Иман
11 Февраль 2022, 07:12

Әйткәндәребеҙҙән һис кем зыян күрмәһен

Кире хәлдәр хаҡында гел ҡабатлап торһаң, уларҙың ныҡлы тамыр йәйеүе ихтимал.

ru.dreamstime.comru.dreamstime.com
Фото:ru.dreamstime.com

“Иман йорттарында, киң мәғлүмәт сараларында күбеһенсә тормоштоң гел яҡшы яғы хаҡында һөйләргә тырышалар. Әйтерһең, донъяла кире күренештәр аҙ. Ни бар, шуны күрһәтергә кәрәкмәйме ни?” – гәзит уҡыусыларыбыҙҙың береһенән килгән ошо һорауға дини китаптар, дин юлындағы остаздарыбыҙҙың һөйләгәндәре нигеҙендә яуап бирергә тырышабыҙ.

“Ниҙер әйтерҙән алда уның буласаҡ эҙемтәһе хаҡында уйларға кәрәк” тигән аҡыл һалынған халҡыбыҙ күңеленә. Телдең тештәр артында урынлашыу хикмәтен дә беләбеҙ: ул ирекле рәүештә торған булһа, баш уйлап өлгөрмәҫтән, әллә нимә һөйләп бөтөр ине. “Ауыҙыңды үлсәп ас” тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Ошоға бәйле хәҙистәрҙең береһен йәнә хәтергә төшөрәйек. “Һүҙегеҙҙе уйлап һөйләгеҙ”, – тип белдергән бер мәл пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм йыйылған халыҡҡа. Йәмәғәт аптырап ҡалған: “Йә, Рәсүлуллаһ, бының өсөн дә яуап бирәбеҙме ни?” Пәйғәмбәребеҙ: “Әҙәм балаһын йәһәннәмгә йөҙтүбән оҙатҡан нәмә шул тел бит”, – тип яуаплаған.

“Аллаһ Тәғәлә буш һүҙ менән ваҡыт үткәргәнде яратмай”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм икенсе бер хәҙисендә. Һөйләнгән һәр хәбәр тормош, йәмғиәт өсөн файҙалы, фәһемле булырға тейеш. Өҫтәүенә, хәҙистәрҙә әйтелгәнсә, мосолманға күркәм итеп һүҙ атыу, иғтибар менән тыңлай белеү ҙә зарур. “Мосолмандың теленән дә, ҡулынан да, ғәмәлдәренән дә һис кем зыян күрмәҫкә тейеш”, — тип өйрәтә динебеҙ. Ялған, буш һүҙ һөйләү, ошо ғәмәл аша кемделер кәмһетеү иһә – ҙур гонаһ.

Ошо йәһәттән әлеге һорауға килгәндә, иман йорттары, киң мәғлүмәт саралары йәмғиәт, халыҡ алдында ҙур яуаплылыҡ тота. Уларҙан әҙәм балаһы фәҡәт яҡтылыҡ, киләсәккә өмөт-ышаныс, дәрт-дарман алырға тейеш. Мәсетте миҫалға килтерәйек. Уға, мәҫәлән, йома намаҙы һайын һәр кем имамдан файҙалы мәғлүмәт, яҡшы һүҙ ишетергә теләп килә. Тимәк, сығыш яһаусы хөтбә һөйләүгә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарарға тейеш. Халыҡты нимә ҡыҙыҡһындыра? Ниҙәр борсой? Мәсеттән һорауҙарына яуап табып сығырмы улар? Һөйләгәнде ҡабул итерҙәрме? Ышаныстарын аҡлай алырһыңмы? Үҙенә ошондай бихисап һорау бирергә бурыслы имам. Халыҡ өсөн Аллаһ алдында яуаплылыҡ тота ул. Шуға ла һәр һүҙҙе уйлап әйтергә, күңелде үҫтерергә, яҡшыға өмөт-ышанысты арттырырға тейеш – күңелгә кире хис-тойғо һалыуҙан һаҡланыу мөһим.

Имам хөтбәгә әҙерлек менән килә икән, һөйләгәндәре, ҡәрҙәш­тәребеҙҙең күңеленә ныҡлы тәьҫир итеп, тәрән уйылып ҡаласаҡ. Буры­сын еңел-елпе атҡарғандың сығы­шы иһә тотош мәхәлләнең рухи-әхлаҡи торошона кире йоғонто яһауы ихтимал. Һүҙ юҡ, хөтбәгә әҙерләнеү еңел эш түгел. Был ғәмәлде атҡарғанда имамдар, айырыуса йәштәр, төрлө ауырлыҡ менән осраша. Һөйләгәндәрең, әлбиттә, заман талаптарына тура килергә, көнүҙәк мәсьәләләргә, бурыстарға ярашлы булырға тейеш. Мәҫәлән, диндәге фана­тизм­дың, сиктән ашып китеүҙең хәүеф­лелеге, һәр яҡлап зыяны тураһын­да гел әйтеп торорға кәрәк. Әммә был хаҡта ҡыҙып, ярһып түгел, ә тыныс аңлатыу мөһим. Әрләү, тупаҫлыҡ, кәмһетеү – Исламға бөтөнләй ят сифаттар. Аҡылға таянып, төптән уйлап, күңелдең иң тәрәндәге ҡылдарын тирбәтеп ебәрерлек итеп әйтә белеү зарур. Кире күренештәрҙе, хәл-ваҡиғаларҙы туранан-тура бәйән итмәйенсә, төптән төшөндөрөргә кәрәк. Насар төшөнсәләрҙе, һүҙҙәрҙе гел ҡабатлап торһаң, уларҙың ныҡлы тамыр йәйеп китеү ихтималлығы бар бит. Шуға ла һүҙ менән бик иғтибарлы булыу зарур. Уларҙың яҡшыларын күберәк әйтһәк, насарҙары күмелеп ҡалыр, хатта юҡҡа сығыр. Кеше күңеле бит игенлек кеүек. Унда изгелек орлоҡтары сәсергә тырышыу мөһим. Был, әлбиттә, Иман йорттарының, киң мәғлүмәт сараларының эшмәкәрлегенә генә түгел, барлыҡ кешелеккә ҡағыла.

Тормоштоң матурлығын күреп, яҡтылыҡ өләшеп йәшәйек. Күңелде ҡырырлыҡ мәғлүмәттәрҙән, яман һүҙҙәрҙән ары торайыҡ, бер-беребеҙҙең йөрәген яраламайыҡ, барыр юлына соҡор ҡаҙмайыҡ. Яҡтылыҡҡа күмәкләп ынтылһаҡ, иншаллаһ, маҡсаттарыбыҙға өлгәшербеҙ.

Дилбәр ИШМОРАТОВА.

Читайте нас