

Мәғлүм булыуынса, 12 февралдә халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыу билдәләнә. Ошо уңайҙан әҙәбиәттең, һүҙҙең тормошобоҙҙағы ҡиммәте хаҡында йәнә әйтеп үтәйек.
Борондан һүҙ оҫталары араһында бәйгеләр ойошторолоуы, иң тапҡыр теллеләрҙең халыҡ араһында абруй ҡаҙаныуы хаҡында халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады аша ла танышбыҙ. Сәсәндәр ысынбарлыҡта йәмғиәттә ҙур урын биләгән, уларҙың һүҙе иң кәрәк ваҡытта әйтелеп, кешелек тарихындағы мөһим ваҡиғаларҙың нигеҙе булып торған.
Әҙәбиәтебеҙҙең иң юғары нөктәһе – “Ҡөрьән Кәрим”. Изге китапта, шулай уҡ пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең хәҙистәренә икһеҙ-сикһеҙ аҡыл, асылып бөтмәгән хикмәт һалынған. Уларҙың бөйөк тәрбиәһе киләсәк әллә күпме быуын вәкиленә тура юл күрһәтәсәк, яңы асыштарға юлыҡтырасаҡ, иншаллаһ.
Һүҙ – телдең, әҙәбиәттең, мәҙәниәттең, сәнғәттең нигеҙе. Ул – һәр заманда ла иң ҡеүәтле ҡорал: кәрәк сағында әҙәм балаһының осор ҡанаттарын һындырыр, шул уҡ ваҡытта ергә бөгөлөп төшкәнгә ҡалҡынырға ҡул һуҙыр көскә эйә. Һүҙҙәр донъяһы булған әҙәбиәтебеҙ иһә – кешелеккә йәшәүгә ынтылыш биргән, уға һулар һауалай хеҙмәт иткән, яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа әйҙәгән рухи маяҡ. Быуаттар дауамында тупланған ошо тиңһеҙ хазинаны күҙ ҡараһылай һаҡларға, уның киләсәген тәьмин итер яҙыусыларыбыҙҙың, шағирҙарыбыҙҙың ҡәҙерен белергә тейешбеҙ.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең бер мөбәрәк хәҙисендәге “Шиғырҙа сихри көс бар” тигән һүҙҙәре күп нәмә хаҡында һөйләй. Ошо аманатты онотмайынса, һәммәбеҙгә лә рухи мираҫыбыҙҙы һаҡларға, үҫтерергә насип ҡылһын, ҡәләм оҫталарын тел ҡөҙрәтенән айырмаһын.
Дилбәр ИШМОРАТОВА