бәғергә үтеп инә. Донъя барлыҡҡа килеү, ирҙең – ерҙән (балсыҡтан), ҡатындың ирҙән (ирҙең ҡабырғаһынан) яратылышы, ергә ебәрелгән пәйғәмбәрҙәр сәхифәләре, тормоштағы төрлө мөнәсәбәттәр (ир менән ҡатын, ата-әсәләр һәм улдар-ҡыҙҙар, күршеләр, диндәштәр һ. б. араһында), хаҡ һәм нахаҡ, яҡшылыҡ һәм яманлыҡ, нәфсе һәм тыйнаҡлыҡ, яҙыҡ һәм ярлыҡаныу, йәмәғәт, йәмғиәт алдында бурыстар һәм Аллаһ ҡанундарына тоғролоҡ һаҡлап йәшәү ҡаһарманлығы... Был һорауҙарҙың һәр береһенә яуап табыла Ҡөрьәндә, ғалимдар раҫлауынса, унда әйтелгәндәр заман фәне дәлилләгәндәргә тәңгәл килә. Ул ғына ла түгел, Ҡөрьәндә яҙылған байтаҡ серҙәр әле яҡын быуаттарҙа ғына фәнни яҡтан асылды. Шуларҙан әҙәми заттың әсә ҡарынында яралыуы, үҙгәрә-үҙгәрә үҫеп, бала булып донъяға тыуыуы; береһе сөсө, икенсеһе тоҙло даръяның ҡушылмай йәнәшә ағыуы; Ғаләмдең төтөн-томан рәүешендә булыуы; түңәрәк Ерҙең, Ҡояш, Айҙың хәрәкәт итеүе тураһындағы аяттар, медицина, астрономия, башҡа фәндәр өлкәһендәге хәбәрҙәр хайран ҡалдыра.
Динә МЫРҘАҠАЕВА.
(Аҙағы бар).