Иман
4 Февраль 2022, 10:00

Нисек теләй – шулай йәшәһен, тиһәң...

Бындай тәрбиә менән ныҡлы йәмғиәт төҙөп буламы?

vk.comvk.com
Фото:vk.com

Күршем балаларымды Ислам ҡанундары буйынса тәрбиәләргә тырышыуымды хупламай. “Ни өсөн уларға бөтә нәмәне тыяһың? Ғүмер бер генә – нисек теләйҙәр, шулай йәшәһендәр. Ниңә ҡыҫылаһың? Минең улдарым иректә үҫте”, – ти.

Уның балалары күптән буй еткергән инде. Өлкән улы, ҡырҡ йәштән үтһә лә, өйләнмәй йөрөй, бәләкәйе ғаиләле, әммә әсәһенә килеп ярҙам иткәне лә, хатта хәл белгәне лә юҡ. Уларға ҡарайым да, үҙемдең тәрбиә алымымдың дөрөҫ икәненә йәнә бер ҡат инанам. Шул уҡ ваҡытта аҙым һайын тыйып тороу ҙа еңел түгел...

Әммә балаға дөрөҫ тәрбиә биреүҙең әһәмиәте шул ҡәҙәр ҙур. Был йәһәттән дин ҡанун­да­рына таяныу – Аллаһ ҡушҡанды үтәү – иң дөрөҫ юл. Раббыбыҙ тәр­биәһе бер көнлөк түгел, ә ғү­мерлек: унда барыһы ла – үткән дә, бөгөнгө лә, киләсәк тә – иҫәп­кә алына, хәстәрләнә. Иманлы бала тарихты онотмай, үҙ заманына йәм өҫтәй, алдағы көндәргә изгелек орлоғо сәсә. Ул ата-әсәһенең, туғандарының, тотош йәмғиәттең терәге булыуға әҙер үҫергә тейеш. Ғөмүмән, баланы үҙебеҙ өсөн генә түгел, барлыҡ өммәткә, илгә кәрәкле кеше итеп тәрбиәләргә бурыслыбыҙ. “Атаңдың ғына улы булма, халҡыңдың да улы бул”, тигән бит ата-бабабыҙ.

Ә “Ғүмер бер генә, кеше нисек теләй – шулай йәшәһен” тигән фе­кер өҫтөнлөк итә икән, йәм­ғиәт­тең тарҡалыуы ихтимал. Дө­йөм тәрбиә алымы, уртаҡ маҡсат булмаһа, борон-борондан һалын­ған ныҡлы нигеҙҙе һаҡлау мөм­кин­ме? Һәр кем тик үҙен уйлап, шәхси мәнфәғәтен ҡайғыртып йәшәй башлаһа, ғаилә, дәүләт, милләт, өммәт тигән төшөнсәләр ҡеүәтен юғалтмаҫмы?

Әҙәм балаһы бит ата-әсәһен ҡыуандырып ғүмер итергә, иле­нең көсөн арттырырға тыры­шырға тейеш. Ә үҙе өсөн генә йәшәргә өйрәнгән кеше был хаҡта уйлаймы?

Әйтеүемсә, күршемдең улда­рының береһе һаман өйләнмәй йөрөй, икенсеһе килеп тә әйлән­мәй. Эйе, ни сәсһәң, шуны ура­һың. Әгәр ҙә был малайҙар дини ҡанундар буйынса тәрбиәләнһә, әсәһен шулай ҡайғыртыр инеме? Ғәзиз балаһының ҡырҡҡа етеп тә өйләнмәй йөрөүен кем генә һыҙ­ланыуһыҙ ҡабул итһен? Шул уҡ ваҡытта ул-ҡыҙы хәл белешеп китергә лә ваҡыт тапмаһа, ата-әсәнең хәсрәтһеҙ йәшәүе мөм­кинме? Ислам тәрбиәһе ошо һәм башҡа күңелһеҙ күренештәрҙе иҫкәртә, уларҙан аралай, хаҡ юлды күрһәтә.

Һүҙ юҡ, әлеге йәмғиәттә бала­ны дин ҡанундары буйынса тәр­биәләү еңелдән түгел. Ул башҡа тиҫтерҙәре менән гел бергә бу­лырға теләйҙер, айырылып йөрө­гөһө килмәйҙер. Ситләш­терергә ярамай ҙа. Әйҙә, бергә уйнаһын­дар, төрлө сараларҙа ҡатнаш­һын­дар. Дини тәрбиә алған бала өйҙә ҡасып-боҫоп, йәмғиәттән айырылып ултырырға тейеш түгел бит. Күрһен, сағыштырһын, үҙ фекерен әйтергә өйрәнһен, шәхси миҫалында юл күрһәтһен. Балалар бик һиҙгер: дөрөҫлөк яғына ауышырҙар. Ислам бит борон-борондан шулай яҡшы өлгө, күркәм вәғәз аша таралған, тамыр нығытҡан.

Әгәр инде дини тәрбиә алған баланы башҡалар менән аралаштырмай, “ҡамап” алып йөрөп үҫ­терһәк, киләсәктә бының үтә насар эҙемтәгә килтереүе – кеше­нең йәмғиәткә бөтөнләй яраҡ­лаша алмай ҡаңғырыуы ихтимал. Шуның өсөн дә уны бәләкәй са­ғынан бүтәндәрҙән айырмаҫҡа кәрәк. Алда әйтелгәнсә, өйҙә ди­ни тәрбиә ныҡлы булһа, ҡайһы бе­рәүҙәргә эйәреп насар юлдан китмәҫ. Киреһенсә, бүтән тиң­дәш­тәренә өлгө күрһәтер, шәхси фекерҙәрен еткерергә өйрәнеп, йәмғиәттә үҙенә юл яра алыр.    

Әҙәм балаһының бәхетендә тәрбиәлелектең өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Күркәм холоҡ, башҡа­ларҙы уйлап йәшәү – кешеләге иң матур сифаттар. “Улар барҙа ер сәскәгә күмелә, ғүмер оҙоная”, – тигән имам Садиҡ. Аҡыл эйә­ләре әҙәплелекте, әхлаҡлылыҡты уңышҡа алып барған хазина тип белә. Ошондай сифаттар тәрбиә­ләү – ата-әсәнең балаһына бир­гән иң ҙур бүләге. Ә бының ни­геҙендә Аллаһ Тәғәлә ҡанундары ятҡанын онотмаһаҡ ине.

 

(Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән әсәнең һөйләгәндәренән).

Дилбәр ИШМОРАТОВА

Читайте нас