Иман
11 Февраль 2022, 07:21

Диниә назаратынан – яңы проект

vk.comvk.com
Фото:vk.com

“Ҡөрьән Кәрим”гә һалынған аҡыл-хикмәттәр, изге китаптың йөкмәткеһе хәҙерге башҡорт телендә әҙерләп сығарыласаҡ.

Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Айнур хәҙрәт Бирғәлин әйтеүенсә, изге китапта төшөндөрөлгәндәрҙе тәрәнерәк аңлап, көндәлек тормошта файҙаланыу өсөн уларҙың тәфсирен, мәғәнәүи яҡтан тәржемәһен яңыртып торалар.

“Әле ҡулланылған “Ҡөрьән Кә­рим”дә, әл-хәмдү лил-ләһ, дини бе­лем яғынан бөтөн талаптар ҙа үтәлгән. Шуға ла үҙ вазифаһын теүәл үтәгән. Әммә шул уҡ ваҡытта хәҙерге замандаштарыбыҙға уны аңлауы ауырыраҡ, сөнки боронғо һүҙҙәр күп, элекке телмәр үҙенсә­лектәре һаҡланған. Изге китабы­быҙ­ҙа “Беҙ Ҡөрьәнде асыҡ, аңла­йышлы ғәрәп телендә төшөрҙөк”, – тиелгән, тимәк, башҡортсаға тәржемәһен дә заман кешеһенә аңлайышлы итергә ынтылыу зарур­ҙыр тигән ышаныстабыҙ”, – ти Айнур хәҙрәт.

Мөфтөйҙөң һүҙҙәренсә, был проектты эшләгәндә Татарстан ға­лимдары үҙ тәжрибәһе менән уртаҡ­лашҡан. Әле үҙебеҙҙә “Ҡөрь­ән Кәрим”дең мәғәнәүи тәржемәһе эшен филологтар командаһы алып бара. Улар һәр урынын ғалимдар менән кәңәшләшеп башҡара.

“Был проект – Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты алып барған эшмәкәрлектең бер йү­нәлеше. Туған телебеҙҙә алын­ған дини белем күңелгә нығыраҡ үтеп инер, – ти Айнур Бирғәлин. – Ошондай тағы бер эшебеҙҙе тормошҡа ашырҙыҡ: интернет селтәре аша өйрәнеү өсөн башҡорт һәм рус телдәрендә 100 сәғәтлек дин дәрестәре программаһын әҙерләнек. Уны тиҙҙән тәҡдим итәсәкбеҙ.

Дилбәр ИШМОРАТОВА

Читайте нас