Иман
28 Ғинуар 2022, 17:26

“Ғаҡыллы кеше динһеҙ булмаҫ...” (Аҙағы)

Хайран ҡалырлыҡ Ҡөрьән аяттарын әсә телендә уҡыр­лыҡ иткәне өсөн арҙаҡлы шағир Мәүлит Яма­летдингә изге хеҙмәте өсөн Аллаһ Үҙе әжерҙәрен бирһен, урынын йәннәттәрендә насип әйләһен, тип теләргә генә ҡала.

Ислам – тормош дине, йәшәү рә­үешен күрһәтеп биреүсе, көндәлек көнкүрештә һәр ваҡыт ҡулла­ны­лыш­та булырға тейешле дин. Ләкин ке­ше холҡо шулай ҡоролған – Аллаһы Тәғәләгә күберәк ҡыйын, ауыр саҡ­тарҙа, яуаплы мәлдәрҙә мөрәжәғәт ителә. Юҡһа, ниндәй генә эш баш­лаһаң да – ҙурмы ул, бәләкәйме – Аллаһ исеме менән башлау хәйер­ле. Ә инде ил-ҡәүемде яҡлап, яуҙар­ға күтәрелгәндә элек-электән аят-доғалар уҡылған, ир-егеттәр Ҡөрьән менән ант иткән. Ҡаһарман яугир һәм шағир Салауат Юлаев та:

Аҡландағы йылға ситендә

Ултырып тәсбих әйтеп Аллаға,

Изге яуға тағын барам мин,

Азатлыҡ һәм шөһрәт алам мин! –

тип йөрәкһенгән, Герой-шағир Муса Йәлил үҙенең көрәштәштәре менән палач балтаһы ҡаршыһына Ҡөрьән тотоп баҫҡан.

Фекер эйәләре фаразлауынса, әлеге XXI быуатта Ислам дине, ғи­лем һәм фән менән бергә үҫешеп, кешеләрҙең аңын биләгән, уларҙы донъя һәм әхирәт бәхетенә иреш­тер­гән иң көслө тәғлимәт буласаҡ. Тимәк, киләсәк Ҡөрьән менән бергә киләсәк.

Быйыл, Ислам динен рәсми ҡа­бул итеүҙең 1100 йыллығы бөтөн Ва­таныбыҙ – киң Рәсәй Федера­цияһы биләмәләрендә тантаналы билдәләнгәндә, шәрәфле һүҙ оҫтаһы Мәүлит Ямалетдиндең шиғри аңлат­малары иманлы заттарға Аллаһ һүҙенең асылын тағы ла яҡшыраҡ аңларға нигеҙ булыр, яңынан-яңы сауаплы ғәмәлдәргә рухландырыр. Исламға яҡынайырға ынтылғандарға ул замандың тәбиғи ихтыяжына ҡушылырға булышыр, килер юлдарҙы киңәйтеп, Аллаһ нуры менән яҡтыртыр. Күренекле дин эшмәкәре, ғалим һәм яҙыусы Ризаитдин Фәхретдин әйткәнсә, “Ғаҡыллы кеше динһеҙ булмаҫ, динһеҙ хаяттан мәғәнә тапмаҫ”. Раҫтыр ки, Ҡөрьән-Кәрим –

Был – ап-асыҡ аңлатма һәм ҡулланма халыҡ өсөн,

Һәм ул вәғәз, кем (тырыша) үтәргә үҙ бурысын.

(Әли-Ғимран (Ғимран ғаиләһе) сүрәһе, 138-се аят).

Быйыл 5 мартта күренекле шағир Мәүлит Ямалетдиндең тыуыуына 75 йыл тула. Әлеге мәҡәләлә бирелгән бөтә аят­тар ҙа уның “Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма­лар” китабынан алынды. Уҡыусыларыбыҙға, яҡын­даныраҡ танышыу өсөн, унан өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ. Китаптың үҙен шағирҙың ҡыҙы – Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡорт­остан “Китап” нәшриәтенең дәреслектәр редакцияһы мөхәррире Зөбәржәт Ғәлишинанан һоратып алдырырға мөмкин.

*  *  *

  1. Әл-Фатиха (Фатиха) сүрәһе

                                               Аллаһ исемдәре менән

                                               Был ғәмәлде башлайым,

                                               Бөйөк рәхмәт вә шәфҡәткә

                                               Өмөтөмдө бағлайым.

  1. Барса маҡтау бер Аллаға – Ул ғаләмдәр хужаһы;
  2. (Сикһеҙ) рәхмәт һәм мәрхәмәт бүтән кемгә хас тағы?
  3. Ул ҡиәмәт көнөнөң дә (берҙән-бер) падишаһы.
  4. (Эй, Алла) тик һинең алда беҙ ғибәҙәт ҡылабыҙ.

Һинең генә ярҙамыңа ялбарышып ҡалабыҙ:

  1. Күрһәт беҙгә тура юлды, хаҡлыҡ юлына күндер,
  2. Ниғмәттәреңә ирешкән заттар рәтенә индер,
  3. Асыуыңа дусарҙарҙың аҙашыуынан дүндер.
  4. Әл-Бәҡара (Һыйыр) сүрәһе

Бисмилләһир-рахмәнир рахим.

  1. Әлиф ләм мим (Йә: Мин, Алла, иң яҡшы белеүсемен).
  2. Һис шөбһәһеҙ, Аллаһынан иңдерелде был Китап,

Бурысына тоғро мөьмин затҡа ҡулланма итеп.

  1. Ул мөьминдәр, күрмәһә лә, ышанырҙар Аллаға,

Ваҡытында намаҙ уҡыр, тоғро ҡалып йолаға,

Һәм Беҙ бүлгән байлыҡтарҙан биреп барыр саҙаҡа.

  1. Мәңге тере, мәңге бар (һәм мәңге буласаҡ) Алла,

Унан башҡа илаһ итеп тотор зат юҡ донъяла.

Уны һис тә серем алмай, солғамай Уны йоҡо,

Күктәрҙә һәм ерҙә ни бар – бөтәһе лә Уныҡы.

Кем ҡылһын Уның алдында (һеҙҙең өсөн) шәфәғәт,

Әгәр ҙә мәгәр булмаһа Уның тарафтан рөхсәт?

Алла белә: ниндәй хәлдәр булған уларға ҡәҙәр,

(Һәм Ул белә): уларҙан һуң буласаҡ алда ниҙәр.

Ә улар, Алланың рәғбәт* иткәндәренән ғәйре,

Уның ғилеменә эйә була алмаҫ үҙҙәре.

Уның ғилеме тарала күккә һәм ер йөҙөнә,

Икеһен дә һаҡлау Уның ҡыйын түгел үҙенә.

Сөнки Ул (донъя йөҙөндә) иң бөйөк, иң юғары.

 

  1. Диндә (һис бер) көсләмәк юҡ – тура юл (хаҡлыҡ юлы) –

Аҙашыуҙан, ысынлап та, ап-асыҡ айырылды.

Кем, Иблисте инҡар итеп, Аллаһыға инана –

Шул һис ҡасан һынмай торған бер тотҡаға таяна.

Алла һәммәһен ишетә һәм белә барын да.

 

  1. Алла шуларға (тоғро) дуҫ: кемдәр килтерә иман,

Ул яҡтылыҡҡа сығара уларҙы ҡараңғынан.

Ә кемдәр иман килтермәй, шуларҙың дуҫы – шайтан,

Иблис ҡараңғыға әйҙәй уларҙы яҡтылыҡтан.

Улар – ут әһеле, мәңге ҡотола алмаҫ уттан.

 

*Рәғбәт – теләк, ынтылыш.

 

  1. Әли Ғимран (Ғимран ғаиләһе) сүрәһе

Бисмилләһир рахмәнир рахим.

  1. Ысынлап та, ерҙәге һәм күктәрҙәге һис бер шәй

Аллаһы Собхананан һис йәшерен була алмай.

  1. Ул бит, әсә ҡарынында һеҙ әле ятҡан мәлдә,

Үҙе нисек теләй, һеҙгә бирә шундай шәкелде.

Унан башҡа илаһ итеп тотор зат юҡ донъяла,

Ул ҡадирҙарҙың-ҡадиры, хикмәтле булып ҡала.

 

  1. Әл-Исра (Төндә күсереү) сүрәһе
  2. Кешеләргә хаҡлыҡ менән индерҙеҡ Беҙ Ҡөрьәнде,

Һәм ул хаҡлыҡ алып килде, тик хаҡлыҡ аша инде.

(Әй, Мөхәммәт)!

Беҙ ебәрҙек һине тик шуның өсөн:

Мөьминдән йәннәт хаҡында һөйөнсө алыр өсөн,

Кафырға тамуҡ хаҡында иҫкәртеү һалыр өсөн.

 

  1. Ҡөрьән Кәримде индерҙек, бүлгеләп аяттарға,

Туҡтап, яйлап уҡыһын тип, һин уны халыҡтарға.

Ҡөрьән Китабын индерҙек бер-бер артлы һәм яйлап,

Кешеләрҙең фекерҙәрен, аҡыл көсөн самалап.

  1. Әйт: “Ышанғандар ышанһын, ә ышанмағандар – юҡ,

(Ләкин Ҡөрьәнгә ышаныу – уныңса ғәмәл ҡылмаҡ).

Ҡөрьәндән алдараҡ ингән Китапты уҡыусылар,

Ҡөрьән һүҙҙәрен ишетеп, хөрмәтләп сәждә ҡылыр”.

 

  1. Йә-син (Йасин) сүрәһе
  2. (Мөхәммәтте) өйрәтмәнек Беҙ шиғырға,

Бының һис тә кәрәге юҡ (пәйғәмбәргә).

Уның барлыҡ әйткәндәре – Алла һүҙе,

Изге Китап – Ҡөрьәнде лә Раббы бирҙе:

  1. Тереләрҙең күңелдәрен уятмаҡҡа,

Иманһыҙлыҡ юлындағы әҙәмдәрҙе

(Хаҡ язаһы көткәнлеген) аңлатмаҡҡа.

  1. Ҡөҙрәтебеҙ сикһеҙлеген күрһәтергә,

Кәрәк таптыҡ мал-тыуарҙы бар итергә,

Барыһын да буйһондороп бәндәләргә.

  1. Был малҡайҙар (мәңге) тоғро йән уларға:

(Бәғзеләрен) юл йөрөүҙә ҡулланалар,

Бәғзеһенең ите менән туҡланалар.

  1. Хәтһеҙ файҙа күреп, һөтөн (һауып) эсеп,

Һаман шөкөр итмәҫтәрме бының өсөн?

 

  1. Әз-Зүмәр (Төркөмдәр) сүрәһе
  2. Кешеләрҙең баштарына төшһә бәлә,

Ялбарышып, улар Беҙҙе иҫкә ала.

Әгәр инде күмелһәләр мәрхәмәткә,

Улар әйтә: “Лайыҡ булдыҡ был хөрмәткә,

Биреп барлыҡ зиһен менән белем көсөн

Яулап алған оҫталыҡ вә таҫыл өсөн”.

Юҡ, был – улар өсөн (фәҡәт) һынау ғына,

Тик күптәрҙең барып етмәй ул аңына.

  1. Был донъяға элек кемдәр килеп китте –

Уйламайса шундай (көфөр һүҙҙәр) әйтте.

Тик уларҙың тырышып йыйған барлыҡ малы

Үҙҙәрен (ғазаптарҙан) ҡотҡарманы.

  1. Ә кем хәҙер боҙа (Алла бойороғон) –

Татыясаҡ ҡылғанының бар ҡоһорон.

Ул бәндәләр еңә алмаҫ һис ҡасан да

Аллаһынан күндерелгән был ҡанунды.

 

  1. Әл-Хәдид (Тимер) сүрәһе

Бисмилләһир рахмәнир-рахим

  1. Күктәге, ерҙәге һәр шәй Аллаға тәсбих әйтә.

Уға тиңләшеүсе зат юҡ ҡөҙрәт менән хикмәттә.

  1. Ул күктәге һәм ерҙәге батшалыҡтар хужаһы,

Ул йән бирә (тереклеккә) һәм үлтерә (һәммәһен),

Һәм Ул – һәр бер шәй өҫтөнән хакимлыҡтың эйәһе.

3 . Ул – иң тәүге һәм иң һуңғы, ап-асыҡ һәм йәшерен,

Һәм Ул белә һәр бер шәйҙе, (белә уларҙың серен).

  1. Ул күктәрҙе һәм ер йөҙөн бар ҡылды алты көндә,

Ә һуңынан урынлашты (үҙенең) ғәрешендә.

Ул белә: ергә ни һеңә һәм унан ниҙәр сыға,

Күктән ниҙәр төшә, ниҙәр күтәрелә һауаға.

Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, Ул һеҙҙең менән бергә,

Алла һеҙҙең ҡылған барлыҡ эштәрегеҙҙе күрә.

  1. Ул күктәге һәм ерҙәге батшалыҡтар хужаһы,

Һәм иң һуңынан Аллаға кире ҡайта барсаһы.

  1. Ул төндө көнгә күсерә, төнгә күсерә көндө,

Ул белә: ни йәшерелгән һәр кемдең йөрәгендә.

  1. Ышанығыҙ Аллаға һәм Уның мөрсәлиненә,

Алла һеҙҙе вариҫ итеп ҡалдырған кем милкенә,

Шул мираҫтан сарыфлағыҙ (дин һәм Алла юлына).

Кем иманлы һәм бол түгә саҙаҡаға, хәйергә,

Шулар иң тәүҙә лайыҡлы (Беҙҙең) оло әжергә.

 

  1. Әл-Ихлас (Пакланыу) сүрәһе

Бисмилләһир рахмәнир-рахим

  1. Әйт: “Алланың бар ғаләмдә ише юҡ,
  2. Ул мәңгелек (камил бер зат – йәше юҡ);
  3. Уның тыумыш, тыуҙырылмыш көнө юҡ,
  4. (Йәнә) Уның (һис бер ерҙә) тиңе юҡ.

 

Динә МЫРҘАҠАЕВА әҙерләне.

Читайте нас