Бөтә яңылыҡтар
Иман
18 Февраль 2022, 15:55

“Доға көсө менән йәшәйем”

“Күңелдәре шул ҡәҙәр киң, тик ғүмерҙәре генә ҡыҫҡа булды улдарымдың...” – ти Розалия Дихина.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Асҡындың Солтанбәк ауылына барған саҡта Урмияҙ аша үтәһең. Ул, мәғлүм булыуынса, райондың элекке хакимиәт башлығы, беҙҙең “Башҡортостан” гәзитендә лә эшләп китеп, һәр беребеҙҙең күңелендә яҡты, йылы иҫтәлектәр ҡалдырған, йәшләй генә баҡыйлыҡҡа күскән Ришат Дихиндың тыуған төйәге. Ошо ерҙән уҙған саҡта мәрхүмдең ғәзиз әсәһе – күптән түгел ирен дә мәңгелеккә оҙатҡан Розалия апай янына инеп хәл белешеүҙе йөрәгебеҙ талап итте кеүек.

...Бер-бер артлы килгән ҡара ҡайғылар Розалия апайҙың иңенә генә түгел, ҡараштарына ла ауыр йөк һалған. Әсе һағыш, хәсрәт, үҙәк өҙ­гөс ғазап, юҡһыныу... Әммә был эске кисерештәр сағылышын оло сабырлыҡ нуры ҡаплағанлыҡтан, апайҙың янында шул ҡәҙәр тыныс, йылы – иман бөркөлә уның йортонан.

– Улдарым, ирем бер-бер артлы мәңгелеккә китеп барғас, бына шулай яңғыҙ йәшәп ятам ин­де хәҙер, – тип ҡаршы алды Розалия апай. – Юҡ, бөтөнләй яңғыҙ түгелмен: килендәрем ейән­дәремде алып яныма килеп тора, район үҙәгендә йәшәгән ҡыҙым да ураған һайын хәлемде белә – бына әле лә эргәмдә. Яҡын­дарымдан тыш, ауыл­даштарым хәстәрлектән айырмай, райо­ныбыҙҙан, республикабыҙҙан күптәр, шул иҫәптән бихисап дуҫтары телефон аша ла, өйгә килеп тә яҡшы һүҙҙәрен әйтеп, йәшәүгә көс өҫтәргә ты­рыша, үҙебеҙҙең хакимиәт етәкселеге лә гелән ярҙамға әҙер. Эйе, Аллаға шөкөр, иғти­барҙан мәхрүм түгелмен: һөйөклө улдарымдың, Марат ағайығыҙҙың кешеләр араһында ихтирамлы, хөрмәтле, изгелекле, яҡшы булыуының емеше инде был...

Апайҙы ҡыҙы, килендәре үҙҙәре менән бергә йәшәргә саҡырһа ла, ошонда – ғүмер юлы үткән, балаларын үҫтергән изге еренән, һәр мөйөшө ғәзиз улдарының, иренең күңел һәм ҡул йылыһын һаҡлаған, уларҙы аҙым һайын иҫләтеп торған йортонан бер ҡайҙа ла китә алмай ул. Бына өҫтә­лендә – улы Ришаттың “Үҙем тураһында һүҙем” китабы. Аҡ таҫтамал өҫтөнә һалынған, ҡат-ҡат уҡыған ата-әсәнең күҙ нурҙарын һаҡлаған ҡәҙерле иҫтәлек.

– Уны Ришат үҙе сығарып, яҡындарына, туғандарына таратып биргәйне. Улыбыҙҙың ошо китабын Марат ағайығыҙ ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем ҡулынан төшөрмәне инде. Ғәзиз балаһының кисерештәрен үҙ йөрәге аша үткәреп, тәрән уйҙарға бирелеп ултырыр ине. Йәшләй баҡыйлыҡҡа китеп барған улдары өсөн шул ҡәҙәр эстән янды, ғазапланды. “Ике улһыҙ – ике ҡулһыҙ ҡалдым...” тип йән әрнеүе менән әй­теп ҡуйыр ине. Күтәргеһеҙ ҡайғыларға йөрә­генең көсө етмәне... – тип бәйән итте Розалия апай. – Былтыр, 24 ғинуарҙа, өлкән улыбыҙ Ринат мәңгелеккә китеп барҙы. Ул 1979 йылғы ине, бәләкәйҙән бер һүҙле, аныҡ фекерле, те­үәл­лекте яратҡан, үтә яуаплы, үҙ-үҙенә талапсан бала булды. Гел “бишле”гә уҡыны. Хәрби кеше булыры йөҙөнә, холҡона яҙылған ине бала­ҡа­йымдың. Шул юлдан китте лә. Приморье крайында ғаиләһе менән йәшәй, ике ул үҫтерә ине. Былай ситтә йөрөп булмаҫ, тыным ҡыҫыла, ныҡ һағындыра – тыуған яғыма ҡайтам, көтөгөҙ, ти­гәйне лә...  Хыялын тормошҡа ашырырға өлгөр­мәне, хәрби хеҙмәтенә бәйле ҡаты сирҙән китеп барҙы. Тыуған тупрағына, Урмияҙына, алып ҡайтып ерләнек...

Ҡара ҡайғынан башыбыҙҙы ла күтәрә алмай йөрөгән ваҡытта икенсе улыбыҙ Ришаттың да ҡапыл ғүмере өҙөлөүе беҙҙе шаңҡыта һуҡты. Ағаһының вафатына ике ай ғына үткәндән һуң... Ул ваҡыттағы кисерештәребеҙҙе берәүгә лә үтергә яҙмаһын, Аллаһ һаҡлаһын! Марат ағайығыҙ өйҙөң бер яғында ғазап уты йота, мин дә йәшеренеп кенә күҙ йәштәрен түгәм. Таң менән тороп тышҡа сығам да, ауылыбыҙға юл аша урынлашҡан зыярат яғына ҡарап, унда ер ҡуйынына ҡайтып ятҡан йәп-йәш, өрлөктәй улдарымды уйлап илайым. Көн дә шулай... Әгәр Марат ағайығыҙ менән бергә ултырып ғазапланһаҡ, көс еткеһеҙ ҡайғыларыбыҙ икеләтә ауырлыҡ менән баҫып, икебеҙҙе лә аяҡтан йығып һалыр кеүек тойола ине миңә. Бәлки, дөрөҫ тә уйламағанмындыр, кем белә инде...

Шундай аяныслы мәлебеҙҙең бер төнөндә төш күрҙем. Ҡаршымда ике улым тора. Икеһе лә яп-ябыҡ, моңһоу. Һәр осраҡта ла үҙенә яуаплылыҡ алып өйрәнгән оло улым шул саҡ: “Әнкәй, илама, – тине. – Беҙгә ҡыйын...” Бына ошо төшөмдән һуң иҫемә килгәндәй булдым. “Һинең диндә булыуыңды әйтәйем!... – тим үҙ-үҙемә эстән генә. Ул ваҡытта намаҙ уҡығаныма бер йыл самаһы ине. – Өҙлөкһөҙ илауыңдан ни файҙа? Улдарың кире тороп ултырыр тиһеңме ни? Мәрхүмдәргә бит доға ғына кәрәк!” Уйҙарымды ҡеүәтләгәндәй, тышта тәбиғәт уяна, ағастар япраҡ яра, ҡоштар оя ҡора... Йәшәү дауам итә!.. Бына шулай Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте, доғалар көсө менән алға аҙым яһаным мин. Марат ағайығыҙға ла, “ни эшләйһең, йәшәргә кәрәк”, тип әйттем гел. Тик ике ҡанатынан яҙған атай кеше эйелгән башын күтәрә алманы. “Эх, улдарым, улдарым...” тип әрнеп йөрөп, йөрәк сиренән китеп барҙы... Иртәгә оло улыбыҙҙың йыллығын үткәрәбеҙ тип йөрөгән көндә...

Шулай бер йылда иң яҡын өс кешеһен юғалтҡан Розалия апай ғәзиздәренең рухына доғалар ҡылып, көн дә биш намаҙын уҡып, иҫәндәргә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләп, башҡаларҙың иғтибар-хәстәрлеген тойоп, йорт-нигеҙен һаҡлап йәшәй хәҙер. Әйтеүенсә, Урмияҙҙа өс мәсет. Уларға өлкәндәр генә түгел, йәштәр ҙә йөрөп тора.

– Беҙҙең балалар ҙа бәләкәйҙән дингә тартылды, мәсеткә йөрөнө. Әле өлкән ҡыҙыбыҙ Эльза доғалар уҡыуын дауам итә. Ришат та Өфөлә сағында уҡ намаҙ уҡый башлағайны, ғәрәпсә лә һәйбәт белә ине, – тип һүҙен дауам итте Розалия апай. – Шулай иманлы булғанғалыр ҙа, бер балабыҙҙан да ҡаты һүҙ, дәғүә ишетмәнек, Аллаға шөкөр. Ҡайҙа ғына йөрөмәһендәр, гел генә шылтыратып, хәлебеҙҙе белешеп торҙолар. Ришаттың иңенә етәкселек мәшәҡәттәре ятҡас, ҡайһы саҡта һөйләшмәүебеҙгә өс-дүрт көн үтеп китһә, мин, сыҙамай, үҙем телефон һандарын йыя инем. “Балам, беҙҙе оноттоң даһа...” – тип үпкә белдерә һалам. “Әнкәй, нисек онотайым ин­де һеҙҙе? Бына эш баҫып киткәйне шул. Ғәфү ит, зинһар”, – тип йомшаҡ һүҙе менән күңелдәге бөтөн хәүефте алып ташлай торғайны бала­ғынам. Ауыр хәрби бурыс башҡарған олоһо ла беҙгә ҡарата ғәйәт яғымлы ине. Күңелдәре шул ҡәҙәр киң, тик ғүмерҙәре генә ҡыҫҡа булды улдарыбыҙҙың...

Ришатҡа гел әйттем, улым, эш тиһең дә йүге­рәһең, әҙерәк үҙеңде лә уйлаһаңсы, тинем. “Ярай, әнкәй, бына ошо мәсьәләне генә хәл итеп ҡуяйым да табипҡа барырмын, дауаланыр­мын, юҡҡа борсолма”, – ти ҙә сираттағы мәшә­ҡәттәренә күмелә. Гел йүгереп йөрөнө бит, үҙе­геҙ ҙә беләһегеҙҙер. Барыһына ла өлгөрөргә тырышҡандай, эй ашыҡты. Дауаханаға аҙаҡ барып ятҡайны ла, һуң булды шул... “Эш бер ва­ҡытта ла бөтмәй ул, үҙегеҙҙе уйлағыҙ, ауырыуҙан һаҡланығыҙ, ваҡытында дауаланығыҙ!” – ошо һүҙҙәр һәр кемгә еткергем килгән күңел ораныма әйләнде хәҙер. 

“Эй, балам, ниңә генә ҡайттың һин Асҡынға – үҙеңә күпме мәшәҡәт алаһың бит...” – тинем шунда уҡ Ришатҡа. Тыуған районын ныҡ яратҡан улымдың изге төйәге өсөн үҙен аямай, йүгереп йөрөп эшләйәсәген һиҙеп, йөрәгем тертләп ҡуйғайны... Ысынлап та, ҡыҫҡа ғына ваҡытта әллә күпме ауыр бурыстарҙы атҡарып сыҡты ул, бихисап изге башланғысҡа юл һалды, алға маҡсаттары шул ҡәҙәр күп ине. Кешеләр менән матур һөйләшә белде. “Эй иғтибарлы, ихтирамлы ул үҫтергәнһегеҙ – рәхмәт һеҙгә!” – тип килеп әйтеп китеүселәр ҙә булды. Бәләкәйҙән әҙәбиәтте, шиғриәтте яратыуы, ижадҡа ынтылыуы ла шулай яҡты күңелле иткәндер баламды.

Эйе, бер-бер артлы китеп барған ғәзиз кешеләрем тураһында гел генә яҡшы һүҙҙәр ишетеп йәшәйем – яҡындарыма Аллаһтың рәхмәте яуһын, йәндәре йәннәттә булһын! Йәнә шуны теләйем: бер ата-әсәгә лә бала ҡайғыһы күрергә яҙмаһын!

...Быйыл йәйгеһен, иншаллаһ, Розалия Нәҡип ҡыҙы 67 йәшен тултыра. Марат ағай менән улар 45 йыл бергә йәшәгән. Ошо уҡ райондағы Көнгәк ауылы ҡыҙының ихтыяр көсө, сикһеҙ сабырлығы, аҡылы, иманлылығы, ябайлығы ғына түгел, тыу­ған ерендәге һөйләшкә тоғролоғо ла һоҡлан­дырҙы беҙҙе – шунда ла яталыр балаларындағы илһөйәрлек, рух, иман нигеҙе. Күркәм тәрбиәне үҙ янына килеп торған ейәндәренә лә һалырға тырыша хәҙер Розалия апай – уларҙың атайҙары юлын лайыҡлы дауам итеренә ышана, намаҙ уҡыған, доға ҡылған һайын Аллаһ Тәғәләнән барыһына ла сәләмәтлек, оҙон ғүмер биреүен һо­рай. Иншаллаһ, теләктәрегеҙ тормошҡа аш­һын, үҙегеҙ ҙә имен-һау булығыҙ, Розалия апай!

 


Дилбәр ИШМОРАТОВА.

Асҡын районы.

Читайте нас: