Бөтә яңылыҡтар
Иман
25 Февраль 2022, 15:58

Аҙна аҙағында – Миғраж кисе

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең күктең бар ҡаттарын үтеп, Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһына күтәрелгән төн ул. Быйыл 27-һенән 28 февралгә ҡарай кистә, ҡояш байығас инә.

Ошо изге кистә Аллаһ Тәғәлә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмде үҙенә саҡырып, бик күп хикмәтте, йәннәт менән йәһәннәмде күрһәткән. Мосолмандар өсөн ҡиәмәт көнөнә тиклем бүләк, динебеҙҙең ныҡлы терәге булған биш ваҡыт намаҙ ҙа Миғраж мәлендә фарыз ҡылынған.

Риүәйәттә бәйән ителеүенсә, төндә Пәйғәмбәребеҙгә Ябраил фәрештә килә һәм Ҡотдосҡа сәйәхәт ҡылырға тәҡдим итә. Ҡаланың “Әл-Аҡса” мәсетендә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм Ибраһим, Муса, Ғайса пәйғәмбәрҙәр менән осраша, унан Ябраил фәрештә менән күккә күтәрелә.

Беренсе ҡатта уға Әҙәм күк ҡапҡаларын аса, икенселә – Яхъя һәм Ғайса, өсөнсөлә – Йософ, дүртенселә – Иҙрис, бишенселә – Һарун, алтынсыла – Муса, етенселә Ибраһим пәйғәмбәрҙәр осрай. Күктең бар ҡаттарын үтеп, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм Аллаһ Тәғәлә менән осраша, һөйләшә. Был юлда Пәйғәмбәребеҙгә, алда әйтелгәнсә, ожмахты, тамуҡты күрһәтәләр, шулай уҡ Раббыбыҙҙан, мосолмандар биш тапҡыр намаҙ уҡырға тейеш, тигән әмер алына.

Мәккәгә кире ҡайтҡас, сәйәхәттең бик аҙ ваҡытта, бер генә мәлдә үткәне асыҡлана. Пәйғәмбәрҙең юлға сығыр алдынан ҡолатҡан һауытынан һыу ҙа ағып бөтмәгән була.

Миғражға тиклем мосолмандар көн дауамында, ҡояш байығанға тиклем, ураҙа тота. Изге кисте иһә доға ҡылып, Аллаһ Тәғәләнән гонаһтарын ғәфү итеүҙе һорап үткәрәләр, ғибәҙәттә булалар.

Миғраж һүҙе “күккә күтәрелеү” тигәнде аңлата.

Дилбәр ИШМОРАТОВА

Читайте нас: